Эстәлеккә күсергә

Халыҡ-ара валюта фонды

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Халыҡ-ара валюта фонды (ХВФ)
Международный валютный фонд (МВФ)
International Monetary Fund (IMF)

     ХВФ ағзалары булған дәүләттәр
Ағза

188 дё=лёт

Штаб-квартира

Америка Ҡушма Штаттары АҠШ, Вашингтон

Ойошма төрө

БМО-ның махсус учреждениеһы

Етәкселәре
Нигеҙләнгән
ХВФ Хартияһы ойошторооу

22 июль 1944

ХВФ ойоштороуҙың рәсми датаһы

27 декабрь 1945

Эшләй башлаған ваҡыт

1 март 1947

Бөтөрөлгән
-
Сайт

http://www.imf.org

 Халыҡ-ара валюта фонды Викимилектә

Гарри Декстер Уайт (һулда), Джон Мейнард Кейнс (уңда) Бреттон-Вуд конференцияһында
Вашингтонда ХВФ-тың төп бинаһы

Халыҡ-ара валюта фонды, ХВФ (ингл. International Monetary Fund, IMF) — БМО-ның махсус учреждениеһы, штаб-фатиры АҠШ-та Вашингтонда урынлашҡан.

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының валюта-финанс мәсьәләләренә арналған Бреттон-Вудс конференцияһында 1944 йылдың 22 июлендә килешеүҙең нигеҙе эшләнә (ХВФ Хартияһы). ХВФ концепцияһын эшләүгә британ делегацияһы етәксеһе Джон Мейнард Кейнс һәм АҠШ финанс министрлығының юғары вазифалы хеҙмәткәре Гарри Декстер Уайт айырыуса ҙур өлөш индерә. Килешеүҙең һуңғы вариантына тәүге 29 дәүләт 1945 йылдың 27 декабрендә — ХВФ барлыҡҡа килеүҙең рәсми датаһында — ҡул ҡуя. ХВФ эшмәкәрлеген 1947 йылдың 1 мартында Бреттон-Вудс системаһының бер өлөшө булараҡ башлай. Шул уҡ йылды Франция беренсе кредитты ала[1]. Әлеге ваҡытта ХВФ 188 дәүләтте берләштерә, уның структураларында 133 илдән 2500 кеше эшләй.

Дәүләт түләү балансы ҡытлығын кисергәндә, ХВФ ҡыҫҡа һәм урта мөҙҙәтле кредиттар бирә. Кредит менән бергә шарттар һәм тәҡдимдәр тупланмаһы ла тағыла.

ХВФ-тың үҫештәге илдәргә ҡарата сәйәсәте һәм тәҡдимдәре йыш тәнҡитләнә, сөнки был тәҡдимдәрҙе һәм шарттарҙы үтәү һуңғы сиктә дәүләт иҡтисадының үҙаллылығын, тотороҡлолоғон һәм үҫешен тәьмин итеүгә килтермәй, ә уны халыҡ-ара финанс ағымдарына беркетеүгә генә хеҙмәт итә тип табыла.

ХВФ-тың етәксе директорҙары араһында испан, голланд, немец, 2 швед, 6 француз булды.

Халыҡ-ара Валюта фонды, Килешеүҙең 1-се статьяһына ярашлы, үҙ алдына түбәндәге маҡсаттар ҡуя:

Валюта-финанс өлкәһендә халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү.

Халыҡ-ара сауҙаны киңәйтеү һәм үҫтереү, шуның иҫәбенә ағза дәүләттәрҙә мәшғүллек һәм реаль килемдәрҙең юғары кимәлен тәьмин итеү, шулай уҡ етештереү ресурстарын үҫтереү.

Ағза дәүләттәр араһында валюта тотороҡлолоғон һәм тәртипле валюта режимын тәьмин итеү, конкуренцияла өҫтөнлөк алыу маҡсатындағы валюталар девальвацияһына юл ҡуймау.

Ағза дәүләттәр араһында ағымдағы операциялар буйынса хисалашыуҙарҙың күп яҡлы системаларын булдырыуҙа, донъя сауҙаһы үҫешен тотҡарлаусы валюта сикләүҙәрен юҡҡа сығарыуҙа ярҙамлашыу.

Ағза дәүләттәргә фондтың дөйөм ресурстарын үтескә биреп, тейешле гарантияларҙы үтәгән хәлдә, уларҙың үҙ-үҙенә ышанысын арттырыу, шуның менән уларҙың түләү баланстарындағы тайпылыштарҙы төҙәтеү мөмкинлеген тәьмин итеү.

Үрҙә әйтелгәндәргә ярашлы, дәүләт ағзаларҙың тышҡы түләү баланстары тигеҙлеге боҙолған осор оҙайлылығын ҡыҫҡартыу һәм был боҙоуҙарҙың күләмен кәметеү.

ХВФ-тың төп бурыстары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
аҡса сәйәсәтендә халыҡ-ара хеҙмәттәшлеккә булышлыҡ итеү
донъя сауҙаһын киңәйтеү
кредиттар биреү
аҡса алмашыу курстарын тотороҡландырыу
дебитор илдәргә (бурыслыларға) консультациялар биреү
халыҡ-ара финанс статистикаһы стандарттарын эшләү
халыҡ-ара финанс статистикаһын йыйыу һәм нәшер итеү

Идара итеү органдары структураһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

ХВФ-тың юғары етәкселек органы — Идарасылар советы (ингл. Board of Governors), унда һәр ағза илдән идарасы һәм уның урынбаҫары бар. Ғәҙәттә был вазифала — финанс министрҙары һәм үҙәк банктар етәкселәре. Совет Фонд эшмәкәрлегенең түбәндәге төп мәсьәләләре менән шөғөлләнә: Килешеү Статьяларына үҙгәрештәр индереү, ағза илдәрҙе ҡабул итеү һәм сығарыу, капиталда уларҙың өлөшөн билдәләү һәм ҡайтанан ҡарау, башҡарма директорҙар һайлау. Идарасылар ғәҙәттә сессияға йылына бер тапҡыр йыйыла, ләкин теләгән бер ваҡытта ултырыштар үткәрә һәм почта аша тауыш бирә ала.

Устав капиталы 217 млрд СДР тәшкил итә (2008 йылдың ғинуарына 1 СДР яҡынса 1,5 АҠШ доллары тәшкил итә). Ул ағза дәүләттәрҙең иғәнәләренән хасил була, уларҙың һәр береһе үҙ квотаһының 25%-ы, ҡалғандар 75%-ы кимәлендә индерә. Квоталар дәүмәленә ҡарап, ағза илдәрҙең ХВФ-тың етәксе органдарындағы тауыштары һаны билдәләнә.

Башҡарма совет сәйәсәтте билдәләй һәм ҡарарҙарҙың күпселеге өсөн яуап бирә, ул 24 башҡарма директорҙан тора. Директорҙарҙы иң күп квоталы һигеҙ ил — АҠШ, Япония, Германия, Франция, Берләшкән Короллек, Ҡытай, Рәсәй һәм Сәғүд Ғәрәбстаны — тәғәйенләй. Ҡалған 176 ил 16 төркөмгә берләшкән, уларҙың һәр береһенә башҡарма директор һайлана. Мәҫәлән, БДБ-ның Урта Азия илдәренән торған төркөмгә Швейцария етәкселек итә, ул төркөмгә Гельветистан тигән исем бирелгән[2]. Төркөмдәр ғәҙәттә оҡшаш мәнфәғәттәргә һәм бер төбәктән булыуға ҡарап төҙөлә.

ХВФ-та иң күп тауышҡа эйәләр (2006 йылдың 16 июненә): АҠШ — 17,08 % (16,407 % — 2011); Германия — 5,99 %; Япония — 6,13 % (6,46 % — 2011); Бөйөк Британия — 4,95 %; Франция — 4,95 %; Сәғүд Ғәрәбстаны — 3,22 %; Ҡытай — 2,94 % (6,394 % — 2011); Рәсәй — 2,74 %. ЕС ағзаһы булған 15 дәүләт өлөшө — 30,3 %, Иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһының 29 ағза иле 60,35 % тауышҡа эйә. Фонд ағзалары һанының 84%-ын тәшкил иткән ҡалған илдәр өлөшөнә ни бары 39,65 % тап килә.

Идарасылар советында ҡарарҙар — ябай күпселек (яртыһынан да кәм түгел), ә үтә мөһим, йәғни оператив йәки стратегик, мәсьәләләр буйынса «махсус күпселек» (ярашлы 70 йәки 85 % тауыш) менән ҡабул ителә. АҠШ һәм ЕС тауыштарының дөйөм күләме бер аҙ кәмеһә лә, улар әүәлгесә Фондтың иң күп тауыш (85 %) кәрәк булған мөһим ҡарарҙарын ҡабул итеүгә вето һала ала. Тимәк, АҠШ менән алдынғы көнбайыш илдәре үҙ мәнфәғәттәрендә ХВФ ҡарарҙарын ҡабул итеүгә контролде тормошҡа ашырыу мөмкинлегенә эйә булып ҡала.

ХВФ структураһында Халыҡ-ара валюта һәм финанс комитеты (МВФК; ингл. International Monetary and Financial Committee) мөһим урын биләй. Ул 24 ХВФ идарасыһынан, шул иҫәптән Рәсәйҙең дә идарасыһынан, тора һәм йылына ике тапҡыр сессияға йыйыла. Был комитет Идарасылар советының кәңәшләшеү органы булып тора, ул директив ҡарарҙар ҡабул итеү хоҡуғына эйә түгел. Шуға ҡарамаҫтан, мөһим бурыстар башҡара: Башҡарма совет эшмәкәрлегенә йүнәлеш бирә; донъя валюта системаһының эш итеүенә һәм ХВФ-тың эшмәкәрлегенә ҡағылышлы стратегик ҡарарҙар эшләй; Идарасылар советына ХВФ-тың Килешеү Статьяларына төҙәтеүҙәр индереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләй. Шулай уҡ Үҫеш буйынса комитет та — Донъя банкы һәм Фонд идарасыларының берләшкән министрҙар комитеты (Joint IMF — World Bank Development Committee) — ошондайыраҡ бурыстарҙы үтәй.

Идарасылар советы (1999)

ХВФ-тың башҡарма советы биш йылға етәксе директорҙы һайлай (ингл. Managing Director), ул Фонд хеҙмәткәрҙәре штатына етәкселек итә (2009 йылдың мартына — 143 илдән 2478 кеше). Ғәҙәттә ул Европа илдәренең береһенең вәкиле. Етәксе директор (2011 йылдың 5 июленән) — Кристин Лагард (Франция), уның беренсе урынбаҫары — Джон Липски (АҠШ).

Кредит биреүҙең төп механизмдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1 Резерв өлөш. ХВФ-тан ағза ил сит валютаһында квотаһының 25 проценты сиктәрендә ала алған беренсе өлөш, ул Ямайка килешеүенә тиклем — «алтын өлөш», 1978 йылдан резерв өлөш (Reserve Tranche) тип йөрөтөлә. Резерв өлөш ағза илдең Фонд иҫәбендә ятҡан милли валютаһы суммаһында уның квотаһынан артҡан өлөшө булараҡ билдәләнә. Әгәр ХВФ ағза илдең милли валютаһының бер өлөшөн башҡа илдәргә кредит биреүгә тотонһа, был илдең резерв өлөшө ҙурая. ХВФ-тың ағза илгә ҡайтарылмаған бурысы уның кредит позицияһын хасил итә. Резерв өлөшө һәм кредит позицияһы бергә ХВФ ағзаһы булған илдең «резерв позицияһын» барлыҡҡа килтерә.

2 Кредит өлөштәре. Ағза илгә резерв өлөшөнән тыш бирелә ала торған сит ил валютаһындағы аҡса дүрт өлөшкә йәки траншҡа (Credit Tranches) бүленә, һәр береһе квотаның 25 процентын тәшкил итә. Ағза илдәрҙең ХВФ-тың кредит өлөшө сиктәрендә кредит ресурстарынан файҙаланыу мөмкинлеге сикләнгән: ХВФ активтарында илдең валютаһы суммаһы уның квотаһының 200 проценты күләменән артырға тейеш түгел (ҡул ҡуйғанда индерелгән 75 процент квотаны ла иҫәпләп). Шулай итеп, илгә бирелә алған кредит суммаһы (резерв һәм кредит өлөштәре бергә) уның квотаһының 125 проценты күләменән артмай. Ләкин ХВФ уставы был сикләүҙе иғтибарға алмау мөмикнлеген бирә. Ошо нигеҙҙә Фонд ресурстары йыш ҡына билдәләнгән күләмдән артыҡ тотонола. Шунлыҡтан «юғарғы кредит өлөштәре» (Upper Credit Tranches) төшөнсәһе квотаның 75%-ын ғына түгел, ә Фонд эшмәкәрлегенең башындағы беренсел кредит өлөшөнән күпкә артыҡ суммаларҙы аңлата башланы.

3 Резерв кредиттар стэнд-бай (ингл. Stand-by Arrangements) тураһында килешеүҙәр (1952 йылдан) ағза илгә ХВФ-тан билдәле бер суммала һәм билдәле ваҡытҡа һөйләшеп килешелгән шарттарҙа милли валютаға алмашҡа сит ил валютаһы алыу хоҡуғын бирә. 50-се йылдарҙан 70-се йылдар уртаһына тиклем стэнд-бай кредиттары тураһында килешеүҙәрҙең мөҙҙәте — бер йылға тиклем, 1977 йылдан 18 айға, хатта түләү баланстары дефициты артыу менән бәйле 3 йылға тиклем була.

4 Киңәйтелгән кредит биреү механизмы (ингл. Extended Fund Facility) (1974 йылдан) резерв һәм кредит өлөштәрен тулыландыра. Ул квоталарға ҡарағанда ҙурыраҡ күләмле һәм оҙайлыраҡ мөҙҙәтле кредиттар биреүҙе күҙҙә тота. Илдең ХВФ-ҡа бындай үтенесенең нигеҙе булып түләү балансы тигеҙлегенең етди боҙолоуы торорға мөмкин. Киңәйтелгән кредиттар ғәҙәттә өс-дүрт йылға бирелә.

Донъя банкынан айырмалы, ХВФ эшмәкәрлеге сағыштырмаса ҡыҫҡа ваҡытлы макроиҡтисади кризистарға бәйләнгән. Донъя банкы тик фәҡир илдәргә генә кредит бирә ала, ә ХВФ ағза илдәрҙең теләһә ҡайһыһына кредит бирә.

ХВФ-ты (Донъя банкын кеүек үк) ғалимдар һәм сәйәсмәндәр йыш әрләй. Сәбәптәр күп, әммә иң йыш телгә алынғаны — уның АҠШ мәнфәғәтендә эш алып барыуы һәм кризистан сығыу өсөн уның тәҡдимдәренең файҙаһыҙлығы[3].

Фонд эшмәкәрлеге тураһында ҡарарҙар ҡабул иткәндә тауыштар иғәнәләргә нисбәтле була. Фонд ҡарарҙарын хуплау өсөн 85 % тауыш кәрәк. АҠШ-тың тауыштары бөтә тауыштың 17 процентын алып тора. Был үҙаллы ҡарар ҡабул итеү өсөн етмәһә лә, Фондтың теләһә ҡайһы ҡарарын бикләүгә етә. АҠШ Сенаты Халыҡ-ара валюта фондына ниндәй ҙә булһа ғәмәлде башҡарыуҙы, мәҫәлән, ҡайһылыр илгә кредит бирҙертмәгән закон проекттарын ҡабул итә ала[4]. Ҡытай иҡтисадсыһы профессор Ши Цзяньсюнь билдәләүенсә, квоталарҙы ҡайтанан бүлеү ойошманың база сикләүҙәрен һәм ундағы көстәр нисбәтен үҙгәртә алмай, АҠШ-тың өлөшө шул көйө ҡала: «Ҡушма Штаттар әүәлгесә ХВФ-тағы тәртиптәргә етәкселек итә»[5].

ХВФ бурысҡа аҡсаны үҙ шарттарын ҡуйып бирә, улар араһында — капиталдарҙың йөрөү ирке, хосусилаштырыу (шул иҫәптән тәбиғи монополияларҙы — тимер юл транспортын һәм коммуналь хеҙмәттәрҙе), хөкүмәттең социаль программаларға — мәғарифҡа, һаулыҡ һаҡлауға, торлаҡты арзанайтыуға, йәмәғәт транспортына һ.б. сығымдарын кәметеү йә бөтөнләй бөтөрөү; тирә-яҡ мөхитте һаҡлауҙан баш тартыу; эш хаҡтарын кәметеү, хеҙмәтсәндәрҙең хоҡуҡтарын сикләү; фәҡирҙәргә һалымдарҙы арттырыу һ.б.[6][неавторитетный источник? 87 дней]

ХВФ-тың 1980-се йылдарҙа Югославияға биргән кредитының ҙур өлөшө был кредитты хеҙмәтләндереүгә һәм ХВФ тәҡдимдәрен үтәүгә тотонола. Фонд Югославияны төбәктәрҙе иҡтисади тигеҙләүҙән баш тарттыра, был сепаратизмға һәм 600 меңләп кешенең ғүмерен өҙгән граждандар һуғышына килтерә.[6][неавторитетный источник? 87 дней]

1989 йылда ХВФ Руандаға үтес биргәндә хөкүмәттең фермер хужалыҡтарына ярҙам күрһәтеүҙе туҡтатыу (бындай ярҙам күп илдәрҙә, шул иҫәптән АҠШ-та ла, норма булып тора) һәм урындағы валютаны девальвациялау талабын ҡуя. Был халыҡтың килемдәренең юҡҡа сығыуына, хуту менән тутсиҙар араһында миллион ярым кешене һәләк иткән ҡанлы граждандар һуғышы тоҡаныуға сәбәпсе була.[6][неавторитетный источник? 87 дней]

1980-се йылдарҙа нефть хаҡтары ҡапыл төшкәнлектән Мексика иҡтисады бөлә. ХВФ ошолай эш итә: кредиттар күләмле хосусилаштырыуға, дәүләт сығымдарын ҡыҫҡартыуға алмашҡа бирелә. Дәүләт сығымдарының 57%-ы тышҡы бурысты ҡаплауға тотонола. Һөҙөмтәлә илдән 45 млрд доллар сығып китә. Эшһеҙлек иҡтисади әүҙем халыҡтың 40%-ына етә. Илде НАФТА-ға инергә һәм АҠШ корпорацияларына иҫ киткес ҙур льготалар бирергә мәжбүр итәләр. Мексика эшселәренең килемдәре тиҙ арала кәмей.[6][неавторитетный источник? 87 дней]

Реформалар һөҙөмтәһендә Мексика — тәүләп кукурузды йортлаштырған ил — уны ситтән ала башлай. Мексика фермерҙарына булышлыҡ итеү системаһы тулыһынса юҡ ителә. Ил НАФТА-ға ингәндән һуң, 1994 йылда либералләштереү тағы ла йылдамлана төшә, протекциялау тарифтары юҡҡа сыға башлай. АҠШ иһә үҙенең фермерҙарына ярҙамын дауам итә, һәм улар Мексикаға кукурузды бик әүҙем һата.[7]

Бурысты сит ил валютаһында алдырыу илдең иҡтисадын экспортҡа йүнәлеш тоторға мәжбүр итә, аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген күҙәтеүгә бер ниндәй урын ҡалдырмай (Африканың күп илдәрендә, Филиппинда һ.б. тап шулай була)[8].

Профессор Ашока Моди ХВФ-тың иҡисади прогноздарының дөрөҫ булмауын билдәләй. Мәҫәлән, һуңғы 20 йылда һәр бер етди кризис алдынан бер-ярты йыл элек — 1994—1995 йй. Мексика кризисынан башлап 2008 йылғы донъя финанс системаһының коллапсына тиклем — ХВФ тотороҡлолоҡ вәғәҙә итә.

  • Корнелиус Лука. Торговля на мировых валютных рынках = Trading in the Global Currency Markets. — М.: Альпина Паблишер, 2005. — 716 с. — ISBN 5-9614-0206-1.