Әбүбәкеров Мисбах Иҙрис улы
Әбүбәкеров Мисбах Иҙрис улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 1914 |
Тыуған урыны | Яҡуп, Иҫке Аҡбүләк ауыл Советы (Ҡариҙел районы), Ҡариҙел районы |
Вафат булған көнө | 26 май 1945 |
Вафат булған урыны | Бранденбург, Германия |
Һөнәр төрө | яугир |
Хәрби звание | рядовой һәм ҡыҙылармеец[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Әбүбәкеров Мисбах Иҙрис улы (рус. Абубакиров Мисбах Идрисович) (1914—1945) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 148-се гвардия артиллерия-миномёт полкы 5-се батареяһының ҡороусыһы (зарядлаусы) була. Гвардия рядовойы, ҡыҙылармеец[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мисбах Иҙрис улы Әбүбәкеров 1914 йылда Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе (элегерәк БАССР-ҙың Байҡыбаш районы, хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел районы Иҫке Аҡбүләк ауыл Советы) Яҡуп ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
1941 йылда Байҡыбаш район хәрби комиссариаты тарвафынан Мисбах Әбүбәкеров Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла.
Гвардия рядовойы, ҡыҙылармеец Әбүбәкеров Мисбах 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 148-се гвардия артиллерия-миномёт полкы 5-се батареяһының ҡороусыһы (зарядлаусы) була[2].
Һуғыштың башынан алып аҙағына тиклем 112-се Башҡорт (дүрт орденлы 16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһы составында ҙуғыша. Күп тапҡырҙар батырлыҡ өлгөһө күрһәтә:
1944 йылдың 12 апрелендә Владимир-Волынск ҡалаһы янындағы һуғыштарҙа, яралы булһа ла, орудиены ташлап китмәй, атыуын дауам итә һәм кавалерия полкының алға хәрәкәтенә булышлыҡ итте[3]. |
1945 йылдың 26 майында ҡыҙылармеец Әбүбәкеров Мисбах Иҙрис улы һәләк була. Германия ерендә, Бранденбург ҡалаһында, ерләнгән[3][4].
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1944)
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әбүбәкеров Мисбах Иҙрис улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[5] БР-ҙың Ҡариҙел районы Яҡуп ауылында ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ЦАМО. Фонд 33. Опись 690155. Единица хранения 5136.
- ЦАМО. Фонд 58. Опись 18003. Дело 925
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шаймуратовцы. Абубакиров Мисбах Идрисович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 июль 2021)
- Память народа. Абубакиров Мисбах Идрисович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 июль 2021)
- Дорога памяти. Мисбах Абубакиров 2021 йыл 13 июнь архивланған.
- РГБ: Память : Республика Башкортостан : Списки погибших в Велик. Отеч. войне 1941—1945 гг. / Редкол.: Редкол.: Аюпов М. А. (гл. ред.) и др. — Уфа : Китап, 1994 ISBN 5-295-00958-0
- Форум Поисковых Движений. Султанов Камил
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Шаймуратовцы. Абубакиров Мисбах Идрисович
- ↑ Память народа. Абубакиров Мисбах Идрисович
- ↑ 3,0 3,1 Абубакиров Мисбах
- ↑ Форум Поисковых Движений. Султанов Камил.
- ↑ РГБ: Память : Республика Башкортостан : Списки погибших в Велик. Отеч. войне 1941—1945 гг. / Редкол.: Аюпов М. А. (гл. ред.) и др. — Уфа : Китап, 1994 ISBN 5-295-00958-0