Эстәлеккә күсергә

Сөләймән (Ҡурған өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Сөләймән
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Ҡурған өлкәһе

Муниципаль район

Сафакүл районы

Ауыл биләмәһе

Сөләймән ауыл советы

Координаталар

54°48′ с. ш. 62°35′ в. д.HGЯO

Халҡы

525[1] кеше (2010)

Почта индексы

641087

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

45

ОКАТО коды

37 232 832 001

ОКТМО коды

37 632 432 101

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Сөләймән (Рәсәй)
Сөләймән
Сөләймән
Сөләймән (Ҡурған өлкәһе) (Ҡурған өлкәһе)
Сөләймән

Сөләймән (рус. Сулейманово) — Рәсәй Федерацияһы Ҡурған өлкәһе Сафакүл районы ауылы. Сөләймән ауыл советы составына керә.

Революцияға тиклем Сөләймән ауылы Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Ҡатай улусы составында була[2].

Революциянан һуң Башҡорт АССР-ының Ялан кантоны составына керә. 1922 йылда Урал өлкәһенең яңы ойошторолған Ялан районы составына бирелә. 1930 йылда Ялан районы бөтөрөлгәс, Сөләймән ауылы Ялан-Ҡатай районына керә. 1934 йылда Ялан-Ҡатай районы Силәбе өлкәһе составына инә. 1940 йылда Сөләймән ауылы яңы ойошторолған Сафакүл районына керә, 1943 йылда был район Ҡурған өлкәһе составына инә.

Халыҡ иҫәбе
2010[1]
525

2002 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (75 %) йәшәй[3].

Ауылда урта мәктәп, китапхана, мәҙәниәт йорто, фельдшер-акушер пункты бар[4].