Эстәлеккә күсергә

Христофор Колумб

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Христофор Колумб
Cristoforo Colombo
Тыуған көнө

27 октябрь 1451({{padleft:1451|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})

Тыуған урыны

Генуя республикаһы

Вафат булған көнө

20 май 1506({{padleft:1506|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (54 йәш)

Вафат булған урыны

Вальядолид, Испания

Ил

 Генуэзская республика[d]

Эшмәкәрлеге

Диңгеҙ гиҙеүсе

Атаһы

Доменико Коломбо

Әсәһе

Сузанна Фонтанаросса

Тормош иптәше

Фелиппа Монис де Палестрелло

Балалары

Диего Колумб,
Фернандо Колумб

Автограф

 Христофор Колумб Викимилектә

Христофо́р Колу́мб (итал. Cristoforo Colombo, исп. Cristóbal Colón, лат. Christophorus Columbus; 1451 йылдың көҙө, Генуя республикаһы — 20 май 1506, Вальядолид, Испания) — сәйәхәтсе,Испания диңгеҙсеһе, Италияла тыуған, 1492 йылда Европа өсөн Американы аса.

Колумб беренселәрҙән булып Төньяҡ ярымшарҙың Атлантик океандағы субтропик һәм тропик һыҙатын үтә һәм Кариб диңгеҙендә йөрөй. Ул Көньяҡ һәм Үҙәк Американы тикшереүҙе башлай. Ҙур Антил утрауҙарын, Багам утрауҙарының үҙәк өлөшөн, Бәләкәй Антил утрауҙарын (Доминикиҙан алып, Виргин утрауҙарынаса) аса. Шулай уҡ ул Кариб диңгеҙенең ваҡ утрауҙарын һәм Көньяҡ Американың Тринидад утрауҙарын да күрә.

Колумбты Американы асыусы тип атарға ла була. Сөнки бығаса Төньяҡ Америкаға сәйәхәт иткән Исландия викингтары сәйәхәте тураһында хәбәр ителмәй һәм сығанаҡтар булмай.

Колумб Америкаға барлығы 4 тапҡыр сәйәхәт ҡыла:

Христофор Колумбтың йәш сағы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Д. Вандерлин картинаһы. Колумбтың Америкаға килеүе

Колумб Италиялағы Генуя ҡалаһында тыуған. Уның атаһы Доменико Коломбо (Domenico Colombo), әсәһе — Сузанна Фонтанаросса (Susanna Fontanarossa) була.

Испан телендә уның исеме — Кристо́баль Коло́н, ләкин Көнсығыш Европа славян халыҡтарында, шулай уҡ башҡа ҡайһы бер халыҡтарҙа уны Христофор Колумб (Christophor Χριστόφορος тигән грек исеменән) тип атайҙар. Италияла һәм Испанияла алты ҡала Колумбтың тыуған ҡалаһы исеменә дәғүә итә.

Колумб портреттары ул үлгәндән һуң эшләнгән. Бартоломе де Лас Касас —1493 йылда Колумбты күргән кеше уны ошолай тип һүрәтләй:

Оҙон буйлы, буйы уртасанан бейегерәк, оҙонса һәм күңелгә ятышлы йөҙлө,бөркөт танаулы, һорғолт зәңгәр күҙле, аҡ тәнле, бер аҙ ҡыҙғылт, йәш сағында һаҡалы менән мыйығы ерәнһыу булған, ләкин хеҙмәт итә торғас ағарған.

Павия университетында уҡыған. 1470 йыл тирәһендә диңгеҙсе ҡыҙы Фелипа Монис де Палестреллоға өйләнә. 1472 йылға тиклем Колумб Генуяла,1472 йылдан —Савонала йәшәй. 1470 йылдарҙан сауҙа экспедицияларында ҡатнаша.

1474 йылда астроном и географ Паоло Тосканелли Колумбҡа хатында Һиндостанға көнбайышҡа табан диңгеҙ аша тиҙерәк барып етеп була тигән фекерҙе еткерә. Шул ваҡытта уҡ Колумб Индияға диңгеҙ аша барып етеү уйы менән яна башлағандыр тиҙәр. Ерҙең ҙурлығы тураһында Колумб епископ Пётр де-Аллиаконың Imago Mundi (лат. Картина Мира, 1410) китабына ышанып яңғылыш фекер йөрөткән тиҙәр[1][2]. Тосканелли картаһы буйынса сәйәхәт юлы оҙонлоғон иҫәпләп, ул Канар утрауҙары аша барыу иң ҡулай тигән уйға килә,уныңса был утрауҙарҙан Японияға тиклем биш мең километр ҡала.

Тосканелли картаһы һәм хәҙерге карта. Төньяҡ һәм Көньяҡ Америка асыҡ зәңгәр төҫтә

1476 йылда Колумб Португалияға күсеп килә,бында ул туғыҙ йыл йәшәй. 1477 йылда Колумб Англия, Ирландия һәм Исландияға барып килә, шул саҡта ул исланд диңгеҙселәренең көнбайышҡа сәйәхәте тураһында ишеткәндер тиҙәр. Был осорҙа ул 1482 йылда Диогу де Азамбужа экспедицияһы составында Гвинея ҡултығына сәйәхәт ҡыла (португалдар Ганала Эльмина ҡәлғәһен төҙөй). 1475—1480 йылдарҙа ул башта тыуған Генуя ҡалаһы хөкүмәте һәм сауҙагәрҙәренә көнбайышҡа экспедиция ойошторорға тәҡдим итеп хаттар яҙа. Ләкин яуап булмай. 1483 йылда ул Португалияның яңы короле Жуан II ошо уҡ проектты тәҡдим итә.Король башта икеләнһә лә, бер аҙҙан ентекләп өйрәнеп, бынан баш тарта.

1485 йылда Колумб улы Диего менән Испанияға ҡасып китә. 1485—1486 йыл ҡышын ул Санта-Мария-де-ла-Рáбида монастырендә йәшәй. Монастырь башлығы Хуан Перес де Марчена уның идеяһын королеваның шәхси руханийы Эрнандо де Талавераға (исп.)баш. еткерешә.

1486 йылдың ҡышында Колумбты Толедо архиепискобы, Испанияның бөйөк кардиналы Педро Гонсалес де Мендоса менән таныштыралар, кардинал уға Испанияның католик королдәре Фердинанд менән Изабелла һарайына эләгергә ярҙам итә. Колумбтың проектын өйрәнеү өсөн Талавера етәкселегендә комиссия төҙөлә, ләкин хатта дүрт йылдан һуң да бер төрлө лә ҡарарға килмәй.

1488 йылдың 20 апрелендә Колумб Португалия короленең уны кире үҙ иленә саҡырып яҙған хатын ала.

Шул уҡ йылда Колумб Англия короле Генрих VII хат яҙа, король үҙ яуабында сәйәхәтсегә бер ни ҙә вәғәҙә итмәй.

Изабелла Кастильская менән Христофор Колумб. Гранадалағы һәйкәл

1491 йылда Севильяла Колумб яңынан Фердинанд һәм Изабелла менән осраша. Испания королдәре был проект тураһында ғәрәптәр менән һуғыш (Реконкиста) тамамланғас Колумб яңынан һөйләшергә һүҙ бирә.

Колумб бай магнат, йөҙ сауҙа карабы хужаһы герцог Медина-Сидонияға үҙ проектын тәҡдим итә.

1492 йылдың ғинуарында христиандар Гранаданы ала. Колумб Испания короле менән яңынан осраша һәм яңы асҡан ерҙәрҙә үҙен вице-король тип билдәләүҙе, «Донъя океаны адмиралы» титулын биреүҙе талап итә, король быға риза булмай, бер аҙҙан Санта-Феға (Гранада) китә.

1492 йылдың февралендә Колумб Кордоваға китә, тиҙҙән Францияға китергә йыйына башлай.

Көтмәгәндә королева Изабелла Колумбтың идеяһын хуплап сыға. Ул үҙен Католик королеваһы тип иғлан итә, уны Колумбтың проектында бигерәк тә Ғосман империяһына көтөлмәгән яҡтан һөжүм итеү, Палестиналағы христиандар өсөн изге ерҙәрҙе һәм ҡомартҡыларҙы кире яулап алыу мөмкинлеге ҡыҙыҡһындыра[3].Изабелла "Христостың табуты"н (Храм Гроба Господня) мосолмандарҙан азат итеү уйы менән яна башлай. Фердинанд (Арагон) менән Изабелла (Кастилия королеваһы) Испания королдәре булып танылһа ла, улар һәр береһе үҙ короллеген һәм финанс азатлығын һаҡлап ҡала, шуға күрә Колумб экспедицияһына Изабелла аҡса табырға ярҙам итергә була (яңы тамамланған һуғыштан һуң уларҙың ҡаҙнаһы буш була).

1492 йылдың 17 апрелендә королдәр Фердинанд менән Изабелла Колумбҡа һәм уның вариҫтарына «дон» титулын (дворян) бирә, экспедиция уңышлы тамамланған хәлдә уға «Донъя океаны адмиралы» исемен һәм асылған ерҙәрҙә вице-король титулын бирергә вәғәҙәләй, был титулдар уның вариҫтарына ла күсергә тейеш була. Ләкин экспедиция өсөн кәрәкле аҡсаны Колумб Кастилияла йыйылып бөтмәгән һалым иҫәбенә табырға тейеш була. Бынан тыш, королева кеҫәһендә бер тин дә булмаған Колумб бөтә сығымдарҙың һигеҙҙән бер өлөшөн үҙе ҡапларға тейеш тигән талапты ҡуя.

Колумбҡа Мартин Алонсо Пинсон ярҙамға килә. Экспедицияла ҡатнашырға тейешле «Пинта» — уның карабы була, уны Пинсон үҙ иҫәбенә әҙерләй; икенсе карап өсөн Колумбҡа аҡса биреп тора. Шулай итеп, Колумб королева менән килешкәнсә үҙ өлөшөн индерә.

Колумбтың дүрт экспедиция картаһы

1492−1504 йылдар араһында Христофор Колумб дүрт экспедиция ойоштора, уларҙы караптағы борт журналында һүрәтләп бара. Журналдың төп нөсхәһе һаҡланмаған, Бартоломе де лас Касас журналдың күсермәһен алып ҡала. Был күсермә беҙҙең көндәргәсә һаҡланған, уның буйынса был сәйәхәттәрҙә ниҙәр булғанын белергә мөмкин.

Беренсе экспедиция

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Тәүге экспедиция

Беренсе экспедицияға Колумб өс карап әҙерләй — «Санта-Мария» караккаһын (флагман, хужаһы һәм капитаны -Кантабриянан Хуан де ла Коса), «Пинта» (карап хужаһы һәм уның капитаны Мартин Алонсо Пинсон) һәм өсөнсөһө- «Нинья». "Нинья"ның каптианы — Висенте Яньес Пинсон, маэстре һәм карап хужаһы — Хуан Ниньo (исп. Juan Niño) Был флотилияла 100 кеше була. Европа кешеләре тәү башлап Кариб диңгеҙендәге Гуанахани утрауҙарына (Багам), Эспаньола (Гаити), Хуана (Куба). Был экспедиция Испанияның Яңы донъяға экспансияһының башы була.

Тарихсылар һаман да Колумб 1492 йылдың 12 октябрендә асҡан «Гуанахани» (урындағы кешеләр телендәге исеме), йәки испанса «Сан-Сальвадор» ниндәй утрау икәнен асыҡлай алмай: Уотлинг йәки Самана-Ки утрауымы тип бәхәсләшә. Ләкин был Багам утрауҙарының береһе булыуына бер кем дә шикләнмәй.

Христофор Колумб был яңы ерҙәрҙе Көнсығыш Азия тип иҫәпләй (Ҡытай, Япония йәки Һиндостан). Европала яңы асылған ерҙәрҙе бик оҙаҡ ваҡыт Вест-Индия тип йөрөтә, «Көнбайыш Һиндостан». Һиндостан менән Индонезия Европала бер нисә быуат Ост-Индия тип йөрөтөлә («Көнсығыш Һиндостан»).

Колумбтың «Санта-Мария» караккаһы копияһы
Сәйәхәт хронологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Колумб үҙе асҡан ерҙәрҙе Испания короле милке тип иғлан итә. 1893 йылда төшөрөлгән һүрәт.
  • 1492 йыл, 3 август — Колумб караптары Палос-де-ла-Фронтера ҡалаһы портынан сығып, көнбайышҡа табан юл тота.
  • 16 сентябрь — караптар көнбайышҡа таба барыуын дауам итә, тик өс ай буйы диңгеҙҙә ниндәйҙер йәшел үҫемлектәр күренә. Шулай итеп, Саргасс диңгеҙе асыла.
  • 7 октябрь — Японияны «үтеп киткәнбеҙ» тип ҡурҡҡан команда караптарҙың курсын көнбайыш- көньяҡ-көнбайышҡа үҙгәртеүҙе талап итә.
  • 12 октябрь —төнгө икелә матрос Родриго де Триана («Пинта» карабында) ер күреүе тураһында хәбәр итә.
  • 13 октябрь — Колумб матростары менән был ергә төшә һәм Кастилия байрағын ҡаҙай, был ер менән идара итә башлауын рәсми акт менән теркәп ҡуя. Был утрауҙы ул Сан-Сальвадор тип атай (Гуанахани). Уның координаттары — 24° с. ш. и 74°30′ з. д. Бындағы йәшәгән кешеләр (аравакиҙар булған тиҙәр) шыр-яланғас йөрөй, тәндәренә тик төрлө һүрәттәр генә төшөрә. Улар тимер ҡоралдарҙы бөтөнләй белмәй, ҡырҡ кеше һыйышлы кәмәләр төҙөй белгән. Колумбҡа улар «кипкән япраҡ» — тәмәке (табак) бүләк итә. Колумб өмөт иткәнсә бында алтын ятҡылығы булмай. Алты аравакиҙы үҙҙәре менән китергә мәжбүр итәләр, улар Колумбҡа ары юлды күрһәтеп бара. Ике аҙна буйы экспедиция көньяҡҡа табан бара, Багам утрауҙарын аса. Бында кешеләр мамыҡ ептәрҙән туҡылған кейем кейә. Испандар бында гамактар күрә, Куба утрауы тураһында белә.
  • 28 октябрь, 1492 йыл — Колумб Кубаның төньяҡ-көнсығышындағы Бариэй бухтаһында туҡтай, 76° з. д. Ул көньяҡ-көнсығыш Азияға барып еттем тип уйлай. Ләкин байлыҡ көҫәгән испандар алтын да, тәмләткестәр ҙә, ҙур ҡалалар ҙа тапмай. Бындағы кешеләр ағас ботаҡтары, ҡамыштан эшләнгән өйҙәрҙә йәшәй, мамыҡ, картуф, тәмәке (табак) һәм кукуруз (маис) үҫтерә. Ҡытайҙың иң ярлы еренә барып еткәнмен тип уйлап, көнсығышҡа табан, уның уйынса, Японияға юл ала.
  • 13 ноябрь — Колумб ерле кешеләрҙән алтынға бай утрау барлығын белә
  • 20 ноябрь — "Пинта"ның каптианы үҙ командаһы мнән Колумбты ташлап китә, бер аҙҙан Гаити утрауын аса. Ҡалған ике карап көнсығышҡа табан юлын дауам итә.
  • 6 декабрь — Колумб Гаити утрауын аса, уны Эспаньола тип атай.
  • 25 декабрь — «Санта-Мария» рифкә ултыра. Гаити утрауында Ла-Навидад (Рождество) фортына нигеҙ һалына. Колумб 39 диңгеҙсеһен ҡалдырып китә.

Юлда Колумб "Пинта"ны күрә, ике карап көнсығышҡа табан юлды дауам итә.Ҡот осҡос дауыл башлана.

  • 18 февраль, 1493 йыл- «Нинья» Санта-Мария (Азор утрауҙары) утрауына туҡтай.
« Христофор Колумбтың кире ҡайтыуы», рәссам- Эжен Делакруа
  • 9 март, 1493 йыл — Колумб Европаға «Нинья» карабында әйләнеп ҡайта. Лиссабонда король Жуан II Колумбты кенәз тип ҡаршы ала.
  • 15 март — «Нинья» һәм «Пинта» Испанияға ҡайта. Колумб үҙе менән бығаса күрелмәгән кешеләрҙе(уларҙы Еврпоала индеецтар тиҙәр), бер аҙ алтын, бығаса Европа белмәгән үҫемлек, емеш һәм ҡош ҡанаттарын алып ҡайта.

14521456 йылдарҙа Рим папалары Николай V һәм Каликст III Португалияға Бохадор морононан көньяҡтараҡ һәм көнсығыштараҡ асылған бөтә ерҙәргә хоҡуҡ бирә («һиндтәргә тиклем»).

Христофор Колумбтың кире әйләнеп ҡайтыуы, "Көнбайыш Һиндостан"ды асыуы (Вест-Индия) Португалияны хәүефкә һала. Кастилия был ерҙәрҙе асыусы булараҡ, уларҙы үҙ милке тип иҫәпләй. Был бәхәсте тик Рим папаһы ғына хәл итә ала.

1493 йылдың 3 майында Рим папаһы Александр VI Йәшел морондан меридиан буйлап 100 лига (4828,03 км) көнбайыштараҡ ятҡан ерҙәрҙе Кастилияныҡы, ә көнсығыштараҡ ятҡанын — Португалияныҡы тип иғлан итә. Папаның ҡарары нигеҙендә Испания менән Португалия Тордесильяс килешеүен төҙөй (1494 йылдың 7 июне).

Икенсе экспедиция

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Вторая экспедиция

Колумбтың икенсе флотилияһында инде 17 карап була. Флагманы — «Мария-Галанте» (200 т һыйышлы). Экспедицияла 1500—2500 тирәһе кеше ҡатнаша. Был юлы караптарҙа диңгеҙселәр генә түгел, монахтар, руханиҙар, чиновниктар, хеҙмәттәге дворяндар, король ярандары ла була. Был юлы улар үҙҙәре менән хужалыҡта кәрәк булырҙай ат, ишәк, һыйыр малы һәм сусҡалар, винград үҫентеләрен, ауыл хужалығы културалары орлоҡтарын да ала.

Был экспедиция һөҙөмтәһендә Эспаньола тулыһынса испандар ҡулына күсә, ерле халыҡ тулыһынса юҡ ителергә тейеш була. Санто-Доминго ҡалаһына нигеҙ һалына, Вест-Индияға иң уңайлы булған юл билдәләнелә. Кесе Антиль, Виргин, Пуэрто-Рико, Ямайка утрауҙары асыла, Кубаның көньяҡ өлөшө тулыһынса тиерлек тикшерелеп бөтә. Колумб һаман да Һиндостанға барып еткәненә ышана.

1496 йылдың 11 июнендә Христофор Колумб Испанияға ҡайта. Ул Эспаньоланың уртаһында Соломон батша өсөн алтын табыу урыны булған Офир тигән ил бар, тип һөйләй. Бынан тыш, Колумб яңы асылған ерҙәргә Испания төрмәләрендә ултырған енәйәтселәрҙе ебәрергә тәҡдим итә. Беренсенән, был Испанияны енәйәтселәрҙән ҡотҡара, икенсенән, уларҙы ашатыуға киткән сығымдарҙы кәметә, өсөнсөнән, экспедицияларҙы хәтәр ҡыйыу «кеше материалы» менән тәьмин итә.

Өсөнсө экспедиция

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Третья экспедиция

Өсөнсө экспедиция өсөн аҡса бик аҙ табыла, шуға күрә экспедицияға алты бәләкәй карап һәм 300 яҡын кеше китә , командаларға хатта Испания төрмәләрендә ултырған енәйәтселәрҙе лә алалар.

1498 йылдың 30 майында флотилия Гвадалквивир йылғаһы тамағынан сығып, көнбайышҡа юл ала. Был юлы Колумб алтынды көньяҡтараҡ эҙләргә була. Йерро утрауынан (Канар утрауҙары) өс карап Эспаньолаға табан китә,ҡалған өсөһөн ул Йәшел моронға алып китә, унан көньяҡ-көнбайышҡа табан юл тора. Караптар 9°30′ с. ш. хәтле көньяҡҡа табан, шунан көнбайышҡа табан йүнәлә.

31 июлдә Тринидад утрауы асыла. Колумб уны көньяҡлап үтә, Ориноко йылғаһы менән Пария ҡултығын ул ике аҙна тирәһе тикшерә, шунан сирле булыу сәбәпле Санто-Домингоға китә. 20 августта Колумб Эспаньолаға килеп етә, бында колонистар Х.Колумбтың ҡустыһы Бартоломеға ҡаршы баш күтәргән була. Колумб ҙур ер участкалары алған колонистарға ерле халыҡты (индеецтарҙы) (исп. repartimiento ҡолға әүерелдәрергә рөхсәт бирә.

Испания королдәре Фердинанд менән Изабелла яңы колонияларҙан бер ниндәй ҙә килем алмай тиерлек. Ә Португалия сәйәхәтсеһе Васко да Гама Һиндостанға диңгеҙ юлын аса (1498) һәм тыуған иленә тәмләткестәр тейәп ҡайтып төшә. Шулай итеп, Колумб Һиндостанды асмағаны асыҡлана.

1499  йылда Колумбтың яңы ерҙәр асыуға алған монополия хоҡуғы бөтөрөлә, 1500 йылда Католик королдәре Эспаньолаға Франсиско де Бобадильяны ебәрә. Бобадилья Христофор Колумбты туғандары менән бергә ҡулға ала һәм Испанияға ебәрә. Бик ауырлыҡ менән финансистар Колумбты королдәр алдында аҡлауға ирешә.

Дүртенсе экспедиция

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Четвёртая экспедиция

Христофор Колумбтың барыбер үҙе асҡан ерҙәр аша Көньяҡ Азияға барып етергә өмөтө була. Куба янында ул Кариб диңгеҙе аша көнбайышҡа аҡҡан бик көслө ағымды күҙәтә. Король тағы бер экспедиция ойошторорға рөхсәт бирә.

Дүртенсе экспедицияға Колумб ҡустыһы Бартоломео менән 13 йәшлек улы Эрнандоны ала. Был сәйәхәте ваҡытында Кубанан көнбайышта Үҙәк Америка ерҙәрен аса. Был материктың Атлантик океанды Көньяҡ диңгеҙҙән айырып торғанын аңлай. Был турала уға индеецтар һөйләй. Бынан тыш Колумб беренсе булып Көньяҡ диңгеҙ ярында йәшәгән халыҡтар тураһында хәбәр итә.

Христофор Колумб һәйкәле. Барселона (Испания)

Колумб тураһында фильмдар:

  • «Христофор Колумб» (Christopher Columbus, 1949), Англия
  • «Христофор Колумб» (Christopher Columbus, 1985),Италия сериалы
  • «Христофор Колумб: Открытие» (Christopher Columbus: The Discovery, 1992),Англия-АҠШ-Испания
  • «1492: Завоевание Рая» (1492: Conquest of Paradise, 1992), Англия, АҠШ, Испания, Франция.

Генуяла Колумбтың йорт-музейы бар.

Колумбҡа түбәндәге ҡалалрҙа һәйкәл ҡуйылған: Барселона, Мадрид, Бремерхафен, Генуя, Рапалло, Буэнос-Айрес, Сан-Даминго, Мехико, Вашингтон, Нью-Йорк, Сиракьюс, Провиденс, Сан-Франциско, Чикаго, Пуэрто-Рико (2016[4]).

Колумбтың Американы асыуына 500 йыл тулыу айҡанлы скульптор Зураб Церетели АҠШ менән Испанияға һәм Латин Америкаһы илдәренә үҙенең ғәйәт ҙур Колумб һәйкәлен һатып алырға тәҡдим итә (әле Испанияла уның кесерәйтелгән күсермәһе тора)[5]. Ул статуяның бейеклеге 126 метров, «Азатлыҡ статуя»һынан (АҠШ) ул ике тапҡыр ҙурыраҡ. The Baltimore Sun гәзитендә уға бағышланған «From Russia with 'ugh'» тигән мәҡәлә сыға[6]. 1995 йылда Колумбтың тыуған ҡалаһында Церетелиҙың «Яңы кеше тыуыуы» һәйкәле ҡуйыла (45 м).

Ләкин һәйкәлдәр ҡуйыу менән бер рәттән Колумбҡа ҡуйылған һәйкәлдәрҙе юҡ итеү осрағы ла бар, сөнки уны Америкалағы ерле халыҡты юҡ итеүҙе башлап ебәреүсе тип атайҙар (геноцид). Венесуэлала Колумбтың һәйкәлен ике тапҡыр юҡ итәләр [7].

Чикаголағы һәйкәле (АҠШ) 2020 йылда алып ташлана.

Колумб исеме бирелгән объекттар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Топонимдар
Космос
Театрҙар
Тағы

Аҡсаларҙағы һүрәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Сальвадор коло́ны

Христофор Колумб (по-испански Кристобаля Коло́на) хөрмәтенә Сальвадор аҡса берәмеге атала — сальвадорский колон. Бөтә аҡсаларҙа ла бер яғында йәш, икенсе яғында өлкән йәштәге колумб һүрәте төшөрөлгән.

Файл:ElSalvadorP90b-1Colon-1956-donatedrs b.jpg Файл:ElSalvadorP134a-5Colones-1983-donatedrs b.jpg Файл:ElSalvadorP138a-5Colones-1990-donatedrrg b.jpg
Реверс: 1 колон, 1920 и 1956 5, 1983 и 1990
Файл:ElSalvadorP112-10Colones-1968 b.jpg Файл:ElSalvadorP118-10Colones-1974-donatedth b.jpg
10, 1968 и 1974 10, 1999 и 2, 1976
Файл:Els135 b.jpg Файл:ElSalvadorP143-50Colones-1995-donatedsb b.jpg Файл:ElSalvadorP107-100Colones-1965-donatedth b.jpg Файл:ElSalvadorP137a-100Colones-1983-donatedTA b.jpg
25, 1994 и 50, 1995 100, 1965 и 1983
Коста-Рика колоны

Коста-Рика аҡсаһында — Колон (Коста-Рика) — Христофор Колумб бик һирәк ( 1/2 һәм 1 колон) һәм тик XX быуат башында ғына төшөрөлә.

Иҫтәлекле тәңкәләрҙә (2 евро)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Файл:€2 Commemorative coin SanMarino 2006.gif
Сан-Марино, 2006 йыл
  • 2006 йылда Сан-Марино Республикаһы Х.Колумбтың вафатына 500 йыл тулыу айҡанлы 2 евроға торошло тәңкәләр сығара.

Мәҙәниәттә һәм сәнғәттә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Әҙәбиәт
  • Гумилёв Н. С. Поэма «Открытие Америки» (1910) [1], [2]
  • Ирвинг В. «История жизни и путешествий Христофора Колумба» (A History of the Life and Voyages of Christopher Columbus, 1828)[8].
  • Купер Дж. Ф. «Мерседес из Кастилии, или Путешествие в Катай» (1840 год).
  • Тютчев Ф. И. Колумб (1844)(недоступная ссылка).
  • Сабатини Р. «Колумб» (Columbus, 1941)[9].
  • Шрекник Е. Ф. Христофор Колумб: Ориг. ист. роман из эпохи открытия Америки: В 2 ч. — Санкт-Петербург: тип. П. П. Сойкина, 1893. — [2], II, 307 с.
  • В. Маяковский в стихотворении «Христофор Коломб» обыгрывает гипотезу о том, что Колумб был евреем[10].
  • Верн Ж. Христофор Колумб, 1436—-1506 / Жюль Верн; перевод с французского Евгения Брандиса; 87 иллюстраций Бориса Аникина. — Санкт-Петербург: Вита Нова, 2017. — 171, [4] с. — (Фамильная библиотека. Детский зал).
Театр
  • Рихард Вагнер. «Христофор Колумб» (1834—1835)пьесаһына увертюра
  • «Христофор Колумб» (Cristoforo Colombo, 1892) операһы, композитор — Альберто Франкетти, либреттист — Луиджи Иллика.
  • «Вояж» (Voyage, 1992) операһы, композитор — Филип Гласс, либреттист — Дэвид Генри Хван.
  • «Христофор Колумб» (по драме Поля Клоделя опера- ораторияһы, 1929), композитор — Дариюс Мийо[11].
  • «Христофор Колумб» опереттаһы, композитор-дилетант С. И. Донауров (1839—1897)[12]
Кинематограф
  1. Письмо Католическим королям Изабелле и Фердинанду о результатах третьего путешествия
  2. Путешествия Колумба. Лас-Касас. Письма и карта Тосканелли
  3. Абрамов В. Я. Христофор Колумб. Его жизнь и путешествия: Биографический очерк. — СПб.: Типография Ю. Н. Эрлих, 1891. — С. 7.
  4. В Пуэрто-Рико установили статую Колумба работы Церетели
  5. Статья в «Комсомольской правде»
  6. B Пуэрто-Рико нашлось место для Колумба от Церетели, Lenta.ru (29 июль 2010).
  7. Уго Чавес снесёт памятник Христофору Колумбу, TUT.BY/РБК (28 марта 2009). 2009 йыл 2 апрель архивланған.
  8. Вашингтон Ирвинг. Собрание сочинений в пяти томах. — ISBN 5-275-00658-6.
  9. Рафаэль Сабатини. Колумб. — ISBN 978-5-17-065723-0.
  10. Маяковский Владимир Владимирович. Христофор Коломб / Испания. Океан. Гаванна. Мексика. Америка. — Москва; Ленинград: Государственное издательство, 1926. — 89[1] с. — С. 28—35.
  11. Дариюс Мийо. Опера «Христофор Колумб». Классическая музыка.
  12. История русской музыки: В 10 томах. Т. 10 В: 1890—1917. Хронограф. Кн. I / Под общ. ред. Е. М. Левашева. — М.: Языки славянских культур. 2011. — 968 с. — С. 226. — ISBN 978-5-9531-0508-6