Саян тауҙары
Саян тауҙары | |
Донъя ҡитғаһы | Азия |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Иң юғары нөктә | Мунку-Сардык[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 3492 метр һәм 1087 метр |
Саян тауҙары Викимилектә |
Саян (Саян тауҙары) — Көньяҡ Себерҙәге ике тау теҙмәһенең уртаҡ исеме. Рәсәй Федерацияһы субъекттарының: Красноярск крайы, Иркутск өлкәһе, Хакасия, Тыва, Бүрәт республикалары, шулай уҡ Монголияның Рәсәй Федерацияһы менән сиктәш. төньяҡ райондары эсендә ята.
Характеристика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ике тау теҙмәләрен: һәм Көнсығыш Саян айырып йөрөтәләр. Көнбайыш Саян осло түбәле һәм баштары тигеҙләнгән, үҙ-ара уйпатлыҡтар менән бүлгеләнгән тау һырттарынан тора.Түбәләрендә боҙлоҡтар юҡ.
Көнсығыш Саян тауҙарында боҙлоҡтар ята. Йылғалары Йәнәсәйҙең бассейнына ҡарай. Тау битләүҙәрендә тайга өҫтөнлөк итә. Тайга артабан тау тундраһына күсә.
Тау һырттары араһындағы тиҫтәнән артыҡ төрлө ҙурлыҡтағы һәм тәрәнлектәге уйпатлыҡтар урынлашҡан. Улар араһында иң данлыҡлыһы — үҙенең археологик ҡомартҡылары менән билдәле Минусинск соҡоро.
Көнбайыш Саян
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көнбайыш Саяндың оҙонлоғо 650. км. Көньяҡ-көнбайыш өлөшө менән Алтайға сиктәш . Уның төп һырты Һыуайырғыс Саян һырты. Был һырттың иң бейек нөктәһе — Кызыл-Тайга (3121 м.).
Көнбайыш Саяндың һырттары текә битләүҙәре телгеләнгән рельефы айырылып тора. Ҙур-ҙур майҙандарын таш һибелмәләре (курум-уронник) биләгән. Көнбайыштында тау түбәләренең бейеклеге 2500-3000 м-ҙан ашмай. Көнсығышына ҡарай бейеклектәре 2000 метрға тиклем кәмей.
Көнсығыш Саян
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көнсығыш Саян Көнбайыш Саянға тура мөйөш яһап арҡыры ята. Төньяҡ-көнбайыштан көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай, Йәнәсәйҙән Байкалға тиклем 1000 км -ға һуылған.
Төньяҡ-көнбайышында һырттар барлыҡҡа системаһы "аҡтауҙар" ( "белогорье" ) теҙмәһен барлыҡҡа килтерә (Манский, Канский). Был исем уларға йыл әйләнәһенә иремәй ятҡан ҡарлы түбәләре өсөн бирелгән.
Көнсығыш Саяндың үҙәк өлөшөндә, Казыр һәм Кизир йылғаларының үрендә бер нисә һырт "төйөн" барлыҡҡа килтерә. Иң юғары нөктәһе — Грандиозный түбәһе (пик, 2982. м.).
Көньяҡ-көнсығышында иң бейек һәм үтеп ингеһеҙ һырттар урынлашҡан:Ҙур Саян, Тункинский Голец, Китойские Гольцы,, Кропоткин һырты һәм башҡалар. Бында Көнсығыш Саяндың иң юғары нөктәһе — Мунку-Сардык (3491 м) тауы ( шул уҡ исемле һырттың бер өлөшө).Саян тауҙарының иң-иң бейек урыны. Шулай уҡ, бында шул тиклем шарлауыҡтар күп.
Флора
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Саян тауҙарында һәр ерҙә тиерлек ҡараңғы ылыҫлы тайга өҫтөнлөк итә.Урмандар пихтанан, кедрҙан,шыршынан тора. 1500-1800 м тиклем Көнбайыш һәм үҙәк өлөштәрендә 1500-1800 м тиклем һәм унан да юғарыраҡ урынлашҡандар.Унан юғарыраҡта 2000—2500 м-ға тиклем яҡты ылыҫлы тайга китә. Был ҡарағас һәм кедрҙан торған урмандар сик булып тоалар.Артабан ҡыуаҡлыҡтар, мүк һәм лишайниктарҙан торған тундра ята. Ул бер ниндәй ҙә үҫемлектәре булмаған таш һибелмәләре менән аралашып килә. Бында йырғыланған, туралған, бүлгесләнгән рельеф, һыуайырғыстарҙың тигеҙләнгән, шымартылған упындары менән алмашынып килә. Һаҙыматлы райондарҙа күберәк субальп ҡыуаҡлыҡтар, болондар, урыны менән бейек үләнле туғайҙар урын алған.
Бәләкәй йылғалар үҙәне буйлап ҡыҙыл һәм ҡара ҡарағат, көртмәле, ҡыҙыл көртмәле, ҡайын еләге, голубика, ҡурай еләге үҫә.
Фауна
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҫемлектәр кеүек, бында хайуандар донъяһы ла бик бай. Йәнлектәр һалған һуҡмаҡтар менән бөтөн ер сыбарланып бөткән.
Тайгала һәм тауҙарҙа айыу, бүре, һеләүһен, маралдар, мышылар, кабаргалар, тейендәр, әлгәнйәк, ҡуяндарҙы күрергә мөмкин. Ҡоштарҙан иң күп һанлылары булып кедр турғайы, йәки баян ҡош (кедровка) , бараба (сойка), тумыртҡа, шыршы турғайы, ҡарағай турғайы (щур), һуйыр, ағуна, сел һанала.
Йылғаларында бәрҙе , ленка, ҡыҙыл балыҡ (таймень) тереклек итә. Бөжәктәрҙән вәкилдәре серәкәй, ләпәктәр бында күп түгел. Ә үтәтма үҙәндәрҙә улар юҡ.
Йылғалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Саян тауҙарындағы йылғалар ямғыр һәм ҡар һыуҙары менән тулыланып тора. Улар июндән сентябрға тиклем йөҙөү өсөн асыҡ була. Барыһы ла Йәнәсәй йылғаһының бассейнына ҡарай. Йәнәсәйҙең баш алған инештәре булып тау йылғалары: Оло Йәнәсәй (Бей-Хем) һәм Кесе Енисей (Каа-Хем) тора. Оло Йәнәсәй (Бей-Хем) Йәнәсәйҙең төп инеше һанала. Ул Көнсығыш Саяндан, уның Топограф тигән түбәһенә (пик) яҡын ғына ерҙән башлана. Йылға бик матур һәм халыҡ йәшәмәгән ерҙәрҙән үтә. Оҙонлоғо Бей-Хемдың оҙонлоғо —600 км. Йәнәсәйҙең икенсе инеше — Каа-Хем —яҡынса 500 км. Монголия биләмәләренән башланғыс ала.
Туризм
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ландшафты — тайга. Тау йылғалары, шарлауыҡтар күлдәр күп. Кеше аяғы баҫмаған, кеше ҡулы теймәгән ҡырағай тәбиғәт иҫ китмәле матурлығы менән һушты ала. Туристик маршруттары ла сағыштырмаса ябай.Бына ошолар барыһы ла әүҙем ял итергә яратыусыларҙың иғтибарын йәлеп итә. Саян тауҙарында ике уникаль тәбиғәт ҡурсаулығы урынлашҡан. Көнбайыш Саянда Саян-Шушен ҡурсаулығы һәм Көнсығыш Саянда — Столбы ҡурсаулығы .
Тораҡ пункттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Красноярск (Көнсығыш Саяндың төньяҡ-көнбайыш осонда) — Саянда иң ҙур ҡалаларҙың береһе
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Саянский горный хребет // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона : в 86 т. (82 т. и 4 доп.). — СПб., 1890—1907.
- Степанов Н.В. и др. Флора Саян. — Красноярск, 2003.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Саянская ландшафтная область в книге: Н. А. Гвоздецкий, Н. И. Михайлов. Физическая география СССР. — М., 1978.
- Горная энциклопедия. Саяны