Фекерләшеү:Раевка (Әлшәй районы)
Һуңғы хәбәр: 3 года назад элек Хаят Йосопова1 яҙған
«Раевка (Әлшәй районы)» мәҡәләһен «Тарихи Башҡортостан топонимияһы — 2020» бәйгеһе өсөн Хаят Йосопова1 яҙҙы (тулыландырҙы). |
- Хаят Йосопова1, Раевка ҡасабаһының тарихы А. Ф. Раево менән бәйле, уны иҫбатлаусы крайҙы өйрәнеүселәрҙең китабы бар, мин ул турала яҙырға уйлайым. Баныу. 19 ноябрь 2020 й. (UTC)
- Ысынлап та, Раевканың тарихы һеҙ әйткәнсәлер, әммә ул ябай бер станция булған, шул исем тотош райондың үҙәгенә исем итеп алынған, ә боронғо аҫабалар ауылы, өҫтәүенә Пугачев яуынан һуң карателдәр тарафынан язаланған Әлшәй Мәргән батырҙың исеме менән аталмаған. Мин башҡорт топономисы Рәшит Шәкүрҙең "Ерҙең хәтер китабы", "Исемдәрҙә — ил тарихы" тигән китаптарына таянып, Әлшәй ауылы тураһында яҙҙым.
Район үҙәге тураһындағы мәҡәләлә, минеңсә, мотлаҡ Әлшәй ауылы тарихы ла яҡтыртылырға тейеш, тип иҫәпләйем. Нисек кенә булмаһын, Әлшәй ауылы Раевка составына инеп киткән, һәм унда әлеге мәлдә Әлшәй батырҙың нәҫел-нәсәбе йәшәйҙер. Ә улар үҙҙәренең данлыҡлы олаталары тураһында белергә тейеш.--Хаят Йосопова1 (әңгәмә) 11:12, 21 ноябрь 2020 (UTC)
- Хаят,мин шул төбәктә йәшәйем.Әлшәй ауылының Әлшәй Мәргән хөрмәтенә аталып,районды ла шул исем менән йөрөтәләр,Раевканы Вязовканан килгәндәр нигеҙләй.Раевка район үҙәге Раевоның хөрмәтенә.Раевка ҡасабаһын башҡортса ла беҙ Раевка ,тип йөрөтәбеҙ.Р.Шәкүр ағайҙың китабында ла факттар боҙоу етерлек.Әлшәй ауылы Раевкаға ҡушылып бөттө тиһәң дә була.Раево исеме һәр хәлдә беҙҙең ерҙә мәңгеләшкән,был тарих.Мәҡәләне уҡыған кешеләр ризаһыҙлыҡ белдерҙе ,шуға яҙҙым.Баныу (әңгәмә)17:20,21 ноябрь 2020 (UTC)
- Мин рус викиһынан "Альшеевский район" һәм башҡорт викиһынан "Әлшәй районы" тигән мәҡәләләрҙе лә ҡарап сыҡтым. Унда район тарыхы ла, Әлшәй ауылы тарихы ла бирелмәгән. Шуға минең өҫтәмә урынлы тигән фекерҙәмен. Һеҙ әйткәнһегеҙ ҙә ул, районға Әлшәй Мәргәндең исеме бирелгән, тип. Әммә сығанаҡтарҙа был хаҡта ләм-мим. Мин ғөмүмән аптырайым: минең өҫтәмәлә ҡасабаның исемен алмаштырыу тураһында һүҙ бармай, тарихты белеү насармы ни? Һеҙ шуға риза түгелһегеҙме? Үҙ тарихын халыҡ белергә тейеш, тигән фекерҙән сығып яҙылды ул.--Хаят Йосопова1 (әңгәмә) 14:01, 4 декабрь 2020 (UTC)