Эстәлеккә күсергә

Репродуктив система

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Репродуктив система — күп күҙәнәкле тере организмдарҙың хайуандарҙың, үҫемлектәрҙең, бәшмәктәрҙең енси үрсеүе өсөн яуаплы органдар системаһы. Бер төргә ҡараған хайуандарҙың, башҡа органдары оҡшаш булһа ла, репродуктив системаһы енси затына ҡарап бик ныҡ айырыла. Был айырма яңы комбинациялағы генетик материал барлыҡҡа килтерә һәм тоҡомдоң яраҡлашыуына килтерә[1]. Гормон һәм Феромон кеүек матдәләр репродуктив системала мөһим роль уйнай[2].

Умыртҡалыларҙың репродуктив системаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һөтимәрҙәрҙең репродуктив системаһы иң ҡатмарлы булып иҫәпләнә. Енес ағзалары уларҙың тән ҡыуышлығында урынлашҡан. Ата заттарҙа ул ике орлоҡтан, орлоҡ юлынан һәм ҡушылыу ағзаһынан тора. Инә заттарҙың үрсеү ағзалары — ике йомортҡалыҡ, йомортҡа күҙәнәк юлдары, балаятҡы һәм инәлек еңсәһе. Йомортҡалыҡта өлгөрөп еткән инә күҙәнәк сперматозоид менән осрашҡас, йомортҡа күҙәнәк юлының өҫкө бүлегендә аталандырыла. Йомортҡа күҙәнәк юлы буйлап хәрәкәт итеп, аталандырылған йомортҡа күп күҙәнәкле яралғаға әуерелә һәм аҙаҡ инәлек еңсәһеә килеп эләгә. Инәлек еңсәһендәге яралғы яҡшы һаҡлана һәм инәһенән плацента — инә ҡаранындағы үҫеш осоронда инә менән яралғының араһындағы бәйләнеш булдырыусы ағза аша аҙыҡ ала. Инәлек еңсәһендә бала формалаша. Һөтимәрҙәр тере бала тыуҙыра.

Ҡоштарҙың репродуктив системаһы ҡорһаҡ ҡыуышлығында урынлашҡан. Ата заттарҙың — борсаҡ һымаҡ орлоҡтары һәм орлоҡ юлдары клоакаға асыла. Инә заттаың, ғәҙәттә, һул йомортҡалығы һәм шулай уҡ клоакаға асылыусы парһыҙ оҙон йомортҡа күҙәнәк юлы үҫешкән була. Йомортҡалыҡта йомортҡалар бер үк ваҡытта формалашмай. Йомортҡалыҡтарҙың аталаныуыйомортҡа күҙәнәк юлының өҫкө өлөшөндә башҡарыла. Улар унда аҡһым тышса меән, ә түбәнге өлөшөндәэзбиз ҡабыҡ менән ҡаплана. Йомортҡа күҙәнәк юлынан сыҡҡанда ҡайһы бер төр ҡоштарҙың йомортҡа ҡабығы айырым төҫкә буяла.

Һөйрәлеүселәрҙең енес ағзалары тән ҡыуышлығында умыртҡалыҡтың ҡабырғалары буйлап ята. Орлоҡлоҡ һәм йомортҡалыҡ каналдары клаокаға сығарыла. Аталаныу инә зат организмы эсендә башҡарыла. Ҡауышыу өсөн һөйрәлеүселәрҙең махсус ағзалары була. Инә зат һалған йомортҡалар күп йомортҡа һарыһы менән тәьмин ителгән һәм тышҡы тәьҫирҙән ҡалын тиреле тышса (йыландар һәм кәҫерткеләр) йәки ҡабыҡ (гөбөргәйелдәр һәм крокодилдар) менән һаҡланалар.

Ыуылдырыҡ сәскән тәлмәрйен

Ер-һыу хайуандары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ер-һыу хайуандарының енес ағзалары парлы, ата заттарҙың — оҙонса формалағы орлоҡлоғо, инә заттарҙың тән ҡыуышлығында урынлашыусы бөртөклө йомортҡалығы була. Енес күҙәнәктәре — йомортҡалар һәм сперматозоидтар — йомортҡа күҙәнәк юлы һәм орлоҡ юлы каналдары аша клоакаға сығарыла[3]. Ҡойроҡһоҙ ер-һыу хайуандарында тышҡы аталанау, ә ҡойроҡлоларында эске аталаныу була[4].

Балыҡтарҙың инә күҙәнәктәре һәм сперматозоидтары тән ҡыуышлығында урынлашҡан йомортҡалыҡ менән орлоҡлоҡта үҫә. Урарға сығыу өсөн махсус енсе еге бар. Күпселек балыҡтарҙа тышҡы аталаныу була, шул уҡ ваҡытта эске аталаныусы һәм тере тыуымсы балыҡтар ҙа була. Бындайҙарға диңгеҙ алабуғаһы, шула уҡ гуппи, ҡылыс балыҡ, моллинезия һымаҡ ҡайһы бер аквариум балыҡтары ла инә. Аталандырылған ыуылдырыҡтар инә зат тәнендә үҫә, аҙаҡтан урарҙан үҙ аллы йөҙөргә һәм туҡланырға һәләтле селберәләр сыға. Селберәләр һаны ыуылдырыҡ сәсеүсе балыҡтарҙан күпкә кәмерәк.

Кешенең репродуктив системаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ирҙәрҙең енес системаһы:
1 — бәүел ҡыуығы (рус. мочевой пузырь);
2 — сат һөйәге, түмһәкәй һойәге (рус. лобковая кость);
3 — енес ағзаһы (рус. половой член);
4 — көпшәле тәне (рус. пещеристое тело);
5 — енес ағзаһы башы (рус. головка члена);
6 — енес ағзаһы япмаһы, ҡыҫа (рус. крайняя плоть);
7 — һейҙек каналының тышҡы тишеге (рус.  наружное отверстие);
8 — туҡ эсәк (рус. ободочная кишка);
9 — туры эсәк (рус. прямая кишка);
10 — орлоҡ ҡыуыҡсаһы (рус.  семенной пузырёк);
11 — орлоҡ ырғытҡыс көпшә (рус. семявыбрасывающий проток);
12 — простата биҙе (рус. предстательная железа);
13 — куперов биҙ (рус. куперова железа);
14 — арт юл (рус. задний проход);
15 — орлоҡ юлы (рус. семенной канал);
16 — түллек ҡушылмаһы (рус. придаток яичка);
17 — күкәй (рус. яичко);
18 — күкәй тоҡсаһы (рус. мошонка).

Кешенең репродуктив системаһы — аталандырыу һәм кешене үрсетеү процессын тәьмин итеүсе кешенең эске һәм енси органдары. Кешенең үрсеүе енси акт барышында аталаныу нәтижәһендә башҡарыла.

  • Енси акт ваҡытнында ирҙәрҙең енес ағзаһы ҡатын-ҡыҙҙың еңсәһенә керетелә. Енси акт ирҙәрҙең енес ағзаһынан еңсәгә сперма ырғытыу (эякуляция) менән тамамлана.
  • Спермалағы сперматозоидтар еңсә эсендә аналыҡҡа табан хәрәкәт итәләр. Бер нисә сәғәттән аналыҡ торбаһына етәләр. Бында улар түл менән осрашалар. Ғәҙәттә түлгә бер генә сперматозоид үтеп керә һәм уның менән ҡушыла.
  • Зигота уңышлы аталанғас, ҡатын-ҡыҙҙың балаятҡыһында, яҡынса 9 ай, кеше эмбрионы үҫешә. Был процесс кешенең йөклөлөгө тип атала, йөклөлөк бала табыу менән тамамлана.
  • Бала тапҡан ваҡытта аналыҡ мускулдары ныҡ ҡыҫыла башлай, һәм ғоман аналыҡ муйынтығына, шунан еңсәнән сыға.
  • Яңы тыуған бала оҙаҡ йылдар буйы ата-әсә хәстәренә мохтаж. Сабыйҙың беренсе йылында ҡатын-ҡыҙ баланы күкрәгендәге һөт биҙҙәре һөтө менән туйындыра.

Кеше юғары дәрәжеләге енси диморфизм (ике форма булыуы) менән айырыла. Беренсе енси билдәләрҙән (енси органдар) башҡа, икенсе енси билдәләр һәм енси ҡылыҡ айырмаһы бар. [[|thumb|250px|Ҡатын-ҡыҙ енес системаһы
1 — балаятҡы торбаһы (рус. фаллопиева труба);
2 — бәүел ҡыуығы (рус. мочевой пузырь);
3 — түмһәкәй (рус. лобок);
4 — еңсә (рус. влагалище);
5 — нәфсе төймәһе (рус. клитор);
6 — енес ағзаһының кесе ситтәре (рус. малые половые губы) һәм бәүел юлы тишеге (lang-ru);
7 — еңсә инеше алды (рус. преддверие влагалища);
8 — түллек биҙе (рус. яичник);
9 — ҡорһаҡ ярыһы (рус. стенка брюшины);
10 — балаятҡы (рус. Матка женщины);
11 — балаятҡы муйынтығы (рус. шейка матки);
12 — еңсәнең артҡы өлөшө (рус. задняя часть влагалища);
13 — туры эсәк (рус. прямая кишка);
14 — арт юл (рус. задний проход, анус).]]

Ирҙәрҙең енес системаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың енес системаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Reproductive System 2001 2006 йыл 22 октябрь архивланған. Body Guide powered by Adam
  2. Introduction to the Reproductive System. 2007 йыл 24 октябрь архивланған. (недоступная ссылка с 23-05-2013 (4196  дня) — историякопия) SEER’s Training Website. U.S. National Cancer Institute’s Surveillance, Epidemiology and End Results (SEER) Program.
  3. Grzimek B. Grzimek’s Animal Life Encyclopedia: Volume 5 Fishes II & Amphibians.. — New York: Van Nostrand Reihnhold Co., 1974. — P. p. 301—302.
  4. Grzimek B. Grzimek's Animal Life Encyclopedia: Volume 5 Fishes II & Amphibians.. — New York: Van Nostrand Reihnhold Co., 1974. — P. p. 301-302.
  • Цузмер А. М., Петришина О. Л. Кеше. Анатомия, физиология и гигиена. / С. В. Атнағолова тәржемәһе / — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1987. — 239 бит.
  • Биология. Хайуандар: дөйөм белем биреү учреждениелары өсөн дәреслек/ В. В. Латюшин, В. А. Шапкин. ISBN 978-5-295-05368-9
  • Шмальгаузен И. И. Основы сравнительной анатомии позвоночных животных, 4 изд.. — М., 1947.
  • Ляндрес И. М. Акушерство и гинекология. — М., 1962.
  • Беклемишев В. Н. Основы сравнительной анатомии беспозвоночных, 3 изд., т. 2. — М., 1964.