Эстәлеккә күсергә

Ҡара диңгеҙ иҡтисади хеҙмәттәшлеге ойошмаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡара диңгеҙ иҡтисади хеҙмәттәшлеге ойошмаһы
Organization of the Black Sea Economic Cooperation

Οργάνωση της οικονομικής συνεργασίας της Μαύρης Θάλασσας

Organizatio Oeconomicarum metus Mare Nigrum
Эмблемаһы
Эмблемаһы
Ағза

12 дәүләт-ағза

Етәкселәре
Нигеҙләнгән
Бөтөрөлгән
-
Сайт

http://www.bsec-organization.org/

 Ҡара диңгеҙ иҡтисади хеҙмәттәшлеге ойошмаһы Викимилектә
ИЛДӘР-МАХСУС ИҠТИСАДИ ФОРУМДА Ҡара диңгеҙ иҡтисади хеҙмәттәшлеге ойошмаһыКҮҘӘТЕҮСЕЛӘР      Ҡатнашыусы илдәр      Күҙәтеүсе илдәр
Рәсәйҙең почта конверты, 2012 йыл
Рәсәйҙең почта конверты, 2017 йыл
Почта маркаһы. Сербия, 2017

Ҡара диңгеҙ иҡтисади хеҙмәттәшлеге ойошмаһы — хөкүмәт-ара ойошма. Ҡара диңгеҙ буйының 12 дәүләтен һәм Көньяҡ Балҡанды берләштерә. Ҡара диңгеҙ бассейнында хеҙмәттәшлекте, тыныслыҡты, тотороҡлоҡто һәм именлекте үҫтереү маҡсатында булдырыла.

1992 йылдың 25 июнендә ун бер ил Ҡара диңгеҙ иҡтисади хеҙмәттәшлеге тураһында килешеүгә ҡул ҡуя, ә ойошма 1999 йылдың 1 майында, яҡтар Истанбулда Босфор декларацияһына ҡул ҡуйғандан һуң, барлыҡҡа килә. Секретариат (BSEC PERMIS) 1994 йылдың мартында ойошторола һәм Истанбулда (Төркиә) урынлаша.2013 йылда Ҡара диңгеҙ иҡтисади хеҙмәттәшлеге ойошмаһы Генераль секретары Виктор Цвиркун билдәләп үтә[1]:

Үҙебеҙҙең 21 йыл эшләү дәүерендә беҙ Ҡара диңгеҙ төбәге илдәренә йоғонтоһон ғына түгел, уға ҙур ихтыяж булыуын да күрһәттек. Был бигерәк тә составҡа ингән бер нисә илдең сәйәси генә түгел, дипломатик мөнәсәбәттәре лә өҙөлгән ауыр ваҡыттарҙа ла асыҡ күренде. Беҙ улар араһында диалог өсөн берҙән-бер майҙансыҡ булдыҡ. Иҡтисади мәсьәләләргә генә иғтибар итеп, һәр төрлө сәйәси моменттарҙы ситкә ҡуябыҙ. Әгәр эшебеҙҙә сәйәсәт булһа, ошо үҙенсәлекле платформа эшләүҙән туҡтаясаҡ. Барыһы ла консенсусҡа нигеҙләнгән.

1999 йылда ойошма күбеһенсә иҡтисади хеҙмәттәшлек менән шөғөлләнеүсе төбәк халыҡ-ара ойошма статусы ала.

2004 йылдың апрелендә Ҡара диңгеҙ иҡтисади хеҙмәттәшлеге ойошмаһына Сербия (Сербия һәм Черногория) ҡабул ителә, шунан һуң ағза-дәүләттәр һаны 12-гә етә[2].

Сарала ҡатнашыусы илдәрҙә бәләкәй һәм урта бизнесты, шулай уҡ эшҡыуарлыҡты үҫтереү хеҙмәттәшлектең мөһим йүнәлештәренең береһе булып тора. Ошо маҡсатта 2012 йылда Конрад Аденауэр исемендәге фонд һәм ERENET ярҙамында уҡытыу программалары ойошторола[3].

2017 йылдың ноябрендә Ҡара диңгеҙ иҡтисади хеҙмәттәшлеге ойошмаһы Парламент ассамблеяһының Генераль ассамблеяһы Ҡара диңгеҙ иҡтисади хеҙмәттәшлеге ойошмаһы ойошторолоуға 25 йыл тулыуға арналған декларацияны раҫлай[4]. Декларация ҡабул итеү буйынса тауыш биреү барышында «БМО, ЕИХО, Европа Советының Парламент ассамблеяһы һәм Европа парламенты кеүек халыҡ-ара ойошмалар тарафынан законһыҙ рәүештә аннексацияланғандар сифатында танылған» ойошма дәүләттәренең территориаль бөтөнлөгөн тергеҙеүгә ҡағылышлы Украина төҙәтмәһе иҫәпкә алына[5].

Ҡатнашыусылар

Тәҡдим ителгән таблицанан күренеүенсә, Ҡара диңгеҙгә сығыу мөмкинлеге булмаған илдәр ҙә ойошма эшендә ҡатнаша: Албания, Әрмәнстан, Әзербайжан, Греция, Молдавия һәм Сербия (Дунай коридоры менән тоташҡан). Кипр Республикаһының ғаризаһын Төркиә кире ҡаҡҡандан һуң, Греция Македония Республикаһының ғаризаһын кире ҡаға. Был ойошма эшендә ҡатнашыу һәм вето хоҡуғын файҙаланыу буйынса прецедент булдыра[6].

Күҙәтеүселәр

Партнёрҙар

Ҡара диңгеҙ иҡтисади хеҙмәттәшлеге ойошмаһы банкы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡара диңгеҙ сауҙа-үҫеш банкы ойошманың финанс учреждениеһы булараҡ 1997 йылдың 24 ғинуарында ойошторола.[1][8]. Ул иҡтисади үҫеш һәм төбәк хеҙмәттәшлегенә, сауҙаға булышлыҡ итеү менән шөғөлләнә, финанс гарантиялары бирә, ағза илдәр өсөн шәхси, шулай уҡ дәүләт компанияларының проекттарына ярҙам итеү менән шөғөлләнә.

Ҡара диңгеҙ иҡтисади хеҙмәттәшлеге ойошмаһының 20 һәм 25 йыллығына Рәсәй Почтаһы почта конверттарын ә уның 25 йыллығына Сербия Почтаһы почта маркаһы сығара.

2004 йылдың апрелендә ойошма составына Сербия һәм Черногория индерелә, әммә бындай дәүләт 2006 йылда ғәмәлдән сыҡҡас, ойошмалағы урын Сербияға күсә.

2022 йылдың мартында Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы Япония хөкүмәте ҡарарҙарына яуап иғлан итә. Рәсәй, Украиналағы хәл менән бәйле, Японияның Рәсәйгә ҡаршы бер яҡлы сикләүҙәр индереүенең асыҡтан-асыҡ дошмандарса характерын иҫәпкә алып, Ҡара диңгеҙ иҡтисади хеҙмәттәшлеге ойошмаһының сектор диалогы партнеры статусын оҙайтыуҙы сикләй.[7]

  1. Генсек ОЧЭС: нужно забыть о политике и заниматься экономикой | РИА Новости. Дата обращения: 24 август 2016. Архивировано 18 сентябрь 2016 года.
  2. Permanent International Secretariat. About BSEC. Black Sea Economic Cooperation (BSEC). — «With the accession of Serbia and Montenegro in April 2004, the Organization’s Member States increased to twelve.» Дата обращения: 29 май 2009. Архивировано 28 сентябрь 2007 года.
  3. Antal Szabó (ed.), Emerging entrepreneurship and the policy development in the BSEC after the economic crises, Konrad-Adenauer-Stiftung, Ankara 2012, ISBN 978-975-7968-99-3
  4. Резолюция Генеральной Ассамблеи ООН 68/262
  5. Генассамблея Парламентской ассамблеи черноморского экономического сотрудничества приняла декларацию с украинской поправкой. gordonua.com (29 ноябрь 2017). Дата обращения: 30 ноябрь 2017. Архивировано 29 ноябрь 2017 года.
  6. Kurt, Suleyman. (недоступная ссылка) Montenegro Denied BSEC Membership Because of Turkish-Greek Rift, Zaman (11 июнь 2006). 23 февраль 2008 тикшерелгән. «In retaliation to Turkey’s move to veto the application filed by the Greek Cypriot Administration, Greece opposed all BSEC membership applications in protest, including Montenegro’s.».(недоступная ссылка)
  7. 7,0 7,1 МИД России. МИД заблокирует продление статуса Японии в качестве партнера в ОЧЭС.| РИА Новости (21 март 2022). Дата обращения: 2022-3-22. Архивировано 22 март 2022 года.
  8. Архивированная копия. Дата обращения: 1 июль 2016. Архивировано 13 август 2007 года.