Эстәлеккә күсергә

Трагикомедия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Трагикомедия — драматургияла трагедия менән комедия жанрҙары үҙенсәлектәрен берләштергән драма әҫәре. Ул үҙендә комизм элементтарын да, трагизм элементтарын да органик рәүештә берләштерә. Трагикомедия геройҙарының характерҙары контраст яҡтарға ҡорола. Бик ҡатмарлы ситуацияларҙа, геройҙарының көлкөлө яҡтары менән бергә, уларҙың ҡыҙғаныс хәлдәре лә сағылыш таба. Донъя әҙәбиәтендә Уильям Шекспирҙың «Ҡышҡы әкиәт», Мольерҙың «Мизантроп», Ибсендың «Ҡырағай өйрәк», Антон Павлович Чеховтың «Сейә баҡсаһы» сәхнә әҫәрҙәре трагикомедия жанрының иң һәйбәт үрнәктәре иҫәпләнә. Башҡорт драматургияһында трагикомедияға Ибраһим Абдуллиндың «Күңелдәргә пәрҙә ҡормағыҙ», Назар Нәжмиҙең «Ҡыңғыраулы дуға», Флорид Бүләковтың «Изге эш», «Һөйәһеңме-һөймәйһеңме?» сәхнә әҫәрҙәре ҡарай.


  • Әхмәтйәнов К.Ә. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. Өфө, 1965. 190-сы бит.
  • Хөсәйенов Ғ.Б. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. Өфө, 2006. 181-се бит.