Эстәлеккә күсергә

Өмөтбаева Рита Ришат ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Өмөтбаева Рита Ришат ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 3 август 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (51 йәш)
Тыуған урыны Йәнйегет, Татлыбай ауыл советы, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө журналист, продюсер
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Өмөтбаева Рита Ришат ҡыҙы (3.08.1973) — журналист, башҡорт халыҡ йырҙарын, бейеүҙәрен һаҡлаусы, «Ҡурай-ТВ»[1] милли телевизон каналы етәксеһе, продюсер. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты[2].

Рита Ришат ҡыҙы Өмөтбаева 1973 йылың 3 авгусында Баймаҡ районы Йәнйегет ауылында ғаиләлә беренсе бала булып донъяға килә.

1980 йылда Йәнйегет башланғыс мәктәбендә белем ала. Ҡыҙ теремек, етеҙ, аралашыусан, сая ҡыҙҙың бала сағынан уҡ ойоштороу һәләте асыла.

Ғаиләһе менән ҡалаға күсеп килә. Баймаҡ интернат-мәктәбендә уҡыған сағында яҡшы уҡыуы менән бер рәттән Рита шиғырҙар яҙа, «Башҡортостан пионеры» (хәҙерге «Йәншишмә» гәзите) һәм башҡа гәзит-журналдарҙа төрлө темаларға мәҡәләләр яҙа.

Мәктәпте тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт университеты филология факультетында «Журналистика» бүлегенә уҡырға инә. Студент йылдарында Рита яҡшы гәзит-журналдарҙа, радио, телевидениела сығыш яһай. «Шоңҡар» әҙәби түңәрәгендә шөғөлләнә.

Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, 1995 йылда Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһында хеҙмәт юлын башлай. Йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы тапшырыуҙар эшләй. Ул алып барған ток-шоу формаһындағы «Айгөл иле», «Аҡ тирәк» тапшырыуҙары көнүҙәк мәсьәләләргә арнала, яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ, тәрбиә, ғаилә, тормош мәғәнәһе тураһында уйланырға мәжбүр итә. Бындай заманса проекттар уға журналист булараҡ асылырға, кеше күңелдәрен яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә.

Рита Өмөтбаева Башҡортостан телевидениеһының тәжрибәле журналистарының береһе булараҡ таныла. Рита Ришат ҡыҙы — ярҙамсыл, кешелекле, маҡсатлы хыял-ынтылыштар менән йәшәй.

Хәҙерге ваҡытта халыҡ-ара конкурс статусын алған башҡорт бейеүҙәрен башҡарыусыларҙың «Байыҡ» телевизион конкурсы ла Өмөтбаева Рита Ришат ҡыҙының проекты. элекке союздаш республикаларҙан, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән бейеүселәр ҡатнаша, бейеү оҫталығында ярыша. «Байыҡ» конкурсы — халыҡ бейеү сәнғәте йүнәлешендә башҡорт халыҡ бейеүен популярлаштырыу буйынса өҫтөнлөклө республика проекттарының береһе. Йыл һайын был хореографик конкурстың гала-концерттарында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм яҡын сит илдәрҙән бейеү коллективтары килә.

Күгәрсен районындағы Мораҙым тарлауығында үткәрелгән балалар өсөн айырым «Байыҡ» конкурсында ла һәләтле балаларҙың исемдәре асыла.

Авторы һәм алып барыусыһы Байбулдина Земфира Зәки ҡыҙы булған «Гәлсәр һандуғас» проектында үҙен продюсерлыҡ эшмәкәрлегендә һынап ҡарай. Артабан башҡорт йырҙарын башҡарыусыларҙың телевизион конкурсы «Башҡорт йыры» платформаһында дауам итә. Рита Ришат ҡыҙы Өмөтбаева «Башҡорт йыры» телевизион конкурсының да продюсеры. Бында профессиональ башҡарыусылар көс һынаша.

2009 йылда Рита Ришат ҡыҙы Өмөтбаева Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре тигән юғары исем бирелә. 2011 йылда «Башҡортостан» ДТРК-ның күңел асыу программаларында Күгәрсен районын пропагандалауы өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһына лайыҡ була.

Өмөтбаева Рита Ришат ҡыҙы — аныҡ маҡсатҡа ынтылыусы, принципиаль холоҡло, ҡыйыу журналист. Уның һәр бер проекты башҡорт халҡының рухи үҫешенә, милли мәҙәниәтте, сәнғәтте, телде һаҡлауға арналған[3][4].

  • «Айгөл иле»
  • «Аҡ тирәк, күк тирәк» (ток-шоу)
  • «Байыҡ»

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]