Эстәлеккә күсергә

Тажикстан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тажикстан Республикаһы
Ҷумҳурии Тоҷикистон
Тажикстан гербы
Флаг
Гимн: «Тажикстан Республикаһының Милли гимны»
Үҙаллылыҡ датаһы 9 сентябрь 1991 йыл ( СССР)
Рәсми телдәр тажик (дәүләт) 
урыҫ (милләт-ара аралашыу теле)
Баш ҡала Дүшәмбе
Эре ҡалалар Дүшәмбе, Хужанд, Ҡурғантүбә, Күләб
Идара итеү төрө парламент республикаһы[1]
Президент
Премьер-министр
Имамәли Рәһман
Кәһир Рәсүлзадә
Дәүләт дине Ислам
Территория
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө
93
142 000 км²
0,3
Халыҡ
• Һаны (2016)
• Перепись (2010)
• Халыҡ тығыҙлығы

8 551 200[2] чел. (95)
7 417 400 чел.
734[3] чел./км² (60,0)
ЭТП (ППС)
  • Бөтәһе

17,555 млрд долл.
Валюта Сомони (TJS, код 972)
Интернет-домен .tj
Код ISO TJ
МОК коды TJK
Телефон коды +992
Сәғәт бүлкәте UTC+5

Тажикстан (таж. Тоҷикистон), рәсми исеме — Тажикстан Республикаһы (таж. Ҷумҳурии Тоҷикистон, фарс. جمهوری تاجیکستان) Үҙәк Азияла Памир тауҙары итәгендә һәм диңгеҙҙән алыҫ урынлашҡан дәүләт. Ул — Урта Азияла майҙаны буйынса иң бәләкәй дәүләт. Көнбайышта һәм төньяҡ-көнбайышта Үзбәкстан, Төньяҡта Ҡырғыҙстан, көнсығышта Ҡытай, көньяҡта Афғанстан менән сикләшә.

Баш ҡалаһы — Дүшәнбе ҡалаһы. 

Дәүләт теле - тажик теле, шул уҡ ваҡытта Тажикстан — элекке совет Урта Азияһында берҙән-бер фарсы телле дәүләт. Тажикстан халҡының күпселеге ислам диненең сөнни йүнәлешен тота. 

Тажикстан тәбиғәт ресурстарына бай, әммә республика территорияһының 93 процентын тауҙар биләй, шуға күрә ҡаҙылма байлыҡтарын сығарыу өсөн инфраструктура насар үҫешкән. Тажикстан Евразияның төп транспорт юлдарынан алыҫ урынлашҡан. 

"Тажикстан" атамаһы (таж. Тоҷикистон; фарс. تاجیکستانТоҷикисто́н — «тажиктар иле») тажиктар атамаһынан һәм -истан / -стан суффиксын ҡушыуҙан барлыҡҡа килгән. Был атама 1924 йылда Урта Азиянла милли-территориаль сиктәрҙе айырыу һәм Үзбәк ССР-ы составында Тажик АССР-ын булдырыу мәлендә барлыҡҡа килә (1929 — 1991 йылдарҙа — Тажик ССР-ы).

Тажиктарҙың боронғо ата-бабалары үҙ илдәрен «Aryānam Vaeja»[5] тип атаған. Атама боронғо иран телендәге «aryanam» һәм авест. «airyanam» (урта фарсысаErān, тажикса — Эрон) һәм "Арийҙар иле" тигән мәғәнәне аңлата. Әһәмәниҙәр (беҙҙең эраға тиклем 550—327 йылдар) дәүерендә "Aryānam Vaeja" төшөнсәһе "Aryānam Xšaθram" — "Арийҙар дәүләте" булараҡ үҙгәреп киткән. Арий ҡәбиләләре (арьи, берлектә — «Арийлы» — арья; авесталарҙың aria һүҙенән һәм ирандарҙың ariya — «затлы», «саф») — боронғо һинд-иран ҡәбиләләре атамаһы. Улар, беҙҙең эраға тиклем 2-се мең йыллыҡ башында һинд-европа ҡәбиләләренән айырылып, Үҙәк Азияға (Айиряна Ваэджа (авест.) — «арий иркенлеге, иле») күсенгән. Беҙҙең эраға тиклем 2 мең йыллыҡ аҙағында һинд-иран ҡәбиләләренең бер өлөшө хәҙерге Иран һәм Төньяҡ Һиндостан ерҙәренә күсенеп төпләнә. Тарихи сығанаҡтарҙа арийҙар (арьи, aria) Ариана, Туран, Боронғо Бактрия, Согд, Хорезм, Фарция, Мидия һәм Хорасан дәүләттәре халыҡтарының ата-бабалары булараҡ атап үтелә.

Әһәмәниҙәр дәүеренән башлап "Иран" (тажик телендә — Эрон) ҡеүәтле үҙәкләштерелгән империя булдырған дәүләттәргә ҡарата ҡулланыла. Erānšahr (Эроншаҳр) авеста телендәге Airyānam Xšaθram һүҙенән килеп сыҡҡан. Авеста телендәге "ai" дифтонгы урта фарсы телендәге "e" булып үҙгәргән. Туранан-тура тажиктарҙың ата-бабалары булған көнсығыш-иран халыҡтары үҙ ерҙәрен «Туран» (тажик телендә — Турон) тип атаған. Көнсығыш-иран халыҡтарының иле — Туран — сәйәси йәһәттән 4 айырым дәүләткә: Согд, Бактрия, Хорезм, Маргианаға бүленгән була. Күсмә тормошта йәшәгән саҡтар ҡәбиләләре лә тажиктарҙың ата-бабалары була.

Боронғо замандарҙа тәүге мәлдә Һырдаръя, һуңыраҡ Амударъя Иран менән Туран араһындағы шартлы сик була.

Хәҙерге Тажикстан территорияһында булған Бактрия һәм Согдиана — беҙҙең эра башланғанға тиклем үк барлыҡҡа килгән тәүге дәүләт берәмектәре.

Сәмәниҙәр (892 — 999)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Сәмәниҙәр дәүләте ҡеүәтенең иң юғары нөктәһендә

Сәмәниҙәр — 819 — 999 йылдарҙа Урта Азияла һәм Иранда хакимлыҡ иткән династия.

Сәмәниҙәр династияһы Балх ҡалаһы янындағы Сәмән ауылы атамаһынан үҙенең исемен Сәмән-худат тип ала. Рафи ибн Лейс етәкселегендәге ғәрәптәргә ҡаршы ихтилалды (806 — 810) баҫтырыуҙа ярҙам иткәндәре өсөн Сәмәндең улдары һәм ейәндәре 872 йылда Мавераннахраның мөһим өлкәләрен идара итеүгә ала. 892 йылда Исмәғил Сәмәни Мавераннахра территорияһының ҡайһы бер өлөштәрен һәм Хөрәсәнде (Урта Азияны һәм Афғанстанды) берләштереп, Сәмән дәүләтенә нигеҙ һалыусы әмир була.

Һуңынан Ғәббәси хәлифәлеге контроле аҫтындағы Хөрәсән дә Сәмәни әмирҙәренә буйһона. Тиҙҙән Сәмәниҙәр Бағдадтан тулыһынса бойондороҡһоҙлоҡ алыуға өлгәшә (875 — 999). 999/1005 йылдарҙа Ҡарахани һәм Ғәзнәүиҙәр дәүләттәренең төрөк телле ҡәбиләләренең баҫып инеүе һөҙөмтәһендә Сәмәниҙәр дәүләте юҡҡа сыға[6].

Гүриҙәр солтанаты (879 — 1215)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ғийәс уд-Дин Мөхәммәт осоронда Гүриҙәр дәүләте ҡеүәтенең иң юғары нөктәһендә була

Гүриҙәр солтанаты — урта быуатта хәҙерге Афғанстан, Иран, Пакистан, Тажикстан[7] һәм Һиндостан территорияларында 1148 йылдан 1206 йылға тиклем йәшәгән тажик дәүләте. Хакимлыҡ итеүсе династия — Сури ырыуынан сыҡҡан гүриҙәр (Сури атамаһы Мандеш ерендәге Гүр ҡәбиләһенең беренсе юлбашсыһы Сури ибн Мөхәммәт исеменән килеп сыҡҡан). Дәүләт үҙәге Гүр өлкәһендә була. Баш ҡалалары: Фирузкух һәм Ғәзни ҡалалары. Династияның ҡеүәтенә нигеҙҙе Ғәзнәүиҙәр һарайының мир хажибы Изз уд-Дин Хөсәйен ибн Саам һала.

Мәхмүт Ғәзнәүи 1011 йылда Гура ҡалаһын яулап алғандан һуң, Гүриҙәр династияһы буддизмдан исламдың сөнни йүнәлешенә күсә. Әбү Али ибн Мөхәммәт (1011 — 1035 йылдарҙа батшалыҡ итә) Гүриҙәр ғаиләһенең беренсе мосолман хакимы була, ул Гурала мәсеттәр һәм ислам мәктәптәре төҙөй.

Гуранан сыҡҡан Солтан Музиз әд-Дин Мөхәммәт Ғәзнәүиҙәрҙең һуңғы баш ҡалаһы Лахорҙы яулап алғандан һуң 1186 йылда династия Ғәзнәүиҙәр дәүләтен ҡолата. Гүриҙәр империяһы көнбайышта Хөрәсәнды яулап ала һәм көнсығышта төньяҡ Һиндостандан Бенгалияға тиклем барып етә.[8]

Куртиҙар (1244 — 1381)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Куртидтар дәүләте максималь сәскә атыу осоронда

Куртиҙар — урта быуаттағы тажик[9] сығышлы династия, улар XIII — XIV быуаттарҙа Хөрәсән территорияһында хакимлыҡ итә. Куртиҙар башта Гүриҙәр династияһының солтанына буйһонған була, ә һуңынан Монголия империяһының вассалына әйләнә[10]. 1335 йылда Хулағиҙар дәүләте тарҡалғандан һуң куртиҙарҙың хакимы Муизд уд-Дин Хөсәйен ибн Гийас үҙенең биләмәләрен киңәйтергә тырыша[11][11]. 1370 йылда Хөсәйендең вафат булып ҡуйыуы һәм 1381 йылда Аҡһаҡ Тимер ғәскәрҙәренең баҫып инеүе куртиҙарҙың ниәттәрен юҡҡа сығара[12].

Үзбәк ССР-ы һәм уның составындағы Тажик АССР-ы картаһы. 1927 йыл

Урта Азияла милли-территориаль сиктәрҙе ыҙанлау үткәреү һөҙөмтәһендә, 1924 йылдың октябрендә хәҙерге Тажикстан территорияһында Үзбәк Совет Социалистик Республикаһы (Узбәк ССР-ы) составында Тажик Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы (Таджик АССР-ы) ойошторола. Душанбе Тажик АССР-ының баш ҡалаһы итеп билдәләнә, ул өс тораҡ пунктын (Сари-Осиё, Шохмансур һәм Дүшәнбе) берләштереү һөҙөмтәһендә хасил була. Бер нисә йыл буйына тажик интеллигенцияһы вәкилдәре һәм Тажик АССР-ының партия эшмәкәрҙәре Тажик автономияһын Үзбәк ССР-ынан айырым үҙаллы союздаш совет социалистик республикаһына әйләндереүҙе юллай, һәм 1929 йылдың 16 октябрендә Тажик АССР-ы нигеҙендә үҙаллы Тажик Совет Социалистик Республикаһы (Тажик ССР-ы) ойошторола, шул йылдың 5 декабрендә союздаш республика хоҡуғында СССР составына иҫәп буйынса 7-се союздаш республика булараҡ (Рәсәй, Украин, Белорус, Кавказ аръяғы, Үзбәк, Төркмән союздаш республикаларынан һуң) индерелә. Автономиялы республиканы союздаш республикаға әйләндереүҙең төп инициаторҙарының береһе Шириншо Шотемур һәм Садриддин Айни була.

Хөкүмәт бинаһы

1930-сы йылдарҙа һәм Бөйөк Ватан һуғышы осоронда илдә планлы индустриялаштырыу үткәрелә, ул милли иҡтисадты үҙгәртеп ҡороу һәм РСФСР-ҙан һәм СССР-ҙың башҡа республикаларынан квалификациялы эшсе көстәрҙең ил хужалығының төрлө тармаҡтарына килеп ҡушылыуы менән билдәләнә.

1937 йылдан 1946 йылға тиклем Тажик ССР-ы Министрҙар Советы рәйесе М. К. Ҡорбанов була.

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда нацис Германияһы ғәскәрҙәренән зыян күргән, аслыҡҡа дусар ителгән союздаш республикалар, шулай уҡ РСФСР-ҙың сик буйы төбәктәренән, шул иҫәптән блокадала ҡалған Ленинград, көнбайыш Рәсәй, Белоруссия һәм Украинала йәшәгән халыҡ Урта Азия республикаларына, атап әйткәндә, Тажик ССР-ына эвакуациялана. Тажикстанға йөҙ меңдән ашыу кеше килә, шуларҙың 10 меңдән ашыуы — йәтим ҡалған балалар. Урындағы халыҡ ҡасаҡтарҙы торлаҡ, кейем-һалым, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә, күп кенә тажик ғаиләләре йәтим ҡалған балаларҙы үҙ ғаиләләренә тәрбиәгә ала. Башҡа балалар, тол ҡатындар, оло йәштәгеләр санаторийҙарға, балалар лагерҙарына һәм ял йорттарына урынлаштырыла. Тажикстан фронтҡа 90 тоннанан ашыу йөн, 650 тонна иген, 36 мең тонна ит, 19 мең ат ебәрә. Республика аҡсаһына фронт можтажлыҡтары өсөн 3 меңдән ашыу йөк машинаһы, бер нисә йөҙ танк һәм 100 мең трактор-тягач етештерелә. СССР-ҙың һуғыш ялмап алған көнбайыш өлөшөнән 30 предприятие Тажикстанға эвакуациялана. Бынан тыш республикала 20-нән ашыу завод һәм фабрика армия мохтажлыҡтары йүнәлешендә эшләү өсөн өр-яңынан асыла. 1941 — 1945 йылдарҙа Тажик ССР-ынан һуғышҡа 289 меңдән ашыу кеше саҡырыла, 45 меңгә яҡын кеше тылда эшләй. Тажикстандан һуғышта ҡатнашҡан 290 меңдән ашыу кешенең 100 меңдән ашыуы һуғыш яландарында һәләк була йәки хәбәрһеҙ юғала[13].

1946 йылдан 1956 йылға тиклем Тажик ССР-ы Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының беренсе секретары булып сәйәсмән һәм ғалим-тарихсы Б. Ғафуров эшләй.

1950-се йылдар уртаһында Тажик ССР-ы етәкселегендә Ленинбадтан сыҡҡандар юғары вазифаларҙы биләй башлай, шунлыҡтан Ленинбад өлкәһендә тыуған йәки элек шул өлкәлә эшләгән кешеләр — Ульджабаев, Рәсүлев, Нәбиев, Мәхкәмовтар ТССР Коммунистар партияһы Үҙәк Комитеты етәкселәре вазифаһына тәғәйенләнә. 1970-се һәм 1980-се йылдарҙа шулай уҡ кадрҙар системаһында торғонлоҡ күҙәтелә (Рәсүлев үҙ вазифаһында 21 йыл ултыра).

Тажик ССР-ының төп махсуслашыуы мамыҡ сәнәғәте була. Шул уҡ ваҡытта, 1960—1970-се йылдарҙа иҡтисадтың машиналар эшләү, туҡыу, электротехник һәм химия сәнәғәте, шулай уҡ гидроэнергетика тармаҡтары булдырыла.

1990 йылдың 24 авгусында демократик һәм милләтселек йүнәлешендәге бер төркөм депутаттарҙың йоғонтоһо аҫтында Тажик ССР-ы Юғары Советының яңы саҡырылышы үҙенең икенсе сессияһында уҡ "Тажик Совет Социалистик Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында Декларация" ҡабул итә. Атап әйткәндә, Декларацияла был документтың республиканың яңы Конституцияһын эшкәртеү һәм яңы Союз килешеүен төҙөү өсөн нигеҙ булып тороуына күрһәтелә[14]. «Август путчы» мәлендә Тажик ССР-ы президенты ГКЧПһәм уны хуплаған көстәр яҡлы була, уның был аҙымына ҡарата республика Юғары Советының бер өлөшө, исламистар һәм бойондороҡһоҙлоҡ яҡлы башҡалар ҡырҡа ризаһыҙлыҡ белдерә. Оппозиция тарафынан күп кеше ҡатнашҡан митингылар ойошторола, унда президенттың отставкаға китеүе һәм коммунистар партияһының тарҡатылыуы тураһынғы талаптар ҡуйыла. 1991 йылдың 31 авгусында республика Юғары Советының сираттан тыш сессияһында депутаттар президентҡа ышанмаусылыҡ күрһәтә, һәм Каххар Мәхкәмов республика президенты посынан отставкаға ебәреүҙәрен һорап ғариза бирә, уның вазифаһын Юғары Совет рәйесе Кадритдин Аслонов үтәй башлай. 7 сентябрҙә Тажик ССР-ы Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының пленумында Каххар Мәхкәмов уны ҮК-ның беренсе секретары вазифаһынан бушатыуҙарын һорай, уның был отставкаһы ла ҡабул ителә. 1991 йылдың 9 сентябрендә Юғары Совет республиканың СССР составынан сығыуы тураһында иғлан итә. Шулай итеп, Тажикстан « Суверенитеттар парады» һөҙөмтәһендә Советтар Союзы составынан сығыусы 11-се республика була[15].

Бойондороҡһоҙ Тажикстан

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Милләттәр һарайы, Дүшәнбе
  • 1991 йылдың 9 сентябре — Тажикстан Республикаһы Юғары Советы сессияһында "Тажикстан Республикаһының дәүләт бойондороҡһоҙлоғо тураһында" Белдереүҙәр һәм Ҡарарҙар ҡабул ителә. 9 сентябрь республикала Тажикстан Республикаһы бойондороҡһоҙлоғо көнө тип иғлан ителә.
  • 1991 йылдың 25 декабре — Тажикстан Республикаһы Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенә (БДБ) инә.[16]
  • 1992 йылдың 26 феврале — Тажикстан Республикаһы Европала хәүефһеҙлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса ойошмаға (ОБСЕ) инә.
  • 1992 йылдың 2 марты — Тажикстан Республикаһы Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы (БМО) ағзаһы булған дәүләттәр составына инә.
  • 1993 йылдың 1 декабре — Тажикстан Республикаһы Ислам Конференцияһы Ойошмаһы (ОИК) ағзалары булған дәүләттәр составына инә.
  • 1992 йылдың 5 майы — 1997 йылдың 27 июне — Граждандар һуғышы йылдары. Республика иҡтисадына килтерелгән зыян 10 миллиард долларҙан ашыу тәшкил итә[17].
  • 1992 йылдың майында Дүшәнбелә милли-демократик оппозиция яҡлылар түңкәрелеш ойошторорға тырыша, оппозиция вәкилдәре "Милли килешеү хөкүмәтенә" инә. Элекке коммуннистик элита һәм милли-демократик һәм ислам көстәре араһындағы ҡапма-ҡаршылыҡ сәйәси өлкәнән этно- ырыу өлкәһенә күсә. 1992 йылдың июнендә Тажикстандың көньяҡ райондарында Рахмон Нәбиев яҡлылар һәм уға ҡаршылар араһында ҡораллы ҡапма-ҡаршылыҡ килеп тыуа. Илдә граждандар һуғышы бына шулай башлана. 31 августа оппозиция яҡлылар президент резиденцияһын һәм аманатҡа кешеләрҙе ҡулға ала (Нәбиев Милли хәүефһеҙлек комитеты бинаһында йәшеренә). 1992 йылдың 7 сентябрендә Дүшәмбе аэропортында Нәбиев ҡораллы оппозиция ҡыҫымы аҫтында Тажикстан Республикаһы президенты посынан төшөрөлә. Был осорҙа хөкүмәт яҡлылар "конституцион тәртипте" тергеҙеүҙе иғлан иткән Тажикстандың Халыҡ фронтын (хәрби-сәйәси ойошма) булдыра. 1992 йылдың 27 сентябрендә Халыҡ фронты саҡ ҡына элегерәк исламистар тарафынан баҫып алынған Ҡурған-түбәг бәреп инәә, артабан уның янындағы төбәкте биләй. Үзбәкстан Халыҡ фронтына сикле сәйәси хуплау белдерә. Асыҡтан-асыҡ белдермәһә лә Рәсәй ҙә Тажикстандың Халыҡ фронтына булышлыҡ итә. Үҙәктә һәм урындарҙа власть эшләүҙән туҡтай. 1992 йылдың майында булдырылған "халыҡ килешеүе" хөкүмәте республикаға контроллек итеүҙе юғалта.
  • 1992 йылдың 24 октябрендә Халыҡ фронтының ҡораллы формированиелары Дүшәнбене баҫып алырға маташа, әммә ул уңышһыҙлыҡ менән тамамлана, ҡалала йөҙҙәрсә кеше һәләк була һәм яралана. Уңышһыҙлыҡҡа дусар булғанлыҡтан, улар илдең төп магистрален — илдең үҙәк райондары менән тоташтырған берҙән-бер тимер юлын шартлата, Дүшәнбелә һәм көнсығыш төбәктәргә аслыҡ ҡурҡынысы янай.
  • 1992 йылдың көҙөндә Тажикстандың көньяғындағы күп кенә халыҡ, һуғыштан ҡасып, Афған сиге аша сығырға, Тажикстандың тынысыраҡ төбәктәргә, шулай уҡ БДБ-ның башҡа республикаларына китә башлай. БМО баһаһы буйынса 1 миллион самаһы кеше мәжбүри күскенсе һәм 200 меңдән ашыу ҡасаҡ була, шул иҫәптән 60 меңдән ашыу кеше Афғанстан сиге аша сығып китә.
  • 1992 йылдың 16 ноябре — 2 декабре — Тажикстан Республикаһының Шурои Олиҙың (Юғары советы) XVI сессияһы Ходжентта үтә, унда Нәбиев президент вазифаһынан отставкаға китә, 1992 йылдың 19 ноябрендә Тажикстан Республиканың Шурои Оль рәйесе (ғәмәлдә республика башлығы) итеп Эмомали Рахмон һайлана. 1992 йылдың 19 декабрендә, Тажик Республикаһы Юғары Советының XVI сессияһында ҡабул ителгән Ҡораллы ҡаршылыҡты туҡтатыу тураһында ҡарарынан һуң, Халыҡ фронты отрядтары баш ҡаланы һуғышһыҙ баҫып ала. Әммә милли-демократик оппозиция һәм ислам көстәре көтмәгәндә Көнбайыш илдәре, мосолман илдәре, БМО йөҙөндә ҡеүәтле сәйәси хуплау алыуға өлгәшә, һәм Тажикстан Республикаһы хөкүмәтенә ҡаршы хәрби хәрәкәттәр башлана.
  • 1994 йылдың 6 ноябре — Тажикстан конституцияһын бөтә халыҡ референдумы һөҙөмтәләре буйынса ҡабул итеү (1999 йылдың 26 сентябре һәм 2003 йылдың 22 июне, ғәмәлдәге конституцияға үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү). Яңы парламент 6 ноябрҙе Тажикстандан Республикаһы Конституцияһы көнөн дәүләт байрамы тип иғлан итә.
  • 1994 йылдың 6 ноябрендә Тажикстан президенты итеп Эмомали Рахмонов һайлана (1999 йылда һәм 2006 йылда ҡабаттан һайлана).
  • 1997 йылдың 27 июне — Мәскәүҙә Тажикстан президенты Рахмонов һәм берләшкән Тажик оппозицияһы (ОТО) етәксеһе Саид Абдулло Нури "Тажикстанда тыныслыҡ һәм милли килешеү тураһында дөйөм килешеүгә" ҡул ҡуя. Йомғаҡлау килешеүенә Тажик Республикаһы һәм ОТО 1994 — 1997 араһында барған 8 раундтан һуң ғына ҡул ҡуйыла. 27 июнь республикала дәүләт байрамы — Милли берҙәмлек көнө тип иғлан ителә.
  • 1997 йылдың 4 июне — Милли татыулашыу буйынса комиссияның (КОМ) 26 ағзаһы (ТР хөкүмәтенән 13 ағза һәм элекке оппозициянан 13 ағза) составында эшләй. КОМ Тажикстанда 1997 йылдың 27 июненән тыныслыҡ һәм милли килешеү тураһында дөйөм килешеү документтарын тормошҡа ашыра.
  • 1998 йылдың 3 — 10 ноябре — Ходжентта һәм Согдий өлкәһендә Тажик Республикаһының Оборона министрлығының махсус бригадаһының элекке полковнигы Худойбердыевтың хөкүмәткә ҡаршы фетнәһе, ул фетнәселәрҙе ҡыйратыу менән тамамлана.
  • 2000 йылдың 27 феврале — Намояндагон Мәжлесенә депутат һайлау (1 депутат), 2000 йылдың 23 марты — Милли Мәжлескә (33 депутат) Оло Мәжлескә —республикала профессиональ парламент булдырыу.
  • 2000 йылдың 30 ноябре — Тажикстанда милли валюта (сомони) индерелә.
  • 2000 йылдың 10 октябре — Тажикстан Евразия иҡтисади берләшмәһен (ЕврАзЭС) ойоштороу тураһында килешеүгә ҡул ҡуя.
  • 2001 йылдың 15 июне — Тажикстан Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһына (ШОС) инә.
  • 2002 йылдың 14 майы — Тажикстандың Коллектив хәүефһеҙлек тураһында килешеү Ойошмаһына (ОДКБ) инеүе.
  • 2005 - 2009 йылдар — Рәсәй менән берлектә Сангтуда — 1 ГЭС-ын төҙөү һәм файҙаланыуға тапшырыу (ҡеүәте 670 МВт).
  • 2006 - 2009 йылдарҙа юғары вольтлы электр тапшырыу линияларын төҙөү һәм файҙаланыуға тапшырыу.
  • 2009 йылдың 5 октябре — Тажикстан Республикаһының "Дәүләт теле тураһында" тип яңы закон ҡабул ителә. 5 октябрь республикала "Дәүләт теле көнө" тип иғлан ителә.
  • 2006 2010 йылда Дүшәнбе — Хужанд — Чанак (Үзбәкстан), Дүшәнбе — Джиргиталь — Һары Таш (Ҡырғыҙстан), Анзоб артылышында, Шаршар һәм Шахристанда автомобиль тоннелдәрен төҙөү һәм файҙаланыуға тапшырыу.
Тажикстандың Милли китапханаһы (Дүшәнбе)
  • 2010 йылдың 6 ғинуары — республика халҡы араһында Рогун ГЭС-ы акциялары тарала башлай. Дөйөм ҡеүәте 3600 МВт булған Рогун ГЭС-ы төҙөлөшөнөң дауамы.
  • 2011 йылдың сентябре — Сангтудин ГЭС-2-нең беренсе агрегатын төҙөү һәм файҙаланыуға тапшырыу (ҡеүәте —220 МВт, Иран менән берлектә)[18]. Агахан IV Үҫеш фонды менән берлектә Пәнж йылғаһы аша Афғанстанғакүпер төҙөүҙе тамамлау һәм Тажикстан һәм Ҡытайҙың инвестиция проекттарына ярашлы Дүшәнбе — Хужанд — Чанак (Үзбәкстан), Дүшәнбе - Джиргаталь - Һары Таш (Ҡырғыҙстан) автомобиль юлдарын реконструкциялау.[19][17]
  • 2012 йылдың 14 авгусы — Тажикстан сит ил арбитраж ҡарарҙарын таныу һәм үтәү тураһында конвенцияға ҡушыла (1958 йылғы Нью-Йорк конвенцияһы).
  • 2012 йылдың 10 декабре — Тажикстан Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына (ВТО) инә.
  • 2014 йылдың сентябре — Сангтудин ГЭС-2-нең 110 МВт ҡеүәтле икенсе агрегаты эшләй башлай. Тулыһынса файҙаланыуға тапшырылғандан һуң Сангтудин ГЭС-2-һы 1 млрд кВт/сәғ электр энергияһы, йәки 220 МВт тиклем етештерә ала.[20]
  • 2014 йылдың декабре — Дангаринский районында Үҙәк Азияла иң ҙур туҡыу предприятиеһы төҙөлә башлай, уның беренсе сираты 52 меңдән ашыу тонна мамыҡ-сүсте эшкәртергә һәләтле. Предприятие Тажикстан менән Ҡытайҙың берлектәге инвестиция проектына ярашлы төҙөлә.[21]
  • 2015 йылдың 29 сентябре — Тажикстандың Юғары суды Тажикстан Ислам яңырыу партияһының (ПИВТ) республика территорияһында эшмәкәрлеген тыя. ПИВТ тыйылғанға тиклем ул советтарҙан һуң донъя киңлегендә ислам йүнәлешендә берҙән-бер законлы рәүештә эшләүсе сәйәси партия була.
  • 2015 йылдың 18 октябре — Айни — Пенджикент автотрассаһы реконструкциялана. Азия Үҫеш банкы 113 км оҙонлоғондағы был юлды реабилитациялау өсөн 100 миллион АҠШ доллары грантын бирә.[22]
  • 2015 йылдың 15 декабре — Азия үҫеш банкы, Афғанстанда хәүефһеҙлек кимәле түбән булыу һәм афған участкаһын төҙөү өсөн финанс ресурстарының етерлек булмауы сәбәпле, Афғанстан, Төркмәнстан, Афғанстан һәм Тажикстан ҡатнашҡан трансафған тимер юлын финанслауҙы туҡтата.[23]
  • 2016 йылдың 22 майы — Тажикстанда Конституция референдумы үтә.
  • 2018 йылдың 26 майы — Тажикстан халҡы 9 миллион кешегә етә.[24]
  • 2018 йылдың 16 ноябре — Рогун[25] ГЭС-ының беренсе гидроагрегаты тантаналы рәүештә тоҡандырыла. Икенсе гидроагегат 2019 йылдың июнендә файҙаланыуға тапшырыла[26].
  • 2019 йылдың 6 ноябре — Дүшәнбе ҡалаһынан 60 км алыҫлыҡта, Тажик-Үзбәк сигендә урынлашҡан Ишкобод заставаһына һөжүм итәләр, 6 хәрби хеҙмәткәр, шул иҫәптән 5 сик һаҡсыһы һәм 1 милиционер һәләк була[27]. "Ислам дәүләте" террористик ойошмаһы (РФ-та һәм Тажикстанда тыйылған) һөжүм өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә ала.[28]
  • Тажикстан Рәсәй, Ҡытай һәм Иран менән берлектә бер нисә эре инвестиция проектында ҡатнаша.

Тажикстандың дәүләт ҡоролошо 1994 йылдың 6 ноябрендә ҡабул ителгән конституция менән билдәләнә. Тажикстан президент республикаһы.

1994 йылдан президент вазифаһын Эмомали Рахмон биләй, ул 1999, 2006 һәм 2013 йылдарҙа ҡабаттан һайлана. 1994 йылда президент итеп һайланғанға тиклем Эмомали Рахмон Коммунистар партияһы ағзаһы булып тора һәм, шуға ярашлы, ағзалыҡ иғәнәләрен түләй. Уны президент итеп һайлауға бәйле, партия етәкселеге менән килешеү буйынса, уның партия ағзалығы ваҡытлыса туҡтатыла.

Закондар сығарыу власын ике палаталы парламент — Тажикстандың Юғары Йыйылышы тормошҡа ашыра.

2000 йылдың февралендә парламент һайлауҙарында 65 процент тауыш йыйған НДПТ еңеп сыға, Тажикстан Коммунистар Партияһы 20 процент, ПИВТ 7,5 процент, ҡалғандары 7,5 процент тауыш йыя. 2005 йылдың 27 февралендә парламенттың түбәнге палатаһына һайлау һөҙөмтәләре тураһындағы рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, НДПT 75 процент тауыш ала, КПТ 14 процент, ПИВТ-ға 9 процент, ДПТ- 1 процент тауыш йыя. Намояндагон Мәжлесендәге (Вәкилдәр йыйылышы) 22 депутат урыны түбәндәгесә бүленә: социал-демократтар 17 урын, коммунистар - 3, исламистар 2 урын ала. 35 бер мандатлыокругтарҙа хакимлыҡ итеүсе партия вәкилдәре, береһендә — коммунист, икәүһендә — бойондороҡһоҙ кандидаттар (үҙҙәрен үҙҙәре күрһәткәндәр) еңә. 13 мартта 3 округта ҡабатлап үткәрелгән һайлауҙарҙа хакимлыҡ итеүсе партия вәкилдәре еңә.

ОБСЕ-нан һәм ҡайһы бер башҡа ойошмаларҙан килгән күҙәтеүселәр 2005 йылдағы һайлауҙарҙы, партиялар урынына, күбеһенсә һайлау комиссияһы һәм властар контроле аҫтында булыуын билдәләп, халыҡ-ара стандарттарға тап килмәй, тип таный. Оппозицияла торған партиялар һайлау көрәше осоронда мутлашыуҙарға һәм закон боҙоуҙарға юл ҡуйылыуына ҡарата протестар менән сығыш яһай.

Тыштан демократик булып күренһә лә сәйәси режим асылы буйынса авторитар булып ҡала. Күп кенә күҙәтеүселәр һәм халыҡ-ара хоҡуҡ яҡлы ойошмалар фекеренсә, граждандарҙың хоҡуҡтары даими боҙола, судтың бойондороҡһоҙлоғо бөтөнләй юҡ, үҙ фекерең белдереүгә ҡарата ҡаты сикләүҙәр ҡулланыла. Президент һәм парламент һайлауҙар буйынса бөтә кампанияларҙа ла дәүләттең һайлау процесында ҡыҫылыуы күҙәтелә. Тажикстандағы граждандар һуғышы рәсми рәүештә 1997 йылдың июлендә хөкүмәт һәм ОТО араһында тыныслыҡ һәм милли килешеү урынлаштырыу тураһында дөйөм Килешеүгә ҡул ҡуйыу менән тамамланһа ла оппозицияға ҡараған партиялар эшмәкәрлеген сикләү тик 1999 йылдың авгусында ғына ғәмәлдән сығарыла. 2000-се йылдар башынан килеп сығышы һәм идеологияһы буйынса интернациональ булған «Хизб-ут-тахрир-аль-исламийя» («Партия исламского освобождения» (ПИВТ)) партияһы тыныс тормошто төп болғатыусы була. Ойошманың эшмәкәрлеге тыйыла, шул ойошмаға ҡараған булыуы шик аҫтына ҡуйылған йөҙләгән кеше ҡулға алына, тиҫтәләгән функционер төрлө ваҡытҡа төрмөгә ябыла. ПИВТ-ның айырым етәкселәре (рәйес урынбаҫары Ш. Шәмсетдинов) хөкөмгә тарттырыла, ДПТ-ның лидеры М. Искәндәров әлегә тәфтиш тикшереүе аҫтында. 2015 йылдың 29 сентябрендә Тажикстан Республикаһының Юғары суды ил территорияһында "Тажикстандың ислам яңырыуы партияһының" эшмәкәрлеген тыйҙы. Тыйылғанға тиклем ПИВТ советтарҙан һуңғы осорҙа ислам йүнәлешендәге берҙән-бер легаль рәүештә эшләүсе партия була.

Сәйәси партиялар:

  • Тажикстан аграр партияһы;
  • Тажикстан Демократик партияһы;
  • Тажикстан коммунистар партияһы;
  • Тажикстандың Хакимлыҡ итеүсе халыҡ-демократик партияһы;
  • Тажикстандың иҡтисади реформалар партияһы;
  • Тажикстандың социал-демократик партияһы;
  • Тажикстан Социалистик партияһы.

Географик мәғлүмәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тажикстан территорияһының 93 процентын тауҙар биләй. Үлән һәм ярым ҡыуаҡлыҡ үҫемлектәре өҫтөнлөк итә.

Илдең климаты субтропик, һауа температураһының тәүлек һәм миҙгелле тирбәлеүе, яуым-төшөм, ҡоро һауа һәм бәләкәй болотлолоҡ менән. Ғинуарҙың уртаса температураһы республиканың көньяҡ-көнбайыш һәм төньяғындағы үҙәндәрҙә һәм тау итәктәрендә +2...−2 °C-ҡа тиклем тирбәлә һәм көньяҡ өлөшөндә түбән төшә. Абсолют минимум температура Памирҙа (Булункуль) -63 °C-ға тиклем. Июль айындағы уртаса температура көньяҡ-көнбайыш үҙәндәрҙә 0 градусҡә тиклем һәм Памирҙа унан да түбәнерәк була. Иң юғары температура +48°C градус тәшкил итә (Түбәнге Пяндж).

Уғата ҙур күлдәре: Ҡаракүл, Сарезское озеро, Искандеркуль, Кайраккум һыуһаҡлағысы.

Файҙалы ҡаҙылмалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тажикстандың төньяғында, Согдий өлкәһендә, донъяла иң ҙур көмөш ятҡылыҡтарының береһе Оло Конимансур урынлашҡан. Шулай уҡ Тажикстандан ҡиммәтле таштар, уран (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, донъя запастарының 16 проценты), алтын, күмер, алюмин һәм полиметалл мәғҙәндәре ятҡылыҡтарына бай.

Тажикстан халыҡ-ара стандарт буйынса UTC+5 тип билдәләнгән сәғәт бүлкәтендә урынлашҡан. 1991 йылдан алып сәғәттәрҙе йәйге һәм ҡышҡы ваҡытҡа күсереү ҡулланылмай. Ошо уҡ сәғәт бүлкәтендә Үзбәкстан, Төркмәнстан, Пакистан, Мальдив, шулай уҡ Рәсәйҙең бер нисә төбәге урынлашҡан.

Административ бүленеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ҡалып:Карта Таджикистана

Тажикстандың административ-территориаль бүленеше Тажикстандан Республикаһының 1995 йылдың 4 ноябрендәге 101-се һанлы "Тажикстан Республикаһының административ- территориаль ҡоролошо мәсьәләләрен хәл итеү тәртибе тураһындағы" Конституция Законы[29] һәм төрлө йылдарҙа Законға индерелгән өҫтәмәләр менән билдәләнә[30].

Был законға ярашлы, Тажикстандың административ-территориаль берәмектәре һәм тораҡ пункттары:

  • Таулы Бадахшан автономиялы өлкәһе;
  • өлкә;

Райондар ауыл һәм ҡала райондарына бүленә, улар республика, өлкә йәки ҡала буйһоноуында була ала.

Тажикстандың тораҡ пункттары ҡала һәм ауыл биләмәләренә бүленә.

Тажикстандың тораҡ пункттары ҡала һәм ауыл тораҡ пункттарына бүленә.

Ҡала тораҡ пункттарына ҡалалар һәм ҡасабалар, ә ауыл тораҡ пункттарына (административ буйһоноуға ҡарамайынса) ауылдар инә.

Ҡалалар республика, өлкә һәм район әһәмиәтендәге була ала.

Әлеге ваҡытта Тажикстан составына Таулы Бадахшан автономиялы өлкәһе, Согдий һәм Хатлон өлкәләре, 18 ҡала, 58 район (шул иҫәптән республика буйһоноуындағы 13 район), 57 ҡасаба һәм 370 ауыл джамоаттары ҡарай.

Урыҫса атамаһы Тажик атамаһы Халыҡ һаны

2019 йылдың 1 ғинуарына ҡарата, мең йыл. Кеше.

Территорияһы, мең.



км2
Тығыҙлығы, иҫәп.



/км2
Райондар һаны Үҙәк
Дүшәнбе Дүшәнбе 846,4 0,126 6717 4
Таулы Бадахшан автономиялы өлкәһе Мухтори Вилояти Бадахшонды 226,9 62,9 3,6 7 Хорг
Согдия өлкәһе Суғд селәүсендәре 2658,4 25,2 105,5 14 Худжанд
Хатлон өлкәһе Хәүефле Хатлон 3274,9 24,7 132,6 24 Бохтар
Республика буйһоноуындағы райондар (РРП) Ноҳияторий тобеи 2120 28,5 74,4 13 Дүшәнбе

Тажикстан ҡалалары:

Халҡы -(01.01.1992), мең.







Кеше.
Халҡы - 1 ғинуар 2015), мең кеше.







Кеше.[31]
Халҡы - 1 ғинуар 2016), мең кеше.







Кеше.[32]
Халҡы -(01.01.2018) мең.







Кеше.[33]
Халҡы - 1 ғинуар 2019).







Кеше.[34]
Майҙаны мең мең.



км2
Халыҡ тығыҙлығы.







/км2
Дүшәнбе 584,5 788,7 802,7 831,4 846,4 0,126 6717
Худжанд 165,3 172,7 175,4 179,9 181,6 0,04 4540
Бохтар 60 102,9 105,4 109,1 110,8 0,026 4261
Куляб 81,3 101,2 102,4 104,4 105,5 0,035 3014
Старавшан 47,6 59,9 61,2 63,5 64,6 0,018 3588
Турсунзаде - 52,4 52,8 53,1 53,7 0,012 4475
Канибадтар 39,9 49,7 50,4 51,6 52,2 0,015 3480
Исфара 35,4 46,9 47,8 49,7 50,7 0,015 3380
Гулистон 14,1 15,9 16,2 17,2 17,7
Вахдат 46,7 42,2 42,4 42,5 42,8 0,014 3057
Пенджикент 29,6 40,6 41,2 42,3 42,8
Бустон 36,9 32,5 31,8 32,1 33,2
Хорг 21,5 28,9 29,2 29,9 30,3
Нурек 21,1 28,1 29,1 30,4 30,9
Гиссар - 26,9 27,4 27,9 28,7 0,01 2870
Истиклол 21,3 15,9 16,4 16,9 17,3
Левакант 14,6 15,8 16,1 16,9 17,3
Рогун 9,1 15 15 14,9 15 0,005 3000

Иҡтисад һәм финанстар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Турсунзадалағы "Тажик алюмин компанияһы ДУП" (TALCO) корпустары, ул Тажикстан бюджетына бөтә валюта керемдәренең 75 процентын һәм илдең экспорттың яҡынса 1/3 өлөшөн тәьмин итә.

Иҡтисади азатлыҡ индексы мәғлүмәттәре буйынса, Тажикстан 2021 йыл йомғаҡтары буйынса 134-се урынды биләй (рейтингҡа индерелгән 178 ил араһында), уның эске иҡтисади сәйәсәте башлыса ирекһеҙ тип таныла. Элекке СССР илдәренән Тажикстандан түбәнерәк кимәлдә Төркмәнстан ғына тора. Ә бизнес алып барыу еңеллеге индексы буйынса Тажикстан 106-сы урынды биләй (190 ил араһында).

Иҡтисадтың төп секторы булып дәүләт секторы ҡала. Дәүләт эре сәнәғәт предприятиеларының күп өлөшөн контролдә тота.

Дөйөм торошо, төп күрһәткестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тажикстандың өҫтөнлөклө тармаҡтары күҙлегенән сәнәғәт тармаҡтары түбәндәгеләргә бүленә:


Аҡса берәмеге —тажик сомоны; 2016 йылда уртаса курс: АҠШ-тың 1 долларына 8 сомоны тура килә. Ваҡ аҡса — дирам, сомониҙың йөҙҙән бер өлөшө. Илдең үҙәк банкы — Тажикстандың Милли банкы аҡсалар эмиссияһын ҡулланырға хоҡуҡлы.

2015 йыл йомғаҡтары буйынса инфляция темпы —5,8% (донъяла 183-сө урын). 2015 йылдың декабренә милли алтын-валюта резервтары күләме 430,3 млн доллар (АҠШ) тәшкил итә.

Тажикстан ҙур гидроэнергетик потенциалға, ҙур минераль ресурстар ятҡылыҡтарына һәм ҙур туристик потенциалға эйә аграр-индустриаль ил. Оҙайлы һуғыш, уның менән бәйле емерелеүҙәр һәм кеше юғалтыуҙары иҡтисадтың ҡырҡа түбәнәйеүенә килтерә (1995 йылда ЭТП 1991 йылғы күрһәткестәрҙән 41 процент ҡына тәшкил итә). Һуңғы тыныс йылдарҙа иҡтисад һәм йәшәү кимәле һиҙелерлек күтәрелә.

Ауыл хужалығына ЭТП-ның 18,9 проценты, сәнәғәткә 21,9 проценты тура килә, хеҙмәтләндереү секторы 59,2 проценты (2009 йылда).

2018 йылдың 1 апреленә Тажикстандың тышҡы бурысының дөйөм суммаһы 2,859 млрд доллар һәм эске бурыс 770 млн доллар тәшкил итә. Бурыстың байтаҡ өлөшө халыҡ-ара баҙарҙарҙа дәүләт облигацияларын һатыуҙан барлыҡҡа килә. Тажикстандың тышҡы бурысы ағымдағы йылдың беренсе кварталында 20 миллион долларға кәмей.[35]

2011 йылда Дүшәнбе ҡалаһында аккумуляторҙар етештереү буйынса бәләкәй берлектәге тажик-канада предприятиеһы асыла.[36]

Тажикстанда электр энергияһының төп өлөшө ГЭС-тарҙа етештерелә. Гидроэлектростанцияларҙың дөйөм ҡеүәте яҡынса 4950 МВт тәшкил итә. 2010 йылда етештереү яҡынса 20 млрд кВт·сәғ тәшкил итә.[37]

Ил гидроэнергетика өлкәһендә ярайһы уҡ ҙур потенциалға эйә, әммә был потенциал бик аҙ ҡулланыла. Гидроэнегоресурстарҙың дөйөм күләме 527 млрд. кВт/сәғ. тип баһалана, шул иҫәптән техник яҡтан ҡулланыу мөмкин булғаны 202 млрд. кВт/сәғ., ә иҡтисади йәһәттән төҙөлөшкә ылыҡтырыу мөмкин булғаны — 172 млрд. кВт/сәғәт.

Дөйөм алғанда, Тажикстан дәүләте донъя буйынса энергияны ҡайтанан тергеҙеү сығанағы менән яҡшы тәьмин ителгән илдәрҙең береһе тип иҫәпләнелә (абсолют етештереү потенциалы буйынса 8-се урынды биләй).

Тажикстандағы ГЭС-тар:Тажикстандың ГЭС паркы түбәндәгесә:

  • Вахш каскады (Вахш йылғаһы). Уға илдең иң ҙур ГЭС-тары инә:
    • Нурек ГЭС-ы, ҡеүәте 3000 МВт;[38]
    • Байпазин ГЭС-ы, ҡеүәте 600 МВт;
    • Сангтудин ГЭС-1, ҡеүәте 670 МВт;
    • Сангтудин ГЭС-2, ҡеүәте 220 МВт;
    • Баш ГЭС, ҡеүәте 240 МВт;
    • Перепадная ГЭС-ы, ҡеүәте 29,9 МВт;
    • Үҙәк ГЭС-ы, ҡеүәте 15,1 МВт;
  • Һырдаръя йылғаһындағы Ҡайракҡом ГЭС-ы, ҡеүәте 126 МВт;
  • Варзоб каскады (Варзоб ГЭС-нан), Дүшәнбе-Дарья йылғаһында, дөйөм ҡеүәте 25,7 МВт;
  • Бер нисә тиҫтә бәләкәй (ҡеүәте 1,5 МВт тиклем) һәм микроГЭС-тар (ҡеүәттәре 0,1 МВт тиклем).

Тажикстан хөкүмәте ғәмәлдәге гидроэнергетика объекттарын реконструкциялау һәм модернизациялау, консервацияланған объекттарҙы төҙөүҙе тамамлау, яңы ГЭС-тар һәм сик буйҙарында электр тапшырыу линияларын төҙөү буйынса киң пландар әҙерләй.[37]

Улар составына ингән иң эре станциялар:

  • Рогун ГЭС-ы, ҡеүәте 3600 МВт (ил халҡы тарафынан гидроэнергетика объекттарының акцияларын һатып алыныуы, сит ил инвесторҙары һәм республика хөкүмәте аҡсаһын йәлеп итеү нигеҙендә төҙөлөштө тамамланыуы күҙҙә тотола);[38]
  • Даштиджум ГЭС-ы, ҡеүәте 4000 МВт (эшҡыуарҙар һәм Тажикстан хөкүмәте ҡатнашлығында төҙөү күҙаллана).

ГЭС-тарҙың булған каскадтарын киңәйтеү һәм Зеравшан, Пәнж һәм башҡа йылғалар ресурстарын үҙләштереү күҙ уңында тотола.

Һуңғы йылдарҙа илдә электр энергияһына ҡытлыҡ һиҙелә. Тажикстандың электр энергияһы системаһы көрсөк хәлендә. Был хаҡта Бөтә Донъя Банкының «Ҡышҡы осорҙа Тажикстандағы Энергетик көрсөк: ихтыяж һәм тәҡдим балансын тәьмин итеүҙең альтернатив варианттары» тикшеренеүендә әйтелә.

Тажикстан халҡының яҡынса 70 проценты ҡышын бөтә ерҙә электр энергияһы дефицитынан яфалана, тип билдәләнә. «2700 гигаватт-сәғәт кимәлендә баһаланған электр энергияһы дефициты, йәғни электр энергияһына дөйөм ихтыяждың яҡынса дүрттән бер өлөшө иҡтисади юғалтыуҙарға килтерә, иҫәпләүҙәргә ярашлы, улар йыл һайын 200 миллион долларҙан ашыу тәшкил итә», - тип билдәләнә тикшеренеүҙә. 2009 йылда Тажикстандың Үҙәк Азияның Энергетика системаһы (ЭСЦА) аша электр энергияһын коммерциялы поставкалау сиктәрендә күрше илдәр менән үҙ-ара эш итеүе туҡтағас, электр энергияһына ҡытлыҡ һиҙелерлек арта[39].

Бөтә донъя банкы мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылға Тажикстан халҡының кәм тигәндә 26,5 проценты ярлылыҡ сигендә йәшәй. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса, был һандар түбәнәйтелгән, ғәмәлдә Тажикстан халҡының кәм тигәндә 62 проценты ярлылыҡ сигендә йәшәй[40]. [41]

Тажикстан сәнәғәте түбәндәгеләр:

  • Еңел сәнәғәт — баш ҡала сәнәғәт комплексының иң үҫешкән тармағы. Бындай хәл тәү сиратта төп сеймал ресурстары (мамыҡ, ебәк ҡорто йомғағы, йөн һ. б.) республиканың үҙендә етештерелеүе менән аңлатыла.
  • Электротехник һәм машиналар эшләү тармаҡтары республиканың эре предприятиеларын үҙ эсенә ала, мәҫәлән, ПО Таджиктекстильмаш, АООТ Таджиккабель, АООТ "Памир", АООТ ЭЛТО (электрон техника, электр-көнкүреш тауарҙары етештереү), АООТ Торгмаш — сауҙа предприятиелары ҡорамалдары етештереү буйынса предприятие.
  • Аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте аҙыҡ-түлек продукцияһының бөтә төрҙәрен, шул иҫәптән шарап-араҡы изделиеларын етештерә. Тармаҡтың иң эре предприятиеларына май һәм һөт комбинаттары, консерва заводтары, шарап һәм һыра заводтары, шулай уҡ икмәк-булка һәм кондитер продукцияһы етештергән предприятиелар инә.
  • Төҙөлөш материалдары сәнәғәте кирбес, цемент, шифер заводтарын, шулай уҡ төҙөлөш материалдарын һәм тимер-бетон конструкциялар һәм изделиелар етештереүсе башҡа предприятиеларҙы үҙ эсенә ала.
  • Металлургия үҙ эсенә Турсунзаде ҡалаһындағы Тажик алюмин компанияһын (ТАЛКО) ала.

2011 йылда Дүшәнбе ҡалаһында аккумуляторҙар етештереү буйынса бәләкәй берлектәге Тажик-Канада предприятиеһы асыла[42].

2014 йылдың декабрендә Хатлон өлкәһенең Дангарин районында Үҙәк Азияла иң ҙур туҡыу предприятиеһы төҙөлә башлай, уның беренсе сираты 52 мең тоннанан ашыу мамыҡ-сүс эшкәртә ала. Предприятие Тажикстан һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһының берлектәге инвестиция проектына ярашлы төҙөлә. Предприятиены 2018 йылда файҙаланыуға тапшырырға ниәтләйҙәр.[21]

Тажикстанда үҫтерелгән иң мөһим культура - мамыҡ, әммә бойондороҡһоҙлоҡ йылдарында уны етештереү кәмей. 2014 йылда республикала 417,9 мең тонна мамыҡ йыйыла. 2014 йылда ауыл хужалығы производствоһы 1232,6 мең тонна туҡыма һәм иген, 1342,4 мең тонна йәшелсә, 465 мең тонна баҡса культуралары, 313,2 мең тонна емеш-еләк, 167,1 мең тонна йөҙөм, 990,2 мең тонна картуф етештерә[43].

Республикала 2014 йылда 81 мең тонна һыйыр ите, 778,3 мең тонна һөт һәм 291,6 миллион берәмек йомортҡа етештерелә[17]. 1990-сы йылдарҙа республика малсылығы һуғыштан ныҡ зыян күрә, әммә 2000-се йылдарҙа тармаҡ тергеҙелә башлай, ҡайһы бер күрһәткестәр буйынса (һыйыр малы, һарыҡ һәм кәзә, йөн һәм һөт етештереү) хатта 1991 йыл кимәленә ҡарата үҫеш күҙәтелә[44].

Бөтә мәғлүмәттәр АҠШ долларында бирелә.


Экспорт 0,939 млрд, импорт 3,04 млрд (2017 йылда).[45]

Төп экспорт тауарҙары: алюмин (166 млн), алтын (156 млн), цинк мәғдәне (143 млн), ҡурғаш мәғдәне (1112 млн), эшкәртелмәгән мамыҡ (63,2 млн), шулай уҡ емеш-еләк, йәшелсә һәм туҡыу сәнәғәте тауарҙары.

Төп экспорт илдәре: Ҡаҙағстан - 32%, Төркиә - 21%, Швейцария - 17%, Алжир - 8,8%. Рәсәй өлөшө - 2,6%.

Төп импорт тауарҙары: нефть продукттары (188 млн), бойҙай (166 млн), тәбиғи газ (109 млн), шулай уҡ илгә машиналар һәм ҡорамалдар, кейем, аяҡ кейеме һәм әҙер химик тауарҙар индерелә.

Төп импорт илдәре: Ҡытай 43%, Рәсәй 23%, Ҡаҙағстан 15%, Төркиә 5,1%.

Һиндостан менән сауҙа әйләнеше әллә ни ҙур түгел — 2009/2010 йылдарҙа 32,56 миллион доллар. Тажикстан халҡының күп өлөшө аграр секторҙа мәшғүл булһа ла, республика ҡулланылған ауыл хужалығы продукцияһының байтаҡ өлөшөн ситтән индерергә мәжбүр: 2012 йылда Тажикстандан 829,1 мең тонна бойҙай һәм он (үҙенеке 619, 9 тонна он), 32,6 мең тонна ит (үҙенке 161,9 мең тонна), 116 мең тонна шәкәр индергән[46][47].

Бөтә донъя банкы мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылға тәжикстанда йәшәгән халыҡтың кәмендә 25 проценты фәкирлек сигендә көн итә. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса, был һан бик түбәнәйтелгән һәм халыҡтың 62 процентҡа яҡыны фәкирлектә йәшәй.

2019 йылдағы Covid пандемияһы хәлде тағы ла ҡатмарлаштырған[48].

Тажикстандың Таулы Бадахшан автономиялы өлкәһендәге Памир малай

С. Айни, тәүгеләрҙән булып тажик телендә реалистик совет прозаһына башланғыс һалып, революцияны ҡабул итә.

Элекке СССР илдәре менән сағыштырғанда Тажикстандатитуллы милләт һанының бик тиҙ артыуы күҙәтелә. 1959 йылда тажиктар һаны Тажикстан халҡының 53,1 процентын тәшкил итһә, 1989 йылда был һан 62,3 процент булып китә. 2002 йылда ул 79,9 процентҡа тиклем, 2010 йылда тажик милләте вәкилдәре 84,3 процентҡа тиклем арта.

2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Тажикстан дәүләтендә 7 565 000 кеше йәшәй, 2015 йылдың 1 октябренә был һан 8 486 300 кешегә етә. Ир-егеттәр һаны 3 813 000 кеше тәшкил иткән, ә ҡатын-ҡыҙҙар 3 752 000 кеше.Тажикстан Президенты эргәһендәге Статистика буйынса агентлыҡ мәғлүмәттәренә ярашлы 2018 йылдың 1 ғинуарына республикала 8 931 200 кеше йәшәй.

Киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, "Тыныслыҡ фондының" тикшеренеү үҙәге һәм Американың «Foreign Policy» журналы төҙөгән дәүләттәрҙең һәләтһеҙлек рейтингында Тажикстан 55-се урынды биләй. Тажикстандың күрһәткесе —84,6, бындай рейтинглы дәүләттәрҙе властарҙың хәлде контролдә тотоу һәләте бик етди шик тыуҙырған илдәр категорияһына индерә.[49]

  • Ҡала халҡы:
    • 1483,6 — эшкә һәләтле йәштән йәшерәк (ир-егеттәр: 772 / ҡатын-ҡыҙҙар: 711,6);
    • 134,3 — эшкә һәләтле йәштән өлкән (ир-егеттәр: 44,7 / ҡатын-ҡыҙҙар: 89,6).
  • Ауыл халҡы:
    • 2338,6 — эшкә яраҡлы йәштән йәшерәк (ир-егеттәр: 1213,9 / ҡатын-ҡыҙҙар: 1124,7);
    • 353,5 — эшкә һәләтле йәштән өлкән (ир-егеттәр: 128,5 / ҡатын-ҡыҙҙар: 225).
Таблица 1. Население регионов Таджикистана (тыс. чел.)
1989 1995 2000 2005 2010 2015 2016 2018
Душанбе 592,2 511,9 564 630 711,2 788,7 802,2 831,4
Согдийская область 1554,2 1740,8 1871,9 2015,8 2197,9 2455,5 2508,5 2608,5
Хатлонская область 1697,4 1956 2145,2 2368,4 2618,3 2971,5 3048,2 3198,5
Таулы Бадахшан автономиялы өлкәһе / 160,9 188 206,2 206,8 204,8 214,3 216,9 223,6
Районы республиканского подчинения 1087,9 1237,1 1341,2 1497,9 1685,2 1922 1971,6 2069,2
Республика Таджикистан 5092,6 5633,8 6128,5 6718,9 7417,4 8352 8547,4 8931,2

1989—2000 йылдар осоронда урыҫ телле граждандарҙың миграцияһы, артабан тажик-үзбәк кешеләренең дә күсенеүе һөҙөмтәһендә, Тажикстанда дөйөм алғанда ҡала халҡы ғына түгел, ә илдең эре ҡалаларында, баш ҡала Дүшәнбене лә индереп, халыҡ һаны кәмей. СССР тарҡалғандан алып ил халҡының милли составы ла һиҙелерлек дәрәжәлә үҙгәрә. Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, урыҫтарҙың һаны көтөлгәнгә ҡарағанда күпкә түбән була. 1989 йылда республикала 388,5 мең урыҫ йәшәһә, 1996 йылдағы дәүләт иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса урыҫтарҙың һаны 189,5 мең кеше була, 2000 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу урыҫтарҙың ни бары 68,2 мең кеше булыуын күрһәтә. Шулай итеп, миграцияның бер өлөшө һәм үлем осраҡтарының ҡайһы берҙәре ( бигерәк тә ҡораллы бәрелештәр ваҡытындағылары) рәсми статистика тарафынан иҫәпкә алынмаған. Халыҡ составында үзбәктәр һаны 17 проценттан кәмерәк, ҡырғыҙҙарҙың һаны кәмемәгән — 1%. Шул уҡ ваҡытта халыҡ иҫәбен алыу саралары араһында тажиктар артҡан: 1989 йылда тажиктар 3172,4 мең кеше (62,3 процент), 2000 йылда — 4898,4 мең кеше (79,9 процент), 2010 йылда — 84,3 процентҡа тиклем еткән[50].

Рәсми статистика мәғлүмәттәре буйынса, йыл һайын Тажикстан халҡы 2,2 процентҡа, йәғни 200 мең кешегә арта[51]. 2018 йылдың 26 майына Дүшәнбелә 9 миллионынсы бала тыуған[52].

Рәсәйҙә Тажикстандан килгәндәрҙең бер нисә йәмәғәт һәм хоҡуҡ һағы ойойшмаһы бар. 2003 йылда «„Таджиктар“ Халыҡ Лигаһы» булдырыла. 2007 йылдың ноябрендә Тажикстан халыҡтарының I съезы булып үтә[53]. Рәсәйҙең Тажикстандан ватандаштарыбыҙҙы күсереп ҡайтарыу программаһы буйынса Рәсәйҙең төрлө төбәктәренә 7 мең Тажикстан гражданы күсеп килгән.

Был мәғлүмәттәрҙең барыһы ла Тажикстандың тау һәм экологик туризм иле булыуын раҫлай.



Тажикстан донъяуи дәүләт булып тора. Илдең күпселек халҡы сөнни йүнәлешле ислам динен тота. Илдең көнсығыш өлөшөндә Памир халыҡтары халыҡтың төп өлөшөн тәшкил иткән Таулы Бадахшан автономиялы өлкәһендә (ГБАО) исламдың үҙенсәлекле шиғый ағымдарының береһе булған исмаилизм киң таралған. Тажикстанда традицион шығый йүнәлешенә ҡарағандар күп түгел. Улар — Тажикстанға Урта Азия илдәренән килеп төпләнгән иранлыларҙың аҙ һанлы диаспораһы (Урта Азия ирандарының күпселеге Үзбәкстанда йәшәй), шулай уҡ Иран һәм Афғанстандан аҙ һанлы иммигранттар. Илдә традицион шығый йүнәлешендәге бер генә мәсет тә һәм мәҙрәсә лә юҡ. Тажикстан әле лә зороастризмға эйәреүселәрҙең байтаҡ өлөшө йәшәгән илдәрҙең береһе булып тора.

Тажикстанда 85 мосолман булмаған дини берекмә теркәлгән. Уларҙың төп өлөшөн христиандар тәшкил итә. Шулай уҡ илдә 4 бахаист общинаһы, бер зороастрий һәм бер йәһүд общинаһы теркәлгән. Тажикстанда Урта Азиялағы берҙән-бер "Тажикстандың ислам яңырыуы партияһы" сәйәси дини партия булараҡ теркәлгән һәм эшләй.

Илдәге христиандарҙың күпселеге православие динен тота. Тажикстан территорияһында Рус православие сиркәүенең Дүшәнбе епархияһының кәм тигәндә 6 мәхәлләһе эшләй. Протестанттар (10 мең), "Сонмин Сунбогым" миссияһы пресвитериандары (1,5 мең).[54]), адвентистар, баптистар (Тажикстандың Инжил христиан-баптистары союзы), лютерандар һәм башҡалар.

Тажикстан Республикаһының дәүләт һәм рәсми теле булып тажик теле тора, ҡайһы бер лингвистар уны фарсы теленең этнолекты тип иҫәпләй. Тажикистанда рәсми рәүештә танылған һәм иң киң таралған яҙма булып тажиҡ кириллицаһы тора, ул 1940 йылда ҡабул ителә һәм 1952 һәм 1998 йылдарҙа камиллаштырыла. Илдә тажик теленең ғәрәп-фарсы яҙмаһына ҡайтарыу яҡлылар күп, хатта фарсы йәки фарсы теленең атамаларын ҡайтарыу яҡлылар ҙа күп.

Ил Конституцияһына ярашлы урыҫ теле "милләт-ара аралашыу теле" булараҡ рәсми рәүештә танылған. Ул эш ҡағыҙҙарын тултырыуҙа ҡулланылмай.

Совет осоронан ил тотош белем биреү учреждениелары селтәрен мираҫ итеп ала; бойондороҡһоҙлоҡ йылдарында юғары уҡыу йорттары ла, студенттар ҙа һаны ҡырҡа арта. Әммә юғары белем биреүҙең сифаты юғары түгел.

БМО-ның Иҡтисади Һәм социаль мәсьәләләр буйынса департаментының халыҡ һаны бүлеге иҫәпләүҙәре буйынса, Тажикстанда яҡынса 5 781 203 15 йәштән олораҡ кеше бер телдә уҡый һәм яҙа ала, был өлкәндәрҙең дөйөм һанынан 99,77% тәшкил итә. Шуға ярашлы, яҡынса 13 147 кеше һаман да наҙан булып ҡала[55].

Тажикстан территорияһында фән урта быуаттарҙа уҡ ҙур уңыштарға өлгәшә, әммә хәҙер ғәмәлдәге ғилми ойошмалар совет осоронда ойошторола. Бойондороҡһоҙлоҡ осоронда фәнни өлкә ауыр кризис кисерә: уйлап табыуҙарға йыл һайын патент ғаризалары һаны 1994-2011 йылдарҙа 193-тән 5-кә тиклем кәмей. Юғары уҡыу йорттарыфәнгә тос өлөш индерә , унда 2011 йылда 6707 ғилми[56] хеҙмәткәр эшләй, шуларҙың 2450-фәнни дәрәжәһенә эйә була.[57]

Донъя астрофизикаһы үҫешенә Тажикстан ғалимдары индергән өлөш өсөн Ҡояш системаһының бәләкәй планеталарының береһе Тажикстан хөрмәтенә аталған.

Дүшәнбе үҙәгендәге милли музей

Илдә, бигерәк тә ерле халыҡ ҡатын-ҡыҙҙары араһында, традицион милли кейем һаҡлана. Тажикстандың төрлө төбәктәрендәге тегенселәр һәм сигеүселәр йорттары ҡатын-ҡыҙ кейемен биҙәү өсөн заманса фабрика туҡымаларын һәм урындағы ҡулдан эшләнгән сигеүҙәрҙе ҡуллана. Ир-егеттәр башлыса европа стилендәге фабрика кейемен кейә. Ҡайһы бер ир-егеттәр өҫкө милли кейем кейә (таж. ҷома. Лымыҡ), һәм баш кейемдәре (таж. тоқи. Тоқи).

Тажикстан территорияһында боронғо урта Азияның ултыраҡ көнсығыш иран халҡының һәм күсмә ҡәбиләләрҙең мәҙәниәт ҡомартҡылары һаҡланған. Тажикстан сәнғәтен үҫтереү өсөн уның Көнсығыш һәм Көнбайыш араһындағы сауҙа юлдарында урынлашыуы, Иран, Һиндостан, Көнсығыш Төркөстан, Ҡытай, Урта диңгеҙ илдәре, шулай уҡ Евразия далалары халыҡтары һәм халыҡ ҡәбиләләре менән мәҙәни-иҡтисади бәйләнештәр булдыр

Тажик халҡының художество мәҙәниәте Бохара, Сәмәрҡәнд, Балх, Худжанд, Истаравшан, Хулбук һәм Урта Азияның башҡа ҡалаларында формалашҡан һәм үҫешкән. Ул башҡа халыҡтар мәҙәниәте, бигерәк тә Үзбәкстан мәҙәниәте менән тығыҙ бәйле, шуға күрә боронғо һәм урта быуат сәнғәте ҡомартҡыларының күбеһе уларҙың дөйөм мәҙәни-художество мираҫы булып тора.

Хәҙерге Тажикстандың төп критерийы — милли мәҙәни традицияларҙы һәм үҙенсәлектәрҙе һаҡлау, йәмғиәттә глобаль мәҙәниәт ҡаҙаныштарын файҙаланыу.

Илдә, бигерәк тә төп халыҡ составына ингән ҡатын-ҡыҙҙар араһында, традицион милли кейемдә йөрөү һаҡлана. Тажикстандың төрлө райондарында йортто һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың кейемен биҙәү өсөн тегенселәр һәм сигеү сәнғәте менән шөғөлләнеүселәр фабрикаларҙа етештерелгән туҡыманы һәм урындағы ҡул оҫталарының сигеүҙәрен файҙалана. Ир-егеттәр башлыса Европа стилендәге фабрика кейемен кейеүҙе хуп күрә. Әммә ҡайһы берәүҙәрҙә өҫкө милли кейем — джома (таж. ҷома), һәм баш кейеме — түбәтәй (таж. тоқи) була.

Фарсы-тажик әҙәбиәте — шиғриәт, проза, ҡулъяҙмалар, миниатюралар — бер нисә быуат дауамында үҫешә. Урта Азияла тәүге мосолман тажик дәүләте — Сәмәниҙәр әмирлеге (874 —1005 йылдар) барлыҡҡа килгәндән һуң тажик әҙәбиәтенең иң сағыу үҫеш осоро күҙәтелә. Тап ошо ваҡытта тажик милләтенең формалашыуы башлана. Сәмәниҙәр фәнгә һәм шиғриәткә ҙур йоғонто яһай. Ул ваҡыттағы күренекле шағирҙар һәм ғалимдар, мәҫәлән, Рудаки, Абуали ибн Сина (Әбүғәлисина), Фирҙәүси, Унсури, Дакики, Сәмәниҙәр һарайында эшләй. Ул саҡта фарсылар һәм тажиктар уртаҡ тамырлы берҙәм халыҡ була, шуға күрә әҙәбиәт, сәнғәт, фән дә дөйөм байлыҡ була. Был идеологик база ҡайһы бер территориялар һәм халыҡтар өсөн берҙәм була, был дөйөм алғанда мәҙәниәт үҫешенең уртаҡлығын тәьмин итә.

X быуат аҙағында Фирҙәүси бөтә донъяға билдәле булған "Шаһнәмә" героик эпопеяһын ижад итә, ул күләме һәм йөкмәткеһе буйынса хәҙерге әҫәрҙәрҙән байтаҡҡа өҫтөнөрәк. XI быуат романтик эпос кеүек жанрҙың барлыҡҡа килеүе менән билдәләнә. Унсури, Айюки, Гунгури, Омар Хайямдың был стилдә яҙған бер нисә поэмаһы барлыҡҡа килә, әммә XII быуатта ижад иткән Низамиҙың "Хамсеһе" йомғаҡлау һәм матурлыҡ билдәһе булып тора.

Шағирҙар, ғалимдар, сәйәхәтселәр, сауҙагәрҙәрҙең сәйәхәт итеүенә һәм иллюстрациялы миниатюраларҙың кешенән кешегә тапшырылыуына бәйле фарсы-тажик әҙәбиәте ғәйәт ҙур территорияла үҫешә һәм халыҡҡа еткерелә.

СССР осоро әҙәбиәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пантюркизмдың милләтселек идеялары йоғонтоһон еңеп сыҡҡан тажик совет әҙәбиәтенең барлыҡҡа килеүе шағирҙар Әбүләсим Лахути (1887-1957), Сәҙриддин Айни (1878-1954) һәм Пайрава Сөләймән (1890-1933) исемдәре менән бәйле.

Октябрь революцияһы тажик әҙәбиәте тарихында яңы бит аса. Әҙәбиәт тарихы тажик совет әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы Садриддин Айни яҙған "Азатлыҡ маршы" (1918) менән башланып китә. Революциянан һуңғы тәүге йылдарҙа ижадтары 1920-се йылдар аҙағындағы барған социаль йүнәлештәге үҙгәрештәр менән бәйле яҙыусыларҙың бер быуыны әҙәбиәткә килә: Пайрав Сөләймәни (1899—1933), Мөхәмәтжан Рахими (1901—1968), Джалол Икрами (1909—1993), Сухайли Джавхари-заде (1900—1964), Мөхетдин Әмин-заде (1904—1966). 1920 йылдар шиғриәтендә сит илгә күсенеп киткән һәм тажик совет әҙәбиәтен башлап ебәргән Иран шағиры Әбделҡасим Лахути (1887 — 1957) айырым бер урын биләп тора.

Садретдин Айни тәүгеләрҙән булып революцияны ҡабул итә, тажик телендә реалистик совет прозаһына башланғыс һала.

1930-сы йылдар республика тормошон үҙгәртеп ҡороу йылдары була. 1930-сы йылдар башында тажик әҙәбиәте Мирзо Турсун-Заде (1911-1977), Әбүсәлом Дехоти (1911-1962), Рәхим Жәлил (1909-1989), Хәким Кәрим (1905-1942), Мирсаид Миршәкәр (1912-1993), Сәтим Олуғ-Зод (1911-1997) Мумин Ҡаноат (1932-2018) һәм башҡа исемдәре менән тулылана. Тажик яҙыусылары социалистик йәмғиәт төҙөүселәрҙең яңы кешеләр образдарын булдыра. Әҙәбиәттә социалистик реализм ысулы нығына.

Совет власы йылдарында тажик әҙәбиәтенә шағирҙар Абдусалом Дехоти, Мирзо Турсун-заде, Мөхәмәтжан Рахими, Мөхиддин Әмин-заде, Сухайли Джавхаризаде, Хәбиб Йософфи, Мирсаид Миршакар, Лютфи, Шанбе-заде һәм Тилло Пулади, М. Дийори, Мумин Каноат, Бозор Собир, Лоик Шерали һәм башҡалар; прозаикалар Рахим Джалил, Джалол Икрами, Хаким Карим-заде, Бахром Фируз, Дододжон Раджаби һәм башҡалар килә

.

1990-сы йылдар башында Советтар Союзы тарҡалғандан һуң Тажикстанда бойондороҡһоҙлоҡ урынлаштырыу менән бәйле үҙгәртеп ҡороуҙар күҙәтелә, улар ил эсендә ҡаршы торған төркөмдәрҙең бәрелештәре менән оҙатыла. Тажикстанда әҙәби процестың артабанғы үҫеше ике юл сатында ҡала.

1929 йылда республикала беренсе театр барлыҡҡа килә (Тажик дәүләт драма театры) һәм беренсе киножурнал "Советский Тажикистан"[58] киножурналы төшөрөлә. 1931 йылда "Когда умирают амиры" тип аталған тәүге тажик нәфис фильмы төшөрөлә, ә 1936 йылда тауышлы "Дүшәмде — Сталинобад" кинотаҫмаһы донъя күрә[59]. 1937 йылда Тажик урыҫ театры асыла, унда, нигеҙҙә профессиональ белемле актерҙар уйнай[60].[61]

Сәнғәт һәм архитектура

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ходженттағы тарихи музей

Тажикстан территорияһында боронғо урта Азияның ултыраҡ көнсығыш иран халҡының һәм күсмә ҡәбиләләрҙең мәҙәниәт ҡомартҡылары һаҡланған. Тажикстан сәнғәтен үҫтереү өсөн уның Көнсығыш һәм Көнбайыш араһында ятҡан сауҙа юлдарында урынлашыуы, Иран, Һиндостан, Көнсығыш Төркөстан, Ҡытай, Урта диңгеҙ илдәре, шулай уҡ Евразия далалары халыҡтары һәм халыҡ ҡәбиләләре менән мәҙәни-иҡтисади бәйләнештәр булдырыуы ҙур әһәмиәткә эйә була.

Тажикстандың боронғо халҡы боронғо Бактрия, Согда, Кушан батшалыҡтары, Тохаристан һәм Ферғәнә сәнғәтенә тос өлөш индерә.


Тажик халҡының художество мәҙәниәте Бохара, Сәмәрҡәнд, Балх, Худжанд, Истаравшан, Хулбук һәм Урта Азияның башҡа ҡалаларында формалашҡан һәм үҫешкән. Ул башҡа халыҡтар мәҙәниәте (бигерәк тә Үзбәкстан мәҙәниәте менән) тығыҙ бәйле, шуға күрә боронғо һәм урта быуат сәнғәте ҡомартҡыларының күбеһе уларҙың дөйөм мәҙәни-нәфис мираҫы булып тора.

2012 йылда республикала рәсми рәүештә 168,6 мең инвалид иҫәпләнә, шул иҫәптән 23,7 мең бала. 1990-сы йылдарҙа илдә тапма һәм ҡорһаҡ тифы менән ауырығандар һаны ҡырҡа арта (был, моғайын, граждандар һуғышы менән бәйле булғандыр). Мәҫәлән, 1995 — 1997 йылдарҙа республикала ҡорһаҡ тифы менән сирлеләр һанының артыуы күҙәтелгән.[62][63].

Тажикстанда 2020 йыл аҙағына яҡынса 13 мең кешелә ВИЧ/СПИД ауырыуы булған. Был — ил халҡының ни бары 0,14 проценты. Эксперттар билдәләүенсә, был һан бер аҙ юғарыраҡ, әммә барыбер 20 меңдән артмай.[64]

Тажикстан тарихында берҙән-бер олимпия чемпионы сүкеш ырғытыусы Дильшод Назаров

Республикала, 2013 йыл мәғлүмәттәре буйынса, 7564 спорт ҡоролмаһы, шул иҫәптән 1500 урынлыҡ 164 стадион һәм 1893 спорт залы, 64 йөҙөү бассейны эшләй. 2013 йылда штаттағы физкультура хеҙмәткәрҙәре һаны 8698 кеше тәшкил итә, ә спорт төрҙәре буйынса секцияларҙа һәм төркөмдәрҙә, клубтарҙа һәм физкультур-һауыҡтырыу йүнәлешлешендәге төркөмдәрҙә 683 799 кеше шөғөлләнә.[65]

Тажикстанда 25 000 тамашасыға иҫәпләнгән 3 стадион бар, бынан тыш 25 000 кешегә иҫәпләнән бер, 2 000 һәм 15 000 тамашасыға иҫәпләнгән дүрт стадион төҙөлә. Дүшәнбенең төньяғында 6 спорт һарайы төҙөлә, шуларҙың береһе хоккей һәм башҡа ҡышҡы спорт төрҙәре өсөн, 1 спорт һарайы теннис өсөн, 1 спорт һарайы һыу спорты төрҙәре өсөн төҙөлә, улар Халыҡ-ара олимпия комитетының бөтә талаптарына ла тулыһынса яуап бирә.

  1. "Тажикстан" спорт һарайы.
  2. "Авиатор" стадионы.
  3. "Спитамен" стадионы (элекке "Спартак" стадионы).
  4. Үҙәк Республика стадионы - "Истиклол" футбол клубы өсөн.
  5. "Касри теннис" теннис һарайы.
  6. Дүшәнбе йөҙөү бассейны.
  7. Һалым комитетының спорт һарайы.
  8. Элемтә комитетының спорт һарайы.

Хөкүмәт тарафынан тейешле кимәлдә финанслау булмау сәбәпле, титуллы 35 000 спортсы донъя ярыштарына бара алмай. Спортсылар йыш ҡына үҙ иҫәбенә ярыштарҙа ҡатнаша һәм титулдар ала. Бөгөн тхэквондо федерацияһында (ИТФ) - 36 донъя чемпионы[66] иҫәпләнә, уларҙың күбеһе күп тапҡырҙар — тәү сиратта федерация президенты ҡара билбау хужаһы (VII дан) Мирсәйет Яхьяев ҡала мэрияһы һәм шәхси бағыусылар ярҙамы менән — уңышҡа өлгәшә. Башҡа спорт төрҙәрендә лә шулай уҡ титуллы спортсылар бар, ир- егеттәр араһында ла, ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла.

Тәүге олимпия наградаларын Тажик спортсылары 2008 йылда Пекинда яулай, Йосоп Абдусаламов ирекле көрәштә көмөш миҙал яулай, ә Рәсүл Бокиев дзюдола бронза миҙалға лайыҡ була..

2012 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Мавзуна Чориева (ҡатын-ҡыҙ бокссы) Тажикстан спортсылары өсөн берҙән-бер бронза миҙал яулай. Ҙур сүкеш ырғытыусы Дильшод Назаров — Тажикстандағы иң титуллы спортсы. Ул 4 Олимпиадала ҡатнаша, өс тапҡыр Азия уйындарында еңә. 2015 йылдың авгусында ул Пекинда (Ҡытай) еңел атлетика буйынса алтын миҙал яулай, 2016 йылда Рио-де-Жанейрола үткән Олимпиадала тажик спортсыларынан беренсе булып алтын миҙал яулай[67].

Тажикстан спортсылары иҫәбендә бөтәһе 4 олимпия наградаһы: 1 алтын, 1 көмөш һәм 2 бронза.

Киң мәғлүмәт саралары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тажикстанда киң мәғлүмәт саралары өлкәһенә "Тажикстан Республикаһы хөкүмәте ҡарамағындағы элемтә хеҙмәте" яуаплы, ул илдәге мәғлүмәт киңлеген күҙәтә, ҡайһы берҙә билдәле бер ресурстарҙы, сайттарҙы йәки баҫмаларҙы ябып ҡуя.

Телевидение һәм радио

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1959 йылдың 3 октябрендә Сталинабад телевидениеһы тапшырыуҙарының башланыуы Тажикстан территорияһында телевидениеның барлыҡҡа килеүенең дәлиле, һуңыраҡ уның исеме "Тажик телевидениеһы" тип үҙгәртелә. Совет осоронда Тажик ССР-ы халҡы өсөн 4 телеканал эшләй: Беренсе программа (Мәскәү), Дүртенсе программа (Мәҙәниәт), Тажик тевидениеһы (Дүшәнбе) һәм Үзбәк телевидениеһы (Ташкент).

Илдең телеканалдары һәм радиостанцияларын теге йәки был кимәлдә «Тажикстан Республикаһының телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитеты " контролдә тота. 2018 Йылдың ноябренә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, Тажикстанда 34 телекомпания — 8 республика, 2 баш ҡала Һәм 24 төбәк телекомпаниялары эшләй. Шуларҙың 20-һе бойондороҡһоҙ, ҡалған 14-е-дәүләт ҡарамағында. Илдең бөтә шәхси телеканалдары төбәк кимәлендә тапшырыуҙар алып бара, ә дөйөм милли кимәлдә бөтә ил буйлап тик 8 дәүләт телеканалы ғына эшләй: Тажикстан (ТВТ), Джахоннамо, СафинТВ-һы (ТВС), Бахаристан ТВ-һы (ТВБ), Синамо, Варзиш ТВ-һы һәм Футбол ТВ-һы. Бөтә был телеканалдар дөйөм дәүләт телерадиокомпанияһына берләшмәгән һәм бер-береһенә ҡарата бойондороҡһоҙ эшләй. Тажикстанда йәшәүселәрҙең яҡынса 48 процентының йорттарында спутник антенналары урынлаштырылған, улар аша Тажикстан халҡы сит ил телеканалдарын, башлыса Рәсәй, Үзбәкстан (башлыса илдең үзбәк халҡы, шулай уҡ үзбәк телен белгән тажиктар), Ҡырғыҙстан, Иран һәм Афғанстан (тажиктар, ирандар һәм афғандар бер-береһен аңлайҙар) телеканалдарын ҡарай. Илдә кабель телевидениеһы бар. 2020 йылда Тажикстан тулыһынса һанлы телевидениеға күсергә ниәтләй [68][69].

Радио Тажикстан территорияһында 1932 йылда барлыҡҡа килә. Әлеге ваҡытта ил буйынса тажик, урыҫ, үзбәк һәм ҡырғыҙ телдәрендә бер нисә бойондороҡһоҙ һәм дәүләт радиостанциялары эшләй. Тажикстандың халыҡ-ара радиостанцияһы бер нисә телдә тапшырыуҙар алып бара. Илдең сик буйы райондарында Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан һәм Афғанстан радиостанциялары тапшырыуҙары ҡабул ителә.

Баҫма киң мәғлүмәт саралары һәм сайттар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тажикстанда 4 үҙәк хөкүмәт республика гәзите сыға: тажик телендә: «Ҷумҳурият» (Республика) һәм "Садои мардум", урыҫ телендә: "Народная газета", үзбәк телендә «Халқ овози» (Голос народа). Шулай уҡ илдә төрлө тематикалы тиҫтәләгән шәхси һәм дәүләт гәзиттәре һәм журналдар сыға.

Шулай уҡ илдә бер нисә бойондороҡһоҙ, дәүләт һәм сит ил мәғлүмәт агентлыҡтары һәм сайттары теркәлгән. Тажикстандың үҙенең юғары кимәлдәге милли домены бар. Илдең иң ҙур дәүләт мәғлүмәт агентлығы булып "Ховор" НИАТ тора. Тажикстандың иң эре бойондороҡһоҙ мәғлүмәт агентлыҡтары һәм яңылыҡтар сайттары: "ASIA-Plus" AVESTA", "Ozodagon", "Tojnews,". Илдә шулай уҡ сит ил тажик телле яңылыҡтар сайттары популяр, мәҫәлән, тажик Радиоһы хеҙмәте.

Туризм һәм ял объекттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Урта Азияла иң ҙур дауахана

Тажикстан Үҙәк Азияла тау, экологик һәм башҡа төрҙәр туризмы үҙәктәренең береһе булараҡ билдәле. Тажикстан ҡалалары һаҡланып ҡалған тарихи ҡомартҡылары буйынса күрше республикаларҙан ҡалышһа ла, туристар боронғо каруанһарай сауҙа юлында ятҡан Пенжикент, Ходжент, Истаравшан, Гиссар, Дүшәнбе, Куляб, Хорог, Ҡурған-Түбә ҡалаларындағы иҫтәлекле урындар менән таныша ала. Тарихта киң билдәлелек алған һәм Көнсығыш илдәрен Көнбайыш Европа менән бәйләгән Бөйөк ебәк юлы тап ошо урындар аша үтә. Пенжикент янында йәше 2 —4 мең быуатҡа тиң Саразим ҡаласығы табылған. Будда ғибәҙәтханаһы Аджина-тепа[70] Ҡурған-Түбә янында урынлашҡан, унда Будданың 13 метр бейеклегендәге статуяһы табылған. Памирҙа таш быуатта ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәре булған төрлө тарихи ҡомартҡылар бар: Базар-Дара ҡалаһы (таж. Бозор Дара), Ямчун, Каакха (таж. Кахкаха) ҡәлғәләре, улар боронғо цивилизациялар һәм крайҙың тарихи үткәне тураһында һөйләй.

Тажик милли паркы бөгөн Тажикстанда экологик һәм башҡа туризм төрҙәре үҙәге булып тора. Туристар паркка тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнеп ял итергә килә, унда һирәк һәм ҡиммәтле хайуандар, ҡоштар, башҡа хайуандар бар, унда үҫемлектәр, һыу ятҡылыҡтары һәм тауҙар крайының башҡа тәбиғәт байлыҡтары һаҡланған.


Парк территорияһында, Памир тауҙарында, бер нисә бейек, түбәләре ете мең метрға еткән тауҙар урынлашҡан: Исмоил Сомони (элекке Коммунизм түбәһе 7495 м), Ленин түбәһе (Абуали ибн Сино түбәһе) (7134 м), Корженев түбәһе (7105 м) һәм башҡалар, Федченко боҙлоғо (майҙаны яҡынса 700 кв. км), улар тау туризмы һәм альпинизмы объекттары булып тора.[71] Тажик милли паркы Тажикстан Республикаһының Тәбиғәтте һаҡлау министрлығы (ТРМОП) тарафынан һаҡлана.

Тажикстанда һәм Таулы Бадахшан автономиялы өлкәһендә бик күп минераль һәм дауалаусы һыу сығанаҡтары бар, улар араһында Ишкашим районында билдәле булған уникаль эҫе сығанаҡ күп ауырыуҙарҙы дауалауҙа ҡулланыла.

Тажикстанда ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә Памирҙағы бейек тауҙа урынлашҡан Зоркуль күле, Фән тауҙары (уникаль тау күле Искәндәркүл, "Юлбарыҫ урманы" һәм Тажикстандың көньяғында ятҡан Дәшти Джума ҡурсаулығы) кеүек тәбиғәт ҡурсаулыҡтары инә.

Тажикстан рейтингы тураһында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, "Тыныслыҡ фонды" ның тикшеренеү үҙәге һәм Американың «Foreign Policy» журналы төҙөгән дәүләттәрҙең һәләтһеҙлек рейтингында Тажикстан 55-се урынды биләй. Тажикстандың күрһәткесе —84,6, бындай рейтинглы дәүләттәр властарҙың хәлде контролдә тотоу һәләте бик етди шик тыуҙырған илдәр категорияһына инә.[72][73]

2017 йылда Бөтә донъя иҡтисади форумы (WEF) белгестәре Тажикстанды Үҙәк Азияның иң хәүефһеҙ иле тип атай. WEF сайтында баҫылған рейтингтағы 136 позицияһының 49-сы урынын Тажикстандың биләүе лә күп нәмә тураһында һөйләй[74].

  1. Атлас мира: Максимально подробная информация. Рук. проекта: А. Н. Бушнев, А. П. Притворов.— М.: АСТ, 2017.— С.40
  2. Численность населения Республики Таджикистан на 1 января 2016 года 2017 йыл 10 август архивланған.
  3. Основные демографические показатели по всем странам мира в 2013 году
  4. https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/asia
  5. История древнего Востока: От государственных образований до древних империй / Под ред. А. В. Седова; Редкол.: Г. М. Бонгард-Левин (пред.) и др.; Ин-т востоковедения. — М.: Вост. лит., 2004. — 895 с.: ил., карты. — ISBN 5-02-018388-1 (в пер.)
  6. Саманиды // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  7. Encyclopaedia of Islam, «Ghurids», C.E. Bosworth, Online Edition, 2006: «… The Shansabānīs were, like the rest of the Ghūrīs, of eastern Iranian Tājik stock …»
  8. Encyclopedia Iranica, Ghurids, Edmund Bosworth, Online Edition 2001, ( Архивная копия от 18 июль 2019 на Wayback Machine)
  9. Martijn Theodoor Houtsma. E.J. Brill's first Encyclopaedia of Islam, 1913-1936, Том 1 (ингл.). E.J. Brill p.546 pp.154 (1993). Дата обращения: 21 август 2017. Архивировано 22 август 2017 года.
  10. C.E. Bosworth, The New Islamic Dynasties, (Columbia University Press, 1996), 263.
  11. 11,0 11,1 C.E. Bosworth, The New Islamic Dynasties, (Columbia University Press, 1996), 263.
  12. C.E. Bosworth, The New Islamic Dynasties, (Columbia University Press, 1996), 263.
  13. Таджикистан в годы Великой Отечественной войны. Sputnik Таджикистан. Дата обращения: 1 декабрь 2021. Архивировано 1 декабрь 2021 года.
  14. «Декларация о государственном суверенитете Таджикской Советской Социалистической Республики». gorby.ru. Дата обращения: 1 декабрь 2021. Архивировано 1 декабрь 2021 года.
  15. «Декларация о государственном суверенитете Таджикской Советской Социалистической Республики». gorby.ru. Дата обращения: 1 декабрь 2021. Архивировано 1 декабрь 2021 года.
  16. Постановление Верховного Совета Республики Таджикистан от 25 декабря 1991 г. № 462 «О ратификации Соглашения о создании Содружества Независимых Государств». Дата обращения: 29 декабрь 2014. Архивировано из оригинала 10 ноябрь 2013 года. 2013 йыл 10 ноябрь архивланған.
  17. 17,0 17,1 17,2 Курсом независимости, реформ и прогресса. // Народная газета. — 2011. — 14 сент.
  18. В ближайшие дни Сангтудинская ГЭС-2 начнёт вырабатывать электроэнергию. Архивировано 7 ноябрь 2012 года. 2012 йыл 7 ноябрь архивланған. // «Азия-Плюс»
  19. Автодорога Душанбе-Худжанд открыта для проезда. Архивировано 6 сентябрь 2012 года. 2012 йыл 6 сентябрь архивланған. // «Азия-Плюс»
  20. Второй агрегат Сангтудинской ГЭС-2 заработает в присутствии президентов Таджикистана и Ирана. [yes Архивировано] 29 декабрь 2014 года.
  21. 21,0 21,1 В Таджикистане прошла церемония начала строительства крупнейшего в Центральной Азии текстильного предприятия 2020 йыл 13 август архивланған. // «ЦентрАзия»
  22. Эмомали Рахмон первым проехал по новой дороге Айни-Пенджикент. Архивировано 23 февраль 2016 года. 2016 йыл 23 февраль архивланған. // «Азия-Плюс»
  23. АБР приостановил своё участие в проекте по строительству железной дороги Таджикистан-Афганистан-Туркменистан. [yes Архивировано] 25 февраль 2016 года.
  24. В Душанбе родился девятимиллионный житель Таджикистана 2018 йыл 12 июнь архивланған. // ru.sputnik-tj.com/
  25. Рогунская ГЭС. Пуск прошёл успешно. Архивировано 23 ноябрь 2018 года. 2018 йыл 23 ноябрь архивланған.
  26. Благодарственное письмо ОАО «Рогунская ГЭС» в адрес ЧАО «Днепр-Спецгидроэнергомонтаж».
  27. Число погибших при атаке на таджикскую погранзаставу военных выросло до шести. 2019-11-14. [no Архивировано] 28 ноябрь 2020 года.
  28. ИГ заявило об ответственности за нападение на таджикскую погранзаставу. 2019-11-14. [no Архивировано] 26 сентябрь 2020 года.
  29. Ведомости Маджлиси Оли Республики Таджикистан 1995 год, 21, ст. 239; 2000 год, 11, ст. 513; 2003 год, 4, ст.153
  30. Ведомости Маджлиси Оли Республики Таджикистан, 1995 год, № 21, статья 239; 2000 год, № 11, ст. 513, 2003 год, № 4, ст. 153, 2008 год, № 3, ст. 182, 2009 год, № 7-8, ст. 489.
  31. Численность населения Республики Таджикистана на 1 января 2015 года. Дата обращения: 4 июль 2015. Архивировано из оригинала 2 июль 2015 года. 2015 йыл 2 июль архивланған.
  32. Численность населения Республики Таджикистан на 1 января 2016 года. Дата обращения: 26 октябрь 2016. Архивировано из оригинала 10 август 2017 года. 2017 йыл 10 август архивланған.
  33. Численность населения Республики Таджикистан на 1 января 2018 года. Дата обращения: 25 апрель 2019. Архивировано 20 апрель 2020 года. 2020 йыл 20 апрель архивланған.
  34. Численность населения Республики Таджикистан на 1 января 2019 года (недоступная ссылка — история).(недоступная ссылка)
  35. Таджикистан сократил внешний долг. Дата обращения: 9 июнь 2018. Архивировано 12 июнь 2018 года.
  36. Пайрав Чоршанбиев. В Душанбе заработало таджикско-канадское СП по производству аккумуляторов (30 июль 2011). Дата обращения: 2 ноябрь 2012. Архивировано 4 ноябрь 2012 года.
  37. 37,0 37,1 Гидроэнергетика Таджикистана – настоящее и будущее (pdf) (недоступная ссылка — история). МИД РТ. Дата обращения: 27 май 2009. Архивировано 5 апрель 2012 года. 2012 йыл 14 март архивланған.
  38. 38,0 38,1 Здесь и далее для существующих станций приведена установленная мощность, для строящихся и планируемых — проектная.
  39. ВБ: Электроэнергетическая система Таджикистана находится в кризисном состоянии | Новости Таджикистана-ИА «Азия-Плюс»". Дата обращения: 6 декабрь 2012. Архивировано из оригинала 3 февраль 2013 года. 2013 йыл 3 февраль архивланған.
  40. Бедность в Таджикистане – 2020. Всемирный банк. Дата обращения: 4 ноябрь 2021. Архивировано 4 ноябрь 2021 года.
  41. Всемирный банк: Пандемия привела к росту уровня бедности в Таджикистане. Asia-Plus. Дата обращения: 4 ноябрь 2021. Архивировано 4 ноябрь 2021 года.
  42. Пайрав Чоршанбиев. В Душанбе заработало таджикско-канадское СП по производству аккумуляторов (30 июль 2011). Дата обращения: 2 ноябрь 2012. Архивировано 4 ноябрь 2012 года.
  43. Ашуров Ш. А., Караматуллаева Р. С. Совершенствование управления в сельскохозяйственном производстве Республики Таджикистан // Аграрное образование и наука. — 2015. — № 2. — С. 5
  44. Мирзоев Б. Организационно-экономические основы кормопроизводства в Республике Таджикистан // Кишоварз. — 2014. — Т. 1. — С. 57
  45. Внешняя торговля Таджикистана на справочнике oec.world. Дата обращения: 19 август 2019. Архивировано 19 август 2019 года.
  46. Штолленверк Ф. Россия, Индия и Китай в Центральной Азии: к конфликту или к сотрудничеству // Центральная Азия и Кавказ. — 2011. — Т. 14. — № 2. — С. 13 — 14
  47. Хабибов С. Х., Джамшедов М. Д., Хабибовой С. С. Рынок потребительских товаров Таджикистана: оценка ситуации, проблемы функционирования и развития // Вестник Белгородского университета кооперации, экономики и права. — 2013. — № 4 (48). — С. 230—231
  48. Бедность в Таджикистане – 2020. Всемирный банк. Дата обращения: 4 ноябрь 2021. Архивировано 4 ноябрь 2021 года.
  49. Таджикистан занял 55-е место в рейтинге недееспособности государств. Дата обращения: 1 ғинуар 2015. Архивировано 1 ғинуар 2015 года.
  50. Итоги переписи населения Таджикистана. Дата обращения: 1 август 2009. Архивировано 14 май 2011 года.
  51. В Душанбе родился девятимиллионный житель Таджикистана. Дата обращения: 9 июнь 2018. Архивировано 12 июнь 2018 года.
  52. Семья 9-миллионной жительницы Таджикистана въехала в подаренную квартиру. Дата обращения: 9 июнь 2018. Архивировано 12 июнь 2018 года.
  53. В Москве пройдёт I съезд народов Таджикистана. Дата обращения: 28 сентябрь 2007. Архивировано из оригинала 12 октябрь 2007 года. 2007 йыл 12 октябрь архивланған.
  54. Jason Mandryk. Tajikistan // Operation World: The Definitive Prayer Guide to Every Nation. — InterVarsity Press, 2010. — 978 p. — (Operation World Set). — ISBN 0-8308-5724-9.
  55. Население Таджикистана. Грамотность населения. Дата обращения: 27 ноябрь 2019. Архивировано 10 июль 2018 года.
  56. Шарипов М. М. Роль вузов в формировании и развитии инновационной экономики в Республике Таджикистан // Современные проблемы науки и образования. — 2014. — № 6. — С. 627.
  57. Султанова Л. Ш., Айдинова М. А. Значение канала трансфера новых технологий для Узбекистана // Актуальные вопросы современной науки. — 2014. — № 1 (2,3). — С. 87.
  58. Газиева М. С. Роль дружбы народов в становлении театрального искусства Таджикистана // Фундаментальные исследования. — 2015. — № 2. — С. 4346, 4348.
  59. Газиева М. С. Роль дружбы народов в становлении театрального искусства Таджикистана // Фундаментальные исследования. — 2015. — № 2. — С. 4347, 4349.
  60. Газиева М. С. Роль дружбы народов в становлении театрального искусства Таджикистана // Фундаментальные исследования. — 2015. — № 2. — С. 4347.
  61. Газиева М. С. Роль дружбы народов в становлении театрального искусства Таджикистана // Фундаментальные исследования. — 2015. — № 2. — С. 4348.
  62. Юнусова З. И., Суфишоев Г., Ходжаева Ш. А., Пулатов К. Д. Медико-социальная характеристика моделей инвалидности в аспекте оказания населению социальных услуг в Таджикистане // Вестник Всероссийского общества специалистов по медико-социальной экспертизе, реабилитации и реабилитационной индустрии. — 2013. — № 3. — С. 87
  63. Одинаев Н. С., Жданов К. В., Усманова Г. М. Особенности лечения брюшного тифа у военнослужащих Российской Федерации, дислоцированных в Республике Таджикистан // Вестник Авиценны. — 2013. — № 2 (55). — С. 80
  64. Сколько человек болеют ВИЧ/СПИД в Таджикистане и какая помощь им оказывается. «ASIA-Plus». Дата обращения: 4 ноябрь 2021. Архивировано 19 ноябрь 2021 года.
  65. Саидова М. Х. Экономические аспекты функционирования и развития физической культуры и спорта в структуре сферы услуг Республики Таджикистан // Наука и спорт: современные тенденции. — 2015. — Т. 7. — № 2. — С. 94.
  66. Национальная Федерация Тхэквондо и Кикбоксинга Республики Таджикистан. Дата обращения: 17 июнь 2019. Архивировано из оригинала 18 декабрь 2016 года. 2016 йыл 18 декабрь архивланған.
  67. Дилшод Назаров впервые стал серебряным призёром чемпионата мира. Дата обращения: 31 август 2015. Архивировано из оригинала 27 август 2015 года. 2015 йыл 27 август архивланған.
  68. Телевидение Таджикистана: популярное, но отсталое. Медиа группа «ASIA-Plus». Дата обращения: 12 май 2019. Архивировано из оригинала 12 май 2019 года.
  69. Служба связи Таджикистана отозвала лицензию у частного телеканала. МИА «Фергана». Дата обращения: 5 июль 2019. Архивировано 5 июль 2019 года.
  70. Буддийский монастырь Аджина-тепа в Таджикистане признан Памятником Всемирного наследия « Сохраним Тибет! | Тибет, Далай-лама, буддизм. Дата обращения: 13 декабрь 2013. Архивировано 6 июнь 2012 года.
  71. Горы Таджикистана — Памир. Дата обращения: 18 февраль 2013. Архивировано 17 март 2013 года.
  72. Таджикистан занял 55-е место в рейтинге недееспособности государств. Дата обращения: 1 ғинуар 2015. Архивировано 1 ғинуар 2015 года.
  73. Таджикистан занял 55-е место в рейтинге недееспособности государств. Дата обращения: 1 ғинуар 2015. Архивировано 1 ғинуар 2015 года.
  74. Таджикистан назван самой безопасной страной Центральной Азии в 2017 году. Дата обращения: 29 декабрь 2017. Архивировано 29 декабрь 2017 года.

Ҡалып:Таджикистан в темах Ҡалып:Центральная Азия

Ҡалып:ОДКБ

Ҡалып:Страны после распада СССР