Ҡолаҡ
Ҡолаҡ — ҡатмарлы вестибуляр-ишетеү ағзаһы. Ул ике функция үтәй: тауыш импульстарын ҡабул итә һәм кәүҙәнең киңлектәге торошон көйләргә, тигеҙлек һаҡлауға булышлыҡ итә. Был парлы ағза, баштың сикә һөйәктәре эсенә урынлашҡан.Тыштан ҡолаҡ япрағы булып тамамланған.
Ишетеү һәләте кешегә хеҙмәт эшмәкәрлегендә һәм ижтимағы тормошта аралашыу өсөн кәрәк. Һөйләү телмәре лә тауыш ишетеүгә бәйленгән. Ҡолаҡ ярҙамында тауыш тирбәлеүҙәре тирә-йүндә нимәләр булғанын белдереүсе нервы импульсына әүерелә.
Тауыш — һауаның тирбәлеүе. Кешенең ҡолағы 20,625 м -ҙан 1,65 см тиклем тауыш тулҡындарын ҡабул итә, был тауыштың секундына 16 — 20 000 Гц тирбәлеүенә торошло.
Ҡолаҡ анатомияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡолаҡ — тышҡы, урта һәм эске ҡолаҡтарға бүленә.
Тышҡы ҡолаҡ ҡолаҡ япрағы менән тышҡы ишетеү юлынан тора. Ҡолаҡ япрағы хәрәкәтһеҙ, ул тауыш оотоу өсөн яраҡлашҡан. Ҡолаҡ япрағы менән урта ҡолаҡ ишетеү юлы менән бәйләнгән. Тышҡы ҡолаҡ юлы ҡолаҡтан барабан ярыһы менән айырылап тора. Улар тауыш тулҡындарын механик тирбәлеүгә әйләндереп, урта ҡолаҡҡа ебәрә.
Урта ҡолаҡ — һауа тулған ҡыуышлыҡ. Урта ҡолаҡта өс ишетеү һөйәге бар. Беренсеһе— сүкеш һөйәк барабан ярыһына терәлгән, икенсеһе — өҙәңге һөйәк — эске ҡолаҡҡа барған овал тәҙрә юлына тейеп тора. Өсөнсө — һандал һөйәк — улар араһында урынлашҡан. Барабан ярыһы тирбәлеүен 20 тапҡыр көсәйткән һөйәк рычагтар системаһы шулай төҙөлгән. Урта ҡолаҡ ҡыуашлағы ишетеү торбаһы аша тамаҡ өҫтө ҡыуышлығы менән тоташа. Аҙаҡты йотҡанда ишетеү торбаһы юлы асыла һәм урта ҡолаҡтағы баҫым атмосфера баҫымы менән тигеҙләшә. Шул сәбәпле барабан ярыһы баҫым түбән яҡҡа бөгөлмәй.
Эске ҡолаҡ урта ҡолаҡтан овал һәм түңәрәк тәҙрәһе булған һөйәк пластинкаһы менән айырыла. Эске ҡолаҡ сикә һөйәктәре эсендә ятҡан нәҙеҡ каналдар ҡатмарлы ҡыуышлыҡтар системаһынан тора. Был — һөйәкле лабиринт. Уға шыйыҡлыҡ тулған була. Ошо һөйәк лабиринты эсендә уның формаһын ҡабатлағын ярылы лабиринт ята. Уның эсендә тирбәлеүҙәрҙе — тауыш тулҡындарын, кәүҙәнең арауыҡтағы торошон ҡабул итеүсе һиҙгер приборҙар (вестибуряр аппарат) бар.
Эске ҡолаҡ | |
Эске ҡолаҡ. | |
Ҡусҡар һәм уның тупһаһы. Өҫтән күренеш | |
Латинса исеме |
auris interna |
---|---|
Ҡан менән тәьмин итеү |
лабиринт артерия |
Каталогтар |
Эске ҡолаҡта ишетеү ағзаһы — ҡусҡар менән тигеҙләнеш ағзаһы — тупһа һәм өс ярым түңәрәк канал урынлашҡан. Улар үҙ -ара бәйләнгән. Ҡусҡарҙың бер яҡ ярылы стенаһында ғына ныҡ итеп тарталған төрлө оҙонлоҡтағы 24 мең һығылмалы епсә (сүс) бар. Һәр епсә (сүс) үҙ өнө өсөн яуап бирә. Епсәләрҙә өҫтөндә төктәре булған күҙәнәктәр урынлашҡан. Улар ишетеү рецепторҙары тип атала. Рецептор өҫтөндә япма мембрана бар. Һәр рецепторға ишетеү нервыһының осо тоташҡан.
Тауыш тирбәлеүе барабан ярыһына бирелә. Ишетеү һөйәктәре уны овал тәҙрә ярыһына ебәрә, уның аша эске ҡолаҡ шыйыҡсаһына бара. Бөтә ҡуҙғыуҙар спираль орган рецепторына бирелә. Барлыҡҡа килгән ҡуҙғыу мейе ҡабығының ишетеү зонаһына бара. Кеше шулай ишетә.
Ике ҡолаҡ аша мейе ярымшаҙарына сигнал тапшырыла. Әгәр тауыш һулдан килһә, уның импульстары мейегә уң ҡолаҡҡа ҡарағанда ирәрәк килеп етә. Мейе анализ үткәреп тауыш сығанаған билдәләй. Шулай кеше тауыш сығанағын һәм йүнәлешен билдәләй.
Тауыш тулҡындары тышҡы ҡолаҡҡа килеп еткәс, тышҡы ишетеү юлы аша үтәләр һәм барабан ярыһын тирбәлдерәләр.Тауыш юғарыраҡ булған һайын, тирбәлеүҙәр йышлығы ҙурыраҡ була, тауыштың көсәйеүе тирбәлеү киңлегенең артыуы менән бәйләнгән. Урта ҡолаҡтың ишетеү һөйәктәре барабан ярыһының тирбәлеүен көсәйтә һәм эске ҡолаҡтың оваль тәҙрәһенә тапшыра. Ул эске ҡолаҡҡа тулған шыйыҡлыҡты тирбәлдерә башлай. Эске ҡолаҡтағы рецепторҙар был тирбәлеүҙәрҙе нервы импульста¬рына әүерелдерә. Улар ишетеү нервыһы буйлап баш мейеһенә тапшырыла. Ҙур ярымшарҙар ҡабығының сикә әлкәһендә урынлашҡан ишетеү зонаһында тауыштың характеры, уның көсө һәм юғарылығы тамам айырыла.
Ҡолаҡ гигиенеһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тышҡы ишетеү юлында, составында микробтарға ҡаршы матдәләре булған сайыр бүленеп сыға. Сайыр йыйылып киткәндә ишетеүгә ҡамасаулай. Ҡолаҡты шырпы, булавка һ.б. осло предматтар менән таҙартырға ярамай.
Тамаҡтың, танауҙың лайлалы тиресәһе шешенһә, ишетеү юлына лайла тула һәм урта ҡолаҡтағы һауа баҫымы тыштағы баҫым менән тигеҙләшә алмай. Кеше ҡолағына мамыҡ тығылған һымаҡ тоя. Тымаулағанда, танау тонғанда танау тишектәрен берәмләп таҙартырға кәрәк. Тышҡа сыҡҡан һауа юлы ялһынһа, һауа ағымы ишетеү торбалары аша урта ҡолаҡҡа үтерге мөмкин.
Урта ҡолаҡтың шешенеүе үтә ҡурҡыныс. Был ишетеү һәләте насарайыуға килтерә. Ишетеү нервыларының һәм рецепторҙарының зарарланыуы һаңраулыҡҡа килтерергә мөмкин. Шау-шыулы урында булыу, хатта ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа ла көслө тауыш аҫтында ҡалыу ҡолаҡҡа ҡатыланыуға килтерә.
Патология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тышҡы тауыш юлында ҡолаҡ сайыры йыйылыу арҡаһында ла ишетеүҙең насарланыуы мөмкин. Ул тышҡы ишетеү юлы биҙҙәре тарафынан бүленеп сыға һәм һаҡлағыс функция үтәй: унда тирә-йүндән тышҡы ишетеү юлына үтеп ингән саң һәм микробтар тотолоп ҡала. Тышҡы ишетеү юлында йыйылып, ҡолаҡ сайыры тығын яһай.
Ангина, скарлатина, грипп менән ауырығанда, был ауырыуҙарҙы тыуҙырыусы микроорганизмдар тамаҡ өҫтөнән ишетеү торбаһы аша урта ҡолаҡҡа үтеп, уны шештерергә мөмкин.
Был саҡта ишетеү һөйәктәренең хәрәкәтсәнлеге юғала һәм эске ҡолаҡҡа тауыш тирбәлеүҙәренең тапшырылыуы боҙола. Әгәр шешеү процесы эске ҡолаҡҡа таралһа, ишетеү рецепторҙарының зарарланыуы арҡаһында кешенең һаңғырауланыуы мөмкин. Ғәҙәттә, ишетеү ағзаларында шешеү процесы барһа, ҡолаҡ ныҡ һыҙлай. Ҡолағығыҙ ауыртһа, шунда уҡ врачҡа күренергә кәрәк. Үҙ ваҡытында күрһәтелгән медицина ярҙамы ауырыуҙарға һәм уға бәйләнгән өҙлөгөүҙәргә юл ҡуймай.
Көслө тауыштарҙан ишетеү насарланырға мөмкин. Мәҫәлән, шартлау ваҡытында барлыҡҡа килгән көслө тауыш тулҡыны барабан ярыһына бәрелеп, уны йыртырға мөмкин. Бындай осраҡтарҙа шартлау ваҡытында ауыҙҙы асып торорға кәңәш ителә.
Ҡолаҡ мәҙәниәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡолаҡ өсөн клипса, кафф һәм алҡа кеүек ҡолаҡ биҙәгестәре бар. Алҡаны тишелгән ҡолаҡ йомшағына тағалар[1], клипса тағыу өсөн ҡолаҡ йомшағын тишеү кәрәкмәй. Ҡолаҡ пирсингы боронғо замандан уҡ ҡәбиләлә общинаһында йәшәгән кешеләргә билдәле булған, күп һанлы археологик ҡаҙылмалар быны раҫлай. Австрияның Симилаун боҙлоғонда табылған Эци мумияһының ҡолағы тишелгән балған, мумияның йәше 5300 йыл[2]. Ҡалаҡҡа биҙәүестәр тағыуҙан башҡа ҡолаҡты һуҙып (тоннелау) формаһын үҙгәртеү ысулы бар.
Ҡолаҡ формаһын үҙгәртеү өсөн үткәрелгән хирургик операция опластика тип атала.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сонин Н. И. Биология. Кеше. тәрж. С. М. Рәхимова. — Өфө; Китап: Дрофа, 2005. — ISBN 5-295-03615-4
- Колесов Д. В. Биология. Кеше. — 9-сы стереотип баҫманан тәржемә. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04946-0
- ↑ Кибалова Людмила, Гербенова Ольга, Ламарова Милена. Драгоценные украшения // Иллюстрированная энциклопедия моды. — Прага: Артия, 1966.
- ↑ Hesse R. W. Jewelrymaking through History: an Encyclopedia. — Greenwood Publishing Group, 2007. — P. xvii. — ISBN 0313335079.