Нәзиров Әсғәт Динислам улы
Нәзиров Әсғәт Динислам улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 9 март 1914 |
Тыуған урыны | Алайғыр, Ефремкин ауыл Советы (Ҡырмыҫҡалы районы), Ҡырмыҫҡалы районы |
Вафат булған көнө | 23 июль 1942 (28 йәш) |
Вафат булған урыны | Липецк өлкәһе, Тербун ауылы[d] |
Ерләнгән урыны | Липецк өлкәһе |
Һөнәр төрө | Һалдат |
Хәрби звание | өлкән лейтенант[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Нәзиров Әсғәт Динислам улы (9 март 1914 йыл — 23 июль 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, өлкән лейтенант, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының артиллерия дивизионы штабы начальнигы ярҙамсыһы[1]
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әсғәт Динислам улы Нәзиров 1914 йылдың 9 мартында Башҡорт АССР-ы Ҡырмыҫҡалы районы Алайғыр ауылында тыуған[2] 1937 йылдың 1 октябрендә Новосибирск хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. Чкалов зенит-артиллерия училищеһын тамамлай. Ватан һуғышының беренсе көндәренән үк фронтта була. 1941 йылдың декабрендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына саҡырыла. Дивизияның артиллерия көсөн ойштороуҙа актив ҡатнаша. 101-се айырым атлы-артиллерия дивизион штабы начальнигы булып хеҙмәт итә. Липецк өлкәһенең Тербуни-2 ауылы эргәһендә барған һуғышта һәләк була. Орёл өлкәһе Ҙур Колодезь ауылында (хәҙер Липецк өлкәһе) ерләнә[1]
Әҙәбиәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әсғәт Динислам улы Нәзиров тураһында Әхтәм Ихсан 112-се Башҡорт атлы дивизияһының 1941—1945 йылдарҙағы Ватан һуғышында күрһәткән ҡаһарманлыҡтарын һүрәтләгән «Саҡма тояҡ аттарҙа» китабында былай тип яҙа:
Боевой заданиены үтәгәндә геройҙарса һәләк булған Әсғәт Нәзировты ҙур хөрмәт менән ерләнеләр. Ул хәрби белемле , уңған һәм сос артиллерист ине.Мәрхүм Нәзировты күмгән көндө политрук Низамовтың кәйефе насар ине.Эңерҙә бер төркөм комсомолецтар менән осрашты, уларға Нәзировтың көндәлеген уҡыны [3]. |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Назыров Асхат Динисламович
- ↑ Память Народа. Назиров Асхат Динисламович. Донесение о безвозвратных потерях (рус.) 2021 йыл 10 июнь архивланған.
- ↑ Әхтәм Ихсан. «Саҡма тояҡ аттарҙа». — Өфө: «Китап», 1995 й. — С. 49-сы б..
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Электронный ресурс «Шаймуратовцы-воины 112-й кавалерийской дивизии» Назыров Асхат Динисламович (рус.) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 июль 2021)
- Память Народа. Назиров Асхат Динисламович (рус.) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 июль 2021)