Эстәлеккә күсергә

Хулисса Вильянуэва

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хулисса Вильянуэва
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Гондурас
Тыуған көнө 12 май 1972({{padleft:1972|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (52 йәш)
Тыуған урыны Тегусигальпа[d], Гондурас
Һөнәр төрө эксперт-криминалист
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Хулисса Вильянуэва Викимилектә

Семма Вильянуэва Хулисса (исп. Semma Julissa Villanueva; 12 май 1972 йыл, Тегусигальпа) — Гондурас прокуратураһының суд медицинаһы департаментын етәкләүсе гондурас табибы.

Хулисса Вильянуэва Гондурастың баш ҡалаһы Тегусигальпала 1972 йылдың 12 майында тыуған[1]. Атаһының тартышыу ауырыуынан яфа сигеүен күреп, медицина өйрәнергә ҡарар итә. Гондураста квалификациялы суд медицинаһы эксперттары етешмәүен белгәс, Вильянуэва патологияла махсуслашырға була.

Вильянуэва 2002 йылда суд патологы булып эшләй башлай, 2013 йылда ул Гондурас прокуратураһының суд экспертизаһы департаментының директоры итеп тәғәйенләнә. 2015 йылда ул илдең суд эшмәкәрлеге эшендә фәнни темаларға бағышланған " Revista Científica Forense en Honduras " фәнни журналын булдырыу инициативаһы менән сыға[2][3].

Вильянуэва Гондураста көс ҡулланыу енәйәттәренән ҡатын-ҡыҙҙарҙы һәм балаларҙы яҡлау эшенә әүҙем йәлеп ителә[4]. Балаларға ҡаршы енәйәттәр менән бәйле проблемаларҙы хәл итеү маҡсатында Испания белгестәре менән берлектә ул DNA Prokids исеме аҫтында программа әҙерләй[5]. Вильянуэва Гондурас прокуратураһынан сертификациялы суд-медицина эксперттарын әҙерләүгә өлгәшә[6]. Шулай уҡ ул мигранттарҙың кәүҙәләрен таныу өсөн ДНК анализы эшендә АҠШ Дәүләт департаменты менән хеҙмәттәшлек итә[7]. Вильянуэва илдә моргтар өсөн компьютерлаштырылған мәғлүмәт базаһын индерә[8]. Вильянуэва Гондураста Арлингтон (АҠШ, Вирджиния штаты) хәрби зыяраты өлгөһөндә беренсе зыярат төҙөтә, унан кәрәк булмаған йәки танылмаған мәйеттәрҙе эксгумацияларға һәм иҫбатлау сифатында ҡулланырға була[9]. Ул бөтөн ил территорияһында асылмаған үлтереүҙәр буйынса мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү өсөн кешеләрҙең идентификацион белешмәләренең дөйөм милли реестрын эшләй. Вильянуэва шулай уҡ Гондураста сексуаль бәйләнеүҙәр йәки рәхимһеҙ мөғәләмә ҡорбандарына үз шәхестәрен асмайынса ғына судта күрһәтмәләр бирергә мөмкинлек биреүсе Гезелл көҙгөләр менән бүлмәләр булдырыуға өлгәшә.

2018 йылда ул АҠШ дәүләт секретарының йыл һайын бирелә торған «Батырлыҡ өсөн» Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар премияһына лайыҡ була[10] уны уға Мелания Трамп тапшыра[11][12][13].

  1. "No me imaginé ni soñé ser la directora de Medicina Forense"  (исп.), Diario La Prensa. 17 март 2021 тикшерелгән.
  2. Interventora oficializa nombramiento de Semma Villanueva en Medicina Forense  (исп.). 17 март 2021 тикшерелгән. 2018 йыл 25 март архивланған.
  3. noticias.universia.hn. Se lanza la primera Revista Científica Forense en Honduras  (исп.), Noticias Universia Honduras. 17 март 2021 тикшерелгән. 2018 йыл 2 июль архивланған.
  4. Semma Julissa Villanueva Barahona (VIDEO)  (исп.), Diario La Tribuna Honduras (Ҡалып:TranslateDate/es). 17 март 2021 тикшерелгән. 2019 йыл 21 ғинуар архивланған.
  5. Villanueva, la forense hondureña contra la impunidad y el olvido  (исп.), El Diario de Caracas. 17 март 2021 тикшерелгән.
  6. Médicos de Patología Forense fortalecen capacidades en la Escena del Crimen | Dirección General Medicina Forense Honduras (исп.) (недоступная ссылка). www.mp.hn. Дата обращения: 17 марта 2021. Архивировано 25 марта 2018 года.
  7. Meet the 2018 Worldwide #WomenofCourage - Social Lay  (инг.), Social Lay (21 March 2018). 17 март 2021 тикшерелгән. 2018 йыл 25 март архивланған.
  8. Directora forense advierte sobre nuevo sistema informático y estadístico  (исп.), Diario La Tribuna Honduras (Ҡалып:TranslateDate/es). 17 март 2021 тикшерелгән.
  9. Melania Trump entrega premio a Julissa Villanueva por su valor  (исп.), Diario La Tribuna Honduras (Ҡалып:TranslateDate/es). 17 март 2021 тикшерелгән.
  10. 2018 International Women of Courage Award Recipients Announced  (инг.), U.S. Department of State. 17 март 2021 тикшерелгән.
  11. Melania Trump honors non-U.S. women for courage  (инг.), The Japan Times Online (24 March 2018). 17 март 2021 тикшерелгән. 2018 йыл 14 апрель архивланған.
  12. Klein, Betsy. Melania Trump honors International Women of Courage at State Dept., CNN. 17 март 2021 тикшерелгән.
  13. Meet the 2018 International #WomenofCourage  (инг.), DipNote. 17 март 2021 тикшерелгән.