Эстәлеккә күсергә

Ғәлин Мотаһар Ҡунаҡбай улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәлин Мотаһар Ҡунаҡбай улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1915
Тыуған урыны Дәүләт, Рәсәй
Вафат булған көнө 21 ноябрь 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Вафат булған урыны Луганск өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Блиновский[d]
Һөнәр төрө эскадрон командиры ярҙамсыһы
Хәрби звание политрук[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Ғәлин Мотаһар Ҡунаҡбай улы (? 1915 йыл — 21 ноябрь 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, кесе политрук, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 275-се кавалерия полкының политбүлек буйынса эскадрон командиры ярҙамсыһы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1942)[1].

Мотаһар Ҡунаҡбай улы Ғәлин 1915 йылда Баймаҡ районы Дәүләт ауылында тыуған.1941 йылда Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыл. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы 3-сө эскадрон полит бүлек буйынса командир ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. Рәсәй Федерацияһы Волгоград өлкәһе Блиновский хуторы тирәһендә барған ҡаты һуғышта һәләк була һәм шунда ерләнә[1]

  • 1942 йылдың 12 ноябрендә Блиновский ауылы эргәһендә үҙенең һуғышсылары менән дошмандың ике орудиеһын ҡулға төшөрә.
  • 1942 йылдың 20 ноябрендә мөһим задание башҡара:һуғыш яланынан яралыларҙы һәм үлгәндәрҙе алып сыға.Үҙе 7 яралы һәм 18 үлгән һалдатты көслө дошман уты аҫтында һуғыш яланынан сығара.
  • 1942 йылдың 21 ноябрендә эскадронды ялҡынлы телмәре менән илһамландырып, дошманға ҡаршы атлы атакаға үҙ артынан әйҙәй.Үҙе фашистарҙың 3 офицерын, 4 һалдатын юҡ итә.Яу яланында Ғәлин Мотаһар Ҡунаҡбай улы батырҙарса һәләк була. Батырлығы үлгәндән һуң Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән баһалана[2]

Әхтәм Ихсандың «Саҡма тояҡ аттарҙа» шәхси күҙәтеүҙәр һәм тарихи документтар нигеҙендә яҙылған китабында Мотаһар Ҡунаҡбай улы Ғәлиндең ҡаһарманлығын һүрәтләгән шундай юлдар бар:

« Сабельник Мотаһар Ғәлин атта елдереп килде лә танк өҫтөнә менеп китте һәм,танкының люгын асып, автомат төйҙәһе менән водителдең башына тондорҙо. Кавалеристар ҡыйыулыҡтың тарихта күренмәгән яңы биттәрен асалар ине. Майор Кусимов быларҙың барыһын да күреп торҙо[3]. »

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. 1,0 1,1 Личный состав.Галин Мотагар Кунакбаевич
  2. 2,0 2,1 Наградной лист. Описание подвига Галина Мотагара Кунакбаевича
  3. Әхтәм Ихсан. «Саҡма тояҡ аттарҙа». — Өфө: «Китап», 1995 й. — С. 74-се б..