Мәжәз
Мәжәз |
Ислам · Илаһи китаптар |
Тәфсир һәм тәржемә
|
Экземплярҙар
|
Мәжәз (ғәр. مجاز; рус. Маджаз) — исламда: кинәйә менән һөйләү, метафора, ниндәйҙер бер нәмә менән сағыштырыу нигеҙендә күсмә мәғәнәләрҙән торған телмәр әйтеме[1].
Фекерҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡөрьәндә һәм Сөннәттә метафораларҙың булыу-булмауы тураһында төрлө фекерҙәр йәшәп килгән. Ислам дин белгестәренең күпселеге Ҡөрьәндә метафоралар булыуын таный һәм уларҙы кире ҡағыу кәрәкһеҙ тип һанай, сөнки метафоралар Ҡөрьәнгә матурлыҡ һәм үҙенсәлекле стиль бирә. Шул уҡ ваҡытта улар, әгәр бының өсөн нигеҙ һәм кәрәклек булмаһа, асыҡ, һүҙмә-һүҙ мәғәнә булған урындарҙа кинәйә ҡулланыуҙы тыйған.
Ҡайһы бер дин белгестәре (Дауыт әҙ-Ҙаһири, Әбү Мөслим әл-Исфахани, Әхмәт әт-Табари, Ибн Хүвәйзмәнзәз һ. б.) Ҡөрьән аяттарында метафораларҙың булыуын кире ҡаға, быны мөмкин түгел тип иҫәпләй. Уларҙың фекеренсә, кинәйә менән һөйләү — кешеләргә хас сифат, ә Аллаһ Үҙенең Китабында тура телмәр алып бара һәм Уға кинәйә ҡулланыуҙың кәрәге булмаған[1].
Хеҙмәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡөрьән метафоралары (Мәжәз әл-Ҡөрьән) йәһәтенән ислам дин белгестәре байтаҡ хеҙмәттәр яҙған. Уларҙың иң билдәлеләре:
- Әбү Ғөбәйдәт Мәмәр ибн әл-Мусанна «Мәжәз әл-Ҡөрьән»;
- Әш-Шәриф әр-Ради «Тәфсир әл-Бәйән фи Мәжәз әл-Ҡөрьән»;
- Абдул-Әзиз ибн Абдуссәләм «әл-Ишара иләғл-Ижәз фи Бәди Әнүәғил-Мәжәз»;
- Йәләлетдин әс-Сүйүти «Мәжәз әл-Фурсан илә Мәжәз әл-Ҡөрьән»[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Али-заде, А. А. [469 Маджаз] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Mad̲j̲āz // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |