Сухоцкая Нина Станиславовна
Сухоцкая Нина Станиславовна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Тыуған көнө | 7 февраль 1906 |
Тыуған урыны |
Рәсәй империяһы Мәскәү, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 30 август 1988 (82 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Һөнәр төрө | актёр |
Сухоцкая Нина Станиславовна (7 февраль 1906 йыл — 30 август 1988 йыл) — СССР-ҙың театр актёры, педагог һәм режиссёр.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нина Станиславовна Сухоцкая 1906 йылдың 7 февралендә Мәскәүҙә тыуған. Актриса А. Г. Коонендың туғаны.
18 йәшендә Мәскәүҙә А. Таировтың камера театры актрисаһы. 1932 йылда Камера театрының Юғары эксперименталь оҫтаханаларын тамамлау менән 1949 йылға тиклем шул уҡ театрҙың актёры һәм режиссеры булып эшләй. Һуғыштан һуң йылдарҙа Сухоцкая үҙ аллы бер нисә спектакль ҡуя. Бер үк ваҡытта 1939—1941 йылдарҙа С. В. Образцов саҡырыуы буйынса ул ике йыл уның ҡурсаҡтар театрында эшләй, С. Я. Маршактың «Терем-теремок» әкиәте буйынса спектакль ҡуя. Пародия миниатюраларынан шағир А. И. Введенскийҙың «Концерт-варьете» пьесаһы буйынса программа өҫтөндә эшләүҙә ҡатнаша. 1941—1942 йылдарҙа эвакуацияла Ташкентта И. В. Сталин исемендәге Пионерҙар һарайында эшләй.
Таиров театры бөтөрөлгәндән һуң Мәскәү Пионер йортоноң театр студияһы етәксеһе була. ВГИК-тың роежиссура һәм актёр оҫталығы кафедраһы доценты була, унда 1949 йылдан алып 1966 йылға тиклем уҡыта. Оҙаҡ йылдар радиола Ф. М. Достоевский, А. С. Пушкин һәм башҡа яҙыусыларҙың әҫәрҙәре буйынса әҙәби композицияларҙың авторы һәм режиссеры булып эшләй. 1970—1975 йылдарҙа — ГИТИС-тың режиссура кафедраһы доценты. 1974 йылда Үҙәк Пионерҙар йорто ҡарамағындағы Балалар ижады театры студияһын етәкләй. «Как читать стихи» уҡыу әсбабының авторҙашы була[1] (1966 В. М. Терешкович менән бергә).
Нина Сухоцкая Фаина Раневская менән яҡын дуҫ була, уны ул «Нинтик» тип йөрөтә.[2] . 1934 йылда улар бергә Михаил Роммдың тауышһыҙ «Пышка» фильмында төшә.
1989 йылдың 30 авгусында Мәскәүҙә вафат була[3]
Рәсәй дәүләт әҙәбиәт һәм сәнғәт архивында С. Сухоцаяға ҡараған документтар бар[4]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Московская энциклопедия. Том 1: Лица Москвы. Книга 6: А-Я. Дополнения. М.: ОАО «Московские учебники», 2014.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сухоцкая Нина Станиславовна «Rodovid» ағасында. Ата-бабалар һәм ейәндәр шәжәрәһе
- Нина Станиславовна Сухоцкая (1908—1988)
- publ.lib.ru/ARCHIVES/S/SUHOCKAYA_Nina_Stanislavovna/_Suhockaya_N.S..html Нина Станиславовна Сухоцкая