Манаков Булат Ситдыҡ улы
Манаков Булат Ситдыҡ улы | |
Тыуған көнө | 1908 |
---|---|
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Манаков Булат Ситдыҡ улы (1908−?) Башҡортостандың күренекле партия һәм дәүләт эшмәкәре. Башҡортостан өлкә комсомол комитетының беренсе секретары (1938 йылдың ғинуар — июль айҙары). Сәйәси золом ҡорбаны (1938).
Манаков Булат Ситдыҡ улы 1908 йылда БАССР-ҙың Миәкә районындағы Баязит ауылында тыуған. Милләте буйынса башҡорт. Тамамланмаған урта белемле[1].
1930 йылда Манаков Булат коммунистар партияһына инә. 1928−1930 йылдарҙа — улус үҙ-ара ярҙам комитеты, ауыл хужалығы кредит ширҡәт рәйесе. 1930 йылда ВЛКСМ-дың Бәләбәй кантон комитетының ойоштороу бүлеге мөдире булып эшләй.
1930−1931 йылдарҙа — ВЛКСМ-дың Миәкә районы комитетының беренсе секретары.
1931−1933 йылдарҙа — Башҡорт Үҙәк Башҡарма Комитеты янындағы Юғары физкультура советының яуаплы секретары.
1933−1935 йылдарҙа — Асҡар МТС-ның комсомол буйынса сәйәси бүлеге начальнигының ярҙамсыһы.
1935−1936 йылдарҙа — ВЛКСМ-дың Йомағужа районы комитетының секретары.
1936−1937 йылдарҙа — ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты янындағы Юғары пропагандасылар мәктәбендә белем ала.
1937−1938 йылдарҙа — ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының пропаганда буйынса инструкторы.
1938 йылдың июленән 1938 йылдың авгусына тиклем ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары.
1938 йылдың 25 июлендә Манаков Булат Ситдыҡ улы ҡулға алына.
58-10, 58-11 статьялары буйынса хөкөмгә тарттырылып, 10 йылға иректән мәхрүм ителә. 1939 йылдың 22 сентябрендә реабилитациялана[1].
Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Манаков Булат Ситдикович (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ПЕРВЫЕ СЕКРЕТАРИ БАШКИРСКОГО ОБКОМА КОМСОМОЛА 2017 йыл 8 декабрь архивланған. (рус.)