Эстәлеккә күсергә

Леопольд II (Изге Рим империяһы императоры)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Петер Леопольд Иосиф Антон Иоахим Пий Готтард
нем. Leopold II
Петер Леопольд Иосиф Антон Иоахим Пий Готтард
Флаг
Флаг
Тоскананың бөйөк герцогы
1765 — 1790
Алдан килеүсе: Франческо II
Дауамсы: Фердинанд III
Флаг
Флаг
Австрия эрцгерцогы,
Изге Рим империяһы императоры,
Венгрия короле,
Богемия короле,
Хорватия һәм Славония короле,
Галиция һәм Лодомерия короллеге короле
30 сентябрь, 1790 — 1 март, 1792
Алдан килеүсе: Иосиф II
Дауамсы: Франц II
 
Дине: Католик сиркәүе
Тыуған: 5 май 1747({{padleft:1747|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Вена
Үлгән: 1 март 1792({{padleft:1792|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (44 йәш)
Вена
Ерләнгән: Император төрбәһе
Нәҫел: Габсбургтар (Габсбургтар-Лотарингтар династияһы)
Исеме: Леопольд II
Атаһы: Франц I
Әсәһе: Мария Терезия
Ҡатыны: Мария Луиза Испанская
Балалары: Мария Тереза, Франц, Фердинанд, Мария Анна, Карл Людвиг, Александр Леопольд, Альбрехт Йоханн Йозеф, Максимилиан, Иосиф, Клементина, Антон Виктор, Иоанн Баптист, Райнер Иосиф, Людвиг, Рудольф
 
Автограф:

Леопольд II (нем. Leopold II.; (Петер Леопольд Иосиф Антон Иоахим Пий Готтар) (5 май 1747 йыл — 1 март 1792 йыл) — Германия короле (Рим короле) 1790 йылдан алып, германдар милләтенең Изге Рим империяһы императоры итеп 1790 йылдың 30 сентябрендә һайлана, Франц I һәм Мария Терезияның өсөнсө улы.

Венала тыуа. Икенсе улы Карл үлгәндән һуң, атаһы уны Тоскана тәхетенә вариҫ итеп билдәләй һәм атаһының 1765 йылдың 18 авгусында вафатынан һуң ул Петр Леопольд I (Пьетро Леопольд I) исеме аҫтында Тоскана менән идара итә башлай. Башта императрицаның ышаныслы кешеләре маркиза Ботта һәм граф Розенберг етәкселегендә, һуңынан үҙаллы идара итә, либераль, әммә эҙмә — эҙлекле реформалар үткәрә. Уның етәкселегендә 1786 йылдың 30 ноябрендә Тоскана донъяла беренсе дәүләт булып үлем язаһын юҡҡа сығара. 1790 йылда Леопольд балалары булмаған ағаһынан император тажын мираҫлыҡҡа ала. Дәүләт тулыһынса ҡыйратылған була (сағыштырығыҙ, Иосиф II). Леопольд ҡатламдар, милли һәм клерикаль ҡәнәғәтһеҙлеген тынысландырыу өсөн иҫ киткес тырышлығын һала, әммә шул уҡ ваҡытта элгәре идарасыларҙың бик файҙалы реформаларын (шул иҫәптән, крәҫтиән реформаһын) юҡҡа сығара. Бельгиялағы һәм Венгриялағы ихтилалдар баҫтырыла; Рейхенбах килешеү буйынса (1790, июль) Пруссияны Польшалағы табыштарҙан тотоп алып ҡала; Австрия -Төркиә һуғышы 1791 йылда Систа солохо менән тамамлана.

Бөйөк француз революцияһына Леопольд, Мария — Антуанеттаның ағаһы булһа ла, бик һаҡсыл ҡарашта була һәм королдең ҡасырға ниәтләнгәненән һуң ғына, башта Пруссия илсеһе Бишоффвердер менән, һуңғараҡ Фридрих Вильгельмдың үҙе менән Пильницалағы съезда Францияға ҡаршы һөжүм — ҡурғаулау ғәмәлдәре менән ризалаша. Людовик XVI (14 сентябрь, 1791 йыл) француз конституцияһын ҡабул итеү менән Леопольд килешеүҙең маҡсатына ирешелгән тип алдан уҡ иғлан итеп ҡуя. Яңы тыуған ҡатмарлылыҡ Германия дәүләттәрен 1792 йылдың 7 февралендә союзға ылыҡтыра. Бынан һуң да Леопольд оборона тураһында ғына хәстәрлек күрә. Франция яғынан һуғыш иғлан ителгәндән һуң, Леопольд көтмәгәндә 1792 йылдың 1 мартында вафат була.

Никахтары һәм балалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1764 йылдан алып Испания короле Карл III ҡыҙы Мария Луиза Испанскаяға (1745—1792) өйләнгән була. Никахтарында 16 бала тыуа:

  1. Мария Тереза (17671827) — 1787 йылда Саксония короле Антонға кейәүгә сыға
  2. Франц (17681835), Изге Рим империяһы һәм Австрияның беренсе императоры
  3. Фердинанд (17691824) — Тоскананың бөйөк герцогы
  4. Мария Анна (17701809) — аббатисса
  5. Карл Людвиг (17711847) — Тешен герцогы
  6. Александр Леопольд (1772—1795) — Венгрия палатины
  7. Альбрехт Йохан Йозеф (1773—1774)
  8. Максимилиан (1774—1778)
  9. Иосиф (17761847) — Венгрияның платины, 1799 йылдан алып Александра Павловнаға өйләнгән
  10. Клементина (1777—1801), 1797 Ике Сицилия короле Франциск I кейәүгә сыға
  11. Антон Виктор (17791835) Тевтон ордены башлығы
  12. Мария Амалия (1780—1789)
  13. Иоанн Баптист (1782—1859) — Мерана графы
  14. Райнер Иосиф (1783 йыл1853) — Ломбардия-Венециан короллегенең вице-короле; 1820 йылда Елизавета Саудовская-Кариньяноға өйләнә
  15. Людвиг (17841864) — фельдмаршал-лейтенант
  16. Рудольф (1788—1831) — кардинал һәм архиепископ Оломоуцкий
  • См. А. Wolf u. v. Zwiedinek-Südenhorst, «Oesterreich unter Maria Theresia, Joseph II u. Leopold II» (Б., 1884).
  • Beer издал переписку Л. вместе с перепиской Иосифа II и Кауница (Вена, 1873), Франца II и Екатерины (Лпц., 1874); A. Wolf издал его переписку с Марией-Христиной (Вена, 1867).
Алдан килеүсе:
Иосиф II
Изге Рим империяһы императоры,
Венгрия короле,
Богемия короле

17901792
Һуңынан килеүсе:
Франц II
Алдан килеүсе:
Франц I
Тоскананың Бөйөк герцогы
17651790
Һуңынан килеүсе:
Фердинанд III
Изге Рим империяһы императорҙары (Оттон I тиклем — «Көнбайыш императорҙары») (800—1806)
800 814 840 843 855 875 877 881 887 891
   Карл I Людовик I  —  Лотарь I Людовик II Карл II  —  Карл III  —    
891 894 898 899 901 905 915 924 962 973 983
   Гвидо Ламберт Арнульф  —  Людовик III  —  Беренгар I  —  Оттон I Оттон II   
983 996 1002 1014 1024 1027 1039 1046 1056 1084 1105 1111 1125 1133 1137 1155
    —  Оттон III  —  Генрих II  —  Конрад II  —  Генрих III  —  Генрих IV  —  Генрих V  —  Лотарь II  —    
1155 1190 1197 1209 1215 1220 1250 1312 1313 1328 1347 1355 1378 1410
   Фридрих I Генрих VI  —  Оттон IV  —  Фридрих II  —  Генрих VII  —  Людвиг IV  —  Карл IV  —    
1410 1437 1452 1493 1508 1519 1530 1556 1564 1576 1612 1619 1637
   Сигизмунд Фридрих III Максимилиан I Карл V Фердинанд I Максимилиан II Рудольф II Матвей Фердинанд II   
1637 1657 1705 1711 1740 1742 1745 1765 1790 1792 1806
   Фердинанд III Леопольд I Иосиф I Карл VI  —  Карл VII Франц I Стефан Иосиф II Леопольд II Франц II   

Каролингтар — Саксонская династия — Салическая династия — Гогенштауфендар — Виттельсбахтар — Габсбургтар