Субстантивлашыу
Субстантивлашыу | |
Продукция | исем |
---|---|
Ҡапма-ҡаршыһы | десубстантивация[d] |
Субстантивлашыу (лат. substantivum — исем), — һүҙ төркөмдәренең (сифат, ҡылым, рәүеш, һан), предметты атау һәләте алып, исем һүҙ төркөмөнә күсеүе[1], (йәғни «кем?» йәки «нимә?» һорауына яуап биреүе). Субстантивлашыу — транспозицияның айырым бер осрағы[2], морфологик булмаған һүҙъяһалыштың морфологик-синтаксик ярҙамсы ысулына ҡарай.
Субстантивлашыуға дусар була алған һүҙ төркөмдәренә миҫалдар:
- сифат: «оҫтаны саҡырҙылар»
- рәүеш: «аҙ күпкә буйһонор»
- һан: «икенселәр класҡа инде», «берәүҙән икәү яҡшы»,
- сифат ҡылым: «ҡайтыусылар ҙа, ҡаршылаусылар ҙа таралышып бөттө»
- исем ҡылым: ишетеүҙән күреү яҡшы.
Cубстантивлашыу төрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Субстантивлашыу тулы һәм өлөшләтә була.
Тулы субстантивлашыу бер һүҙ төркөмөнә ҡарарған һүҙҙең икенсе һүҙ төркөмөнә тулыһынса күсеүенән тора.
Өлөшләтә (тулы булмаған<[1]) субстантивлашыуға һүҙ ике һүҙ төркөмөнә лә ҡарай (хәрби табип һәм хәрби, балаһыҙ ғаиләләр һәм балаһыҙҙар, һалҡын ҡыш һәм һалҡындар башланды).
Окказиональ субстантивлашыу ваҡытында һүҙ контекста ғына икенсе һүҙ төркөмө билдәләрен ала. Мәҫәлән, һайланған һаҙға батҡан.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Classes.ru / Розенталь Д.Э. "Словарь лингвистических терминов" - субстантивация . Дата обращения: 29 март 2013. Архивировано 4 апрель 2013 года.
- ↑ Транспозиция . Дата обращения: 29 март 2013. Архивировано 4 апрель 2013 года.