Эстәлеккә күсергә

Бәҙретдинов Ратмир Сәрүәр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бәҙретдинов Ратмир Сәрүәр улы
Тыуған ваҡыты:

15 ноябрь 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ының Дыуан-Мәсетле (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Ҡотош ауылы

Вафат ваҡыты:

30 октябрь 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (88 йәш)

Вафат урыны:

Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Наградалары: Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы

Бәҙретдинов Ратмир Сәрүәр улы (15 ноябрь 1931 йыл — 30 октябрь 2020 йыл) — бейеүсе, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1977). Бәҙретдинов Йәғәфәр Зәйнәғетдин улының туғаны.

Ратмир Сәрүәр улы Бәҙретдинов 1931 йылдың 15 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Дыуан-Мәсетле районы (хәҙерге Мәсетле районы) Ҡотош ауылында тыуған. Бәләкәйҙән хисле, халыҡ йырҙарына һәм бейеүҙәренә ғашиҡ була. Үҫмер йылдарында уҡ башҡорт бейеүҙәрен оҫта башҡарыусы булып таныла.

1952 йылда Башҡорт театр-сәнғәт училищеһын тамамлағандан һуң, хеҙмәт юлын Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә солист булып башлай. 1973 йылда ансамблдең директоры итеп тәғәйенләнә. 1980 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының проректоры булып эшләй. 1986—2001 йылдарҙа — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының директор урынбаҫары һәм төп администраторы[1].

Ратмир Сәрүәр улы Бәҙретдинов 2020 йылдың 30 октябрендә Өфө ҡалаһында вафат булды, ул пневмония менән сирләп дауаханала ятҡан[2]

Хисбулла Зөбәйҙуллин, Мөхәмәт Иҙрисов, Әнүәр Фәхретдинов, Закир Исмәғилев һәм башҡа арҙаҡлы бейеүселәр менән эшләү уға оло мәктәп була. 1955 йылда Варшавала үткән V Бөтә донъя йәштәр һәм студенттарҙың фестивалендә Ратмир Бәҙретдинов сәхнәләш партнерҙары Зилара Әйүпова һәм Фәрит Кәримов менән берлектә тамашасыны һәләте менән таң ҡалдыра. Ф. Ғәскәров исемендәге ансамбль составында ул Польшала, Вьетнамда, Монголияла, Һиндостанда, Францияла, Испанияла — барлығы 40-тан ашыу илдә уңышлы сығыш яһай.

Ратмир Бәҙретдинов башҡарған «Еңел баҫ!», «Йәш йөрәктәр», «Тау бөркөтө», «Өс туған», «Әпипә», «таулы марийҙар бейеүе» юғары башҡарыу оҫталығы өлгөһө булып тора[1].

2007 йылдан «Байыҡ» телепроектының алыштырғыһыҙ жюри рәйесе булды[3][2].

  • Йәмәғәте — Асия Нафиҡова (19321995), театр актёры, Башҡортостандың халыҡ артисы.
  • Улдары — Рәшит менән Ирек[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • БАССР-ҙың халыҡ артисы (1977)
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1963)
  • «Хеҙмәт отличиеһы өсөн», «Хеҙмәт ветераны», «1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 50 йыл» миҙалдары һәм башҡа наградалар менән бүләкләнгән[4].