Эстәлеккә күсергә

Манапов Юлай Хәләф улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Манапов Юлай Хәләф улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 1 ғинуар 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Иҫке Собханғол, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 24 май 2013({{padleft:2013|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (65 йәш)
Вафат булған урыны Иҫке Собханғол, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө уҡытыусы, сәйәсмән, йәмәғәт эшмәкәре, дәүләт эшмәкәре, мөхәррир
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы коммунист[d]

Манапов Юлай Хәләф улы (1 ғинуар 1948 — 24 май 2013) — комсомол, партия һәм муниципаль органдар, матбуғат хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2007)[1][2].

Юлай Хәләф улы Манапов 1948 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында тыуған. 1966 йылда Иҫке Собханғол урта мәктәбен тамамлай һәм ошо уҡ мәктәптә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай.

1967 йылдың сентябрь айында Совет Армияһына саҡырыла. 1969 йылдың декабрендә хеҙмәтен тултырып ҡайта һәм Бөрйән районынының Аҫҡар һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә уҡытыусы итеп ебәрелә.

1970 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға инә. Студент йылдарында вуздың комсомол комитеты ағзаһы була, секретарҙары Ямалов М. Б. һәм Ғәлимов Б. С. менән бергә эшләй. ВЛКСМ-дың Өфө ҡалаһының Киров район комитеты ағзаһы итеп һайлана. Бер үк ваҡытта үҙенең уҡыу төркөмөндә комсорг була.

1975 йылда, «тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәре уҡытыусыһы» һөнәре алып, университетты тамамлай һәм тыуған районына ҡайта.

1975—1976 йылдарҙа Иҫке Собханғол урта мәктәбендә уҡыта, мәктәптә ВЛКСМ комитеты секретары була[1].

1976 йылда ВЛКСМ-дың Бөрйән район комитетының беренсе секретаре итеп һайлана һәм был вазифала 1980 йылдың көҙөнә тиклем эшләй[1].

Комсомол документтарын алмаштырыуҙы тамамлау, ВЛКСМ-дың 60-йыллығын лайыҡлы ҡаршылау өсөн ярыштар ойоштороу, ВЛКСМ ағзаларын йәмәғәт-сәйәси аттестациялау һәм башҡалар — был осорҙоң әһәмиәтле ваҡиғалары була. Ошо йылдарҙа ВЛКСМ район комитеты малсылыҡта социалистик ярыш ойоштороу буйынса әүҙем эш алып бара. 1980 йыл һөҙөмтәләре буйынса ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының күсмә Ҡыҙыл Байрағы менән бүләкләнә.

1980—1985 йылдарҙа — «Таң» район гәзите мөхәррире.

1985—1989 йылдарҙа — КПСС район комитетының агитация һәм пропаганда бүлеге мөдире.

1989—1997 йылдар — Бөрйән районы хакимиәте башлығы урынбаҫары.

1997—2008 йылдарҙа — «Таң» район гәзите мөхәррире, Бөрйән район Советы рәйесе[1].

2008 йылда хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилдең йәмәғәт ярҙамсыһы була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2007).
  • «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» билдәһе (2000),
  • Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамотаһы (2004)[1][2].
  • «2002 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн» билдәһе (Рәсәй Федерацияһы дәүләт статистика комитетының 2003 йылдың 30 июнендәге 134-се Бойороғо)[2]
  • «2006 йылда Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн» билдәһе (Рәсәй Федерацияһы дәүләт статистика комитетының 2006 йылдың 29 декабрендәге 248-се Бойороғо)[2]