Хәрәзм өлкәһе
| |||||
«» | |||||
Бойондороҡһоҙлоҡ яулауы | |||||
Рәсми телдәр | үзбәк теле | ||||
Баш ҡала | Гүргәнж | ||||
Иң ҙур ҡалалары | Гүргәнж, Хиуа | ||||
Идара итеү формаһы | Үзбәкстан составындағы өлкә | ||||
Территория • Барыһы |
11 урын 6 300 км² | ||||
Халыҡ • Барыһы (2015) • Тығыҙлыҡ |
11 урын 1 715 600 243,0 кеше/км²
| ||||
Валюта | Үзбәк һумы |
Хәрәзм өлкәһе (үзб. Xorazm viloyati / Хоразм вилояти) — Үзбәкстан составындағы өлкә.
Исеменең сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәрәзм һүҙе тәүге тапҡыр зороастриясыларҙың (утҡа табыныусыларҙың) «Авеста» исемле изге китабында телгә алына. Шулай уҡ боронғо хәрәзм теленән хәрәзм һүҙе «уйһыу ер», «туҡландырыусы ер» тип тәржемә ителә тигән фараздар бар.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Б. э. т. VIII быуатта хәҙерге өлкә территорияһында хәрәзмдәр булдырған Үҙәк Азиялағы иң боронғо дәүләттәрҙең береһе барлыҡҡа килә. Бында шулай уҡ массагеттар, сактар, апасактар, остар, даһиҙар һәм башҡа ҡәбиләләр йәшәй.
XII быуатта территорияһының ҙурлығы буйынса иң ҡеүәтле Урта Азия дәүләте — Хәрәзмшаһтар дәүләте барлыҡҡа килә. Ала-ад-дин Мөхәммәт II осоронда (XIII быуат башында) был дәүләттең сәскә атыу осоро була. Әммә был осор оҙайлы булмай — монголдарҙың ябырылыуынан юҡҡа сыға.
1920 йылдың февралендә Хәрәзм ханлығын дауам итттереүсе булараҡ Хәрәзм Халыҡ Совет Республикаһы ойошторола.
Хакимдың тәхеттән баш тартыуынан һуң, 1920 йылдың 26 апрелендә Беренсе Хәрәзм Ҡоролтайы (Йыйылыш) иғлан ителә.
1923 йылдың 30 октябрендә ХХСР Хәрәзм Социалистик Совет Республикаһы итеп үҙгәртелә, ул 1924 йылдың көҙөнә тиклем ғәмәлдә була, һуңынан ул Үзбәк ССР-ы, Төркмән ССР-ы һәм РСФСР (Ҡарағалпаҡ АО-һы) араһында бүленеп инә.
1925—1930 һәм 1932—1938 йылдарҙа Хәрәзм округы булып йөрөй, ә айырым өлкә итеп 1938 йылдың 15 ғинуарында булдырыла.
Хәрәзм алгебра һәм алгоритмға нигеҙ һалыусы Мөхәммәт бен Муса әл-Хәрәзминың һәм сфера формаһында ер картаһын эшләгән Абу Рәйхан Беруниҙың, башҡа билдәле ғалимдарҙың һәм эшмәкәрҙәрҙең тыуған ере.
2003 йылда өлкә Жалолиддин Мангуберди ордены менән бүләкләнә[1].
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәрәзм өлкәһе Үзбәкстандың көнбайыш өлкәһендә урынлашҡан. Төньяҡ-көнбайышта — Ҡарағалпаҡстан, көньяҡта һәм көнбайышта — Төркмәнстан, көньяҡ-көнсығыш, көнсығыш һәм төньяҡ-көнсығышта Бохара өлкәһе менән сиктәш.
Өлкә территорияһы төньяҡ-көнбайыштан көньяҡ-көнсығышҡа табан Ургенч ҡалаһы урынлашҡан киңлектәрҙә 280 километрҙа ята. Өлкәнең майҙаны 6300 км² (илдең территорияһынан 1,5 %) тәшкил итә һәм башҡа 14 субьекттар араһында ошо күрһәтмәләр буйынса 11 урын биләй.
Өлкәнең бөтә территорияһын тиерлек үҙәндәр һәм ҙур булмаған ҡалҡыулыҡтар ҡаплай. Географик торошо буйынса ул 40°-42° төньяҡ киңлеге һәм 60°-62° көнсығыш оҙонлоғо араһында урынлашҡан.
Тәбиғәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Климаты — ҡәтғи континенталь, эҫе һәм ҡоро йәйле һәм шаҡтай һыуыҡ ҡышлы.
Ҡышҡы осорҙа Хәрәзм өлкәһендә һәм күршеләш Ҡарағалпаҡстанда һауа температураһы Үзбәкстандың башҡа көньяҡ һәм көнсығыш өлкәләре менән сағыштырмаса уртаса 5-8 °C түбәнерәк.
Уртаса йыллыҡ температура — +12,0 °C, ғинуарҙа уртаса температура — −5,0 °C, июлдә уртаса температура — — +30,0 ° тәшкил итә. Һауа температураһының абсолют минимумы −32 °C, абсолют максимумы — +45 °C.
Уртаса өлкә территорияһында йылына яуым-төшөм — 78-79 мм (башлыса яҙ һәм көҙ көндәренә тура килә). Вегетация осоро 200—210 көн тәшкил итә. Был күрһәтмәләр Үзбәкстан өлкәләре араһында иң түбәне[2].
Тупрағы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аҙырҙарҙың тупрағы башлыса тоҙло һәм бер аҙы — болон-көл тупрағы. Уйһыулыҡтарҙың тупрағы — ҡомло[2].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өлкәнең халҡы 1924 йылға ҡарата үзбәктәрҙән торған (97 %), ҡалған 3 % — төрөкмәндәр, ҡаҙаҡтар, ҡарағалпаҡтар, фарсылар, урыҫтар[3]
2011 йылға ҡарата халыҡ һаны — 1 601 100 кеше, уларҙың 21,9 % ҡалаларҙа йәшәй, ә 78,1 % — ауылдарҙа.
Халыҡ һаны буйынса Хәрәзм өлкәһе башҡа өлкәләр араһында 11 урын биләй. Халыҡ тығыҙлығы — 249 кеше/км². Иң эре ҡала — Ургенч.
Административ-территориаль бүленеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2018 йылға ҡарата өлкә 10 районға (төмәнгә) һәм өлкә әһәмиәтендәге ике ҡала иҫәптә тора:
- Ургенч ҡалаһы,
- Хиуа ҡалаһы (5),
- Бағат райоы (1), үҙәге — Бағат ҡасабаһы,
- Гүрлен районы (2), үҙәге — Гүрлен ҡасабаһы,
- Ҡош Күпер районы (6), үҙәге — ҡасабаһы,
- Ургенч район (8), үҙәге — Ҡарауыл ҡасабаһы,
- Хазарасп районы (4), үҙәге — Хазарасп ҡасабаһы,
- Хаңҡы районы (3), үҙәге — Хаңҡы ҡасабаһы,
- Хиуа районы (5), үҙәге — Хиуа ҡалаһы
- Шауат районы (7), үҙәге — Шауат ҡалаһы
- Яңы Арыҡ районы (9), үҙәге — Яңы Арыҡ ҡасабаһы,
- Яңы Баҙар районы (10), үҙәге — Яңы Баҙар ҡасабаһы.
1938 йылда хәрәзм өлкәһе 9 районға бүленгән (Гүрлен, Ҡош Күпер, Манғыт, Ургенч, Хазарасп, Хаңҡы, Хиуа, Шауат, Яңы Арыҡ) һәм ике өлкә әһәмитендәге ике ҡалаға (Ургенч һәм Хиуа).
1950 йылда Яңы баҙар районы ойошторола, 1953 йылда — Бағат районы. 1957 йылда Манғыт районы Ҡарағалпаҡстанға тапшырыла.
1959 йылда Бағат һәм Яы Баҙар райондары бөтөрөлә. 1963 йылда Ҡош Күпер, Ургенч, Хаңҡы райондары бөтөрөлә.
1964 — Ургенч районы, 1967 йылда — Ҡош Күпер, 1970 йылда — Бағат, 1973 йылда — Хаңҡы, 1981 йылда — Яңы баҙар районы тергеҙелә.
1976 йылда — Дружба, 1983 йылда — Хаңҡы һәм Шауат, артабан Гүрлен өлкә әһәмиәтендәге ҡалалары ойошторола. 1992 йылда Дружба ҡалаһы ғына үҙ статусын һаҡлап ҡала.
1998 йылда Дружба ҡалаһы Питнак тип үҙгәртелә. 2002 йылда Питнак һәм Хиуа ҡалалары үҙ статусын юғалта. 2017 йылда Хиуа ҡабаттан өлкә әһәмиәтендәге ҡала статусын ала[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ҡалып:Lex.uz // Ведомости Олий Мажлиса Республики Узбекистан. — 2003. — В. 1328. — № 8. — С. 81. — ISSN 0206-6637.
- ↑ 2,0 2,1 Ўзбекистон табиий географияси, 2006. с. 165
- ↑ Материалы по районированию Средней Азии. Книга 1. Территория и население Бухары и Хорезма. Часть 2. Хорезм. Т., 1926, с. 91-92.
- ↑ и Шахрисабз стали городами областного подчинения(недоступная ссылка)