Эстәлеккә күсергә

PubChem

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
PubChem
URL:

pubchem.ncbi.nlm.nih.gov

Коммерция:

юҡ (йәмәғәт милке)

Сайт тибы:

мәғлүмәттәр базаһы

Теле:

инглиз теле

Милексе:

АҠШ-тың Милли биотехнология мәғлүмәт үҙәге

PubChem — химик берләшмәләрҙең һәм ҡатнашмаларҙың йәмәғәт милке базаһы. Уны АҠШ-тың Милли биотехнология мәғлүмәт үҙәге (NCBI), АҠШ-тың Милли медицина китапханаһы бүлексәһе хеҙмәтләндерә, был үҙ сиратында АҠШ-тың Милли һаулыҡ һаҡлау институттарының (NIH) бүлексәһе булып тора.

80-дән ашыу төрлө мәғлүмәттәр базаһы PubChem мәғлүмәт базаһының үҫеүенә булышлыҡ итә[1].

PubChem мәғлүмәт базаһы 2004 йылдан бирле эшләй.[2]

Мәғлүмәт базалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

PubChem өс төп динамик үҫешкән мәғлүмәт базаһынан тора. 2015 йылдың 2 октябренә ҡарата:

  • Берләшмәләр (PubChem Compounds) — 115 миллиондан ашыу яҙма[3] (2011 йылда 31 миллион). Төрлө химик берләшмәләрҙең тасуирламаһын үҙ эсенә ала.[4]
  • Матдәләр (PubChem Substance) —306 миллиондан ашыу яҙма[5] (2011 йылда 75 миллион). Унда төрлө сығанаҡтарҙан алынған ҡатнашма өлгөләренең тасуирламалары һәм PubChem BioAssay-ҙа булған биологик скрининг һөҙөмтәләренә һылтанмалар бар Әгәр өлгөләге химик состав билдәле булһа, тасуирламаға PubChem Compounds берләшмәләренә һылтанмалар индерелгән.[6]
  • Биопробалар (PubChem BioAssay) — юғары етештереүсәнле виртуаль скрининг программаларының миллиондан ашыу[7] биологик активлығы һөҙөмтәләре[8].
  1. PubChem Substance Data Source Information (ингл.). PubChem. Дата обращения: 24 сентябрь 2013. Архивировано 22 сентябрь 2013 года.
  2. About PubChem. Дата обращения: 2 октябрь 2015. Архивировано 28 май 2018 года.
  3. Search Results for all compounds. Дата обращения: 2 октябрь 2015. Архивировано 27 апрель 2017 года.
  4. PubChem Compounds. Дата обращения: 2 октябрь 2015. Архивировано 9 октябрь 2015 года.
  5. PubChem Substance Results. The PubChem Project. Дата обращения: 2 октябрь 2015. Архивировано 6 декабрь 2010 года.
  6. PubChem Substance;. The PubChem Project. Дата обращения: 2 октябрь 2015. Архивировано 13 октябрь 2015 года.
  7. Search Results for all BioAssays. Дата обращения: 2 октябрь 2015. Архивировано 18 октябрь 2015 года.
  8. PubChem BioAssays. Дата обращения: 2 октябрь 2015. Архивировано 24 сентябрь 2015 года.