Эстәлеккә күсергә

Никулина Евдокия Андреевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Никулина Евдокия Андреевна
рус. Евдокия Андреевна Никулина
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
 СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 8 ноябрь 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})
Тыуған урыны Спас-Деменский район[d]
Вафат булған көнө 23 март 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны Дондағы-Ростов, Рәсәй
Ерләнгән урыны Төньяҡ зыярат (Дондағы Ростов)
Һөнәр төрө лётчик
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание Майор
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө Авиация
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Александр Невский ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «Хеҙмәт ветераны» миҙалы
 Никулина Евдокия Андреевна Викимилектә

Никулина Евдокия Андреевна (8 ноябрь 1917 йыл23 март 1993 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, хәрби осоусы, эскадрилья командиры, гвардия майоры. Советтар Союзы Геройы (1944).

Евгения Андреевнга Никулина 1917 йылдың 8 ноябрендә Парфенов ауылында (хәҙер — Калуга өлкәһенең Спас-Деменский районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Урыҫ.

Балашов ҡалаһында авиация мәктәбен һәм авиация техникумын тамамлай. Смоленск ҡалаһында Граждандар һауа флотының авиация отрядында осоусы булып эшләй.

Ҡыҙыл Армия сафында 1941 йылдан. Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында 1941 йылдың июненән. 1942 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы.

46-сы гвардия төнгө бомбардировка авиаполкында (325-се төнгө бомбардировка авиадивизияһы, 4-се һауа армияһы, 2-се Белорус фронты) эскадрилья командиры. 1944 йылдың сентябренә гвардия майоры Е.А. Никулина сентябренә дошмандың нығытмаларына, кисеүҙәренә ҙур зыян килтереп, 600 хәрби осош яһай.

Һуғыштан һуң гвардия майоры Е. А. Никулина — запаста, ә аҙаҡ отставкаға китә.

1948 йылда Ростовта партия мәктәбен тамамлай, ә 1954 йылда — педагогия институтын. Ҡаланың партия комитетында эшләй. Дондағы Ростов ҡалаһында йәшәй, шунда 1993 йылдың 23 мартында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 26 октябрҙәге указы менән, командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән алышта күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн гвардия майоры Никулина Евдокия Андреевнаға Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 4741) тапшырылып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә
  • Өс Ҡыҙыл Байраҡ ордены, Александр Невский ордены, 1-се һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, шулай уҡ миҙалдар менән бүләкләнә
  • Дондағы Ростов ҡалаһының почётлы гражданы
  • Геройҙың тыуған илендә, Калуга өлкәһе Спас-Деменск ҡалаһының Дан аллеяһында обелиск ҡуйылған.
  • Дондағы Ростовта ул йәшәгән йортта (Журавлёв проспекты, 104) мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[1].
  • Дондағы Ростов ҡалаһында урамдарҙың береһе Геройҙың исемен йөрөтә.
  • Никулина Евдокия Андреевна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — С. 170. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Ракобольская И. В., Кравцова Н. Ф. Нас называли ночными ведьмами. — М.: Изд-во МГУ, 2005. — 336 с.
  • Лукьянов Б. Крылатое сердце // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 2. — М.: Политиздат, 1969. — 463 с.