Эстәлеккә күсергә

Эльбрус

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Иран менән бутамаҫҡа.

Эльбрус
ҡарас.-балҡ. Минги тау
Рәсем
Тау һырты Боковой хребет[d]
Яҡынса бейеклеге 4741 метр[1]
Родительская вершина Эльбрус
Топографическая изоляция 2473 km
Донъя ҡитғаһы Европа һәм Азия
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Эльбрусский район[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 5642 метр[1]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән Липарит[d], вулканический туф[d], гранит[d], Гнейс һәм сланцы[d]
Урынлашыу картаһы
Карта
 Эльбрус Викимилектә

Эльбру́с (ҡарас.-балҡ. Минги-Тау, ҡаб.-черк. Iуащхьэмахуэ) — стратовулкан[2] Рәсәйҙә Кавказдағы — иң бейек тау түбәһе (диңгеҙ кимәленән 5642 м), Евразияның иң юғары стратовулканы, Европаның, Европа менән Азия араһындағы сикте Төп Кавказ һырты аша үткәреү шарты менән, шулай уҡ иң юғары түбәһе. Ер йөҙөнөң «Ете түбә» иң бейек түбәләр исемлегенә инә. Уның ҡабырғаларынан ағып төшөүсе иреү һыу Төньяҡ Кавказдың эре йылғаларын: Кубань, Малка һәм Баҡсан туйындыра. Яҡшы үҫешкән транспорт һәм инфраструктура уңайлыҡтары менән Эльбрус һәм уға яҡын биләмәләр рекреация, спорт, туризм һәм альпинизм планында таныулы.

Эльбрустың биле (5416 метр) уны Көнсығыш (5621 м) һәм Көнбайыш (5642 м) түбәләргә бүлә, һәм тап шул билендә түбәһендәтуристар өсөн Кавказдың иң бейек приюты (торанҡаһы) урынлашҡан.

Эльбрус кавказ халыҡтарында ғына түгел, ситтә лә борондан билдәле булған. Шуға күрә теүәл этимологияһы, атаманың килеп сығышы билдәһеҙ. Дөйөм ҡабул ителгән фараздарҙың береһе булып килеп сығышы фарсыса «Elburz» — «бейек тау» тигәндән тип иҫәпләнә[3]. Иранда оҡшаш атамалы Эльбурс тауы бар[4].Шуныһы ҡыҙыҡ, фарсы (һәм дөйөм алғанда шәрҡиәтсе) йылъяҙмасыһылар ғөмүмән бөтә Төп Кавказ һыртын Эльбурз тип атай[5][6]. Күрәһең, һуңыраҡ исем был тау есөн генә һаҡланып ҡалғандыр инде.

Төп кавказ халҡы араһында иң таралғаны ҡарасай-балҡарса Минги-Тау (Мәңге-Тау) һәм ҡабарҙыса «Ошхамахо» исемдәре(ҡаб.-черк. Ӏуащхьэмахуэ). Минги-Тау «Мәңге тау» тигәнде аңлата[7][8]. Кабардыларҙың Ошхамахо атамаһы «бәхет тауы» тип тәржемә ителә (Ӏуащхьэ — «бейеклек, уба», һәм махуэ — «бәхет»[9]), икенсе аңлатмаһы — «көн тауы»[4][10].

Төрки халыҡтар Эльбрусты «Джин-Батша» (Ендәр батшаһы) тип атаған. Адыгэларҙа — Къусхьэмаф — «бәхет биреүсе тау», абхаздарҙа — Орфи-туб — «ғөрөф тауы» атамаһы бирелгән[4], абазиндарҙа — Урым йхъымгӀва һәм Урышв ихъымгӀва[11], Грузияла — იალბუზი (Иалбузи) — «боҙ ялы» йәки Бурцими — «ослайып күтәрелгән»[4]. Әрмәнстанда Альберис тип билдәле — Альп тауҙары менән оҡшаштырып алынған булыуы ла ихтимал[12].

Физик-географик тасуирлама

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эльбрус Оло Кавказдың ҡабырға һыртында, Баш Кавказ һыртынан 10 км төньяҡҡараҡ, Ҡабарҙы-Балҡар һәм Ҡарасай-Черкес Республикалары сигендә урынлашҡан һәм нигеҙ диаметры 15 км һәм аныҡ беленеп торған оҙон яҫы биле (Эльбрус биле артылышы йәки үткәүеле, 5416 м) менән Көнсығыш (5621 м) һәм Көнбайыш (5642 м) түбәләренә бүленгән вулкан эшмәкәрлеге арҡаһында барлыҡҡа килгән тау теҙмәләренән ғибәрәт. Тау түбәләре араһы 1500 м. Түбәнге өлөшөнөң цоколь абсолют бейеклеге — 3200—3800 м[13]. Һөҙәклектәренең уртаса текәлеге 35°. Эльбрустың бейеклеген тәүге тапҡыр 1813 году академик Викентий Карлович Вишневский билдәләй һәм 5421 м тип билдәләй[14].

Эльбрус битенән дөйөм майҙаны 134 км² булған 23 боҙлоҡ ағып төшә. Улар араһында иң ҙурҙары: Ҙур Азау һәм Кесе Азау, Терскол, Көкөртлө (атамаларҙың варианттары булыуы мөмкин), Ирик. Эльбрус боҙлоҡтарының максималь оҙонлоғо 6—9 км, Кавказдың иң ҙур Дых-Котү-Бугойсу (Дыхсу) һәм Безенгий боҙлоҡтарынан ике тапҡырға ҡыҫҡараҡ тиергә була. Һуңғы 100 йыл эсендә боҙлоҡтарҙың дөйөм майҙаны 18 %-ҡа, ә Кубань уйһыулығына ағып төшкәне — 33 %-ҡа кәмене. Эльбрус боҙлоҡтары Кавказ һәм Ставропольеның иң ҙур өс йылғаһын: Баксан, Малка һәм Кубанды тулыландыра[15].

Эльбрус тирәһендәге вулкан әүҙемлеге тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эльбрус тирәһендәге йәш вулкан тоҡомдарын систематик тикшереүҙе XIX быуат уртаһында уҡ Г. В. Абих башлағайны[16]. Артабанғы ваҡыттарҙа изучением геологии Эльбрус геологияһын өйрәнеү менән билдәле ватан ғалимдары В. В. Дубянский, А. П. Герасимов, С. П. Соловьев, К. Н. Паффенгольц, Е. Е. Милановский, Н. В. Короновский һ. б. шөғөлләнде. Һуңғы ике белгестең хеҙмәттәре вулкандарҙы тикшереүҙең беренсе «иртә» этабын йомғаҡланы[17][18]. Улар ошо ваҡытҡа Эльбрустың геологик төҙөлөшөн тикшереү буйынса баҫылған материалды йомғаҡлай һәм геоморфологик һәм стратиграфик мәғлүмәттәр нигеҙендә йәш лава ҡатламдарын бүлгеләп, магматизм фазаһын айырып алып, Оло Кавказдың был өлөшө сиктәрендә вулкан әүҙемлеге эволюцияһын өйрәнергә тырышты.

Һуңғы тиҫтә йылдарҙа комплекслы геологик тикшеренеүҙәр Эльбрусты потенциаль әүҙем вулкандар категорияһына ышаныслы индереү мөмкинлеген бирҙе[19][20], һәм ошо был төбәктә магматизм үҫешенең тарихын һәм законлылығын аңлау, магматик иретмәләрҙең сығышын өйрәнеү, вулкан урғылыу арҡаһында тәбиғи палео-һәләкәт эҙҙәрен эҙләп табыу маҡсатында юғары ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.

Изотоплы-геохронологик тикшеренеүҙәр (K-Ar һәм Rb-Sr датированиеһы) һөҙөмтәһенә ярашлы, Эльбрустың тирә-яғындағы йәш вулканоген иң иртә ойоштормаларының береһе булған плиоцен риолитлы игнимбриттар һәм төньяҡ һәм көнсығыш битләүҙәрендәге сыҙамлы ҡалдыҡтары туфтары: Ирикчат (Липаритовый пигы) үткәүеле районы, Тузлук тауы, Биржалысу йылғаһы үҙәненең уң ҡабырғаһы һәм Уллукол боҙлоғонан төньяҡҡараҡ, вулкандың хәҙерге күренеше[21][22]. Был тоҡомдарҙың йәше 3,0-2,7 млн йыл тәшкил итә. Эльбрустың төньяҡ һәм көнсығыш битләүҙәрендә туфтарҙың плиоцен пирокластик ойоштормалары формалашыуы менән бәйле әүҙем вулкан аппараты, күрәһең, Ирикчат үткәүеле районында урынлашҡан; магма ағыҙып килтереүсе каналдарҙың сыҙамлы ҡалдыҡтары тау вулкан тоҡомло магма менән тулған ҡыҫҡараҡ һәм оҙон ярыҡтар серияһы менән маркалана[23]. Эльбрус алды биләмәләрендә дүртенсел осор башында ла (2,0-1,6 млн йыл элек) үҙенең масштабы буйынса ҙур булмаған әсе магматизм күренеше билдәләнә[21]. Уларға Эльбрустың хәҙерге конусынан көнсығышҡараҡ һәм унан төньяҡ-көнбайышҡараҡ Бәйтек-Түбә һәм Көкөртлө һыуайырғыстарындағы фельзит дайкаларҙан торған шул уҡ исемле йылғалар үҙәнендәге Ҡыртыҡ гранит-порфир тау теҙмәләре ҡарай. Күрәһең, Эльбрус алды биләмәләрендә был вулкан әүҙемлеге импульсы шул дәүерҙә Баҡсан йылғаһының урта ағымында (хәҙерге Тырныауз ҡалаһы районында), көнсығышҡа тәүге тиҫтә километрҙарҙа, күләмле урғылыуҙар шаңдауылыр.

Эльбрус алды биләмәләрендә дүртенсел осор уртаһында, 950—900 мең йыл элек, вулкан төбәктең көнсығышында[24] әүҙемлек күрһәткән. Тызыл йылғаһы тамағында базальт андезиттарҙың лава ағымы барлыҡҡа килгән; Ташлысырт тауы итәгенән бер аҙ көньяҡҡараҡ дациттарҙан төҙөлгән шул уҡ исем йөрөткән вулкан конусы ҡалҡып сыҡҡан. Тағы ла көньяҡҡараҡ, Ҡыртыҡ һәм Сылтран йылғалары араһында шул уҡ дацит лаваһын урғылдырыусы бер нисә лава коеусы барлыҡҡа килгән. Дүртенсел магматизмдың артабанғы импульсы (800—700 меңйыл элек) иртә плейстоцен йәшендәге бер нисә үҙ аллы вулкан (Палео-Эльбрус, Чучхур, Чомарткол һәм Таштүбә) Эльбрус алды биләмәләренең көнбайыш өлөшөндә күренгән.[25]. Кубань йылғаһы сығанағында кратеры емерек Палео-Эльбрус вулканы, моғайын, уларҙың иң ҙуры булғандыр. Уның әүҙемлеге риодацит игнимбрит эксплозив ярыҡтар барлыҡҡа килтереүсе урғылыуҙарҙан башлана, артабан үҙәк типтағы урғылыуҙар һәм баш һәм ҡыр аппараттарынан сыҡҡан дацит ағымы менән алмашына. Хәҙерге көндәге Көкөртлө һәм Уллу-Кам диуарҙары киҫелештәре һымаҡ дацит субвулкан тау теҙмәләре вулкан эшмәкәрлегенең һуңғы стадияһында формалашҡан[23].

Яҡынса 250 мең йыл элек хәҙерге Эльбрус вулканының формалашыуы башланған[20]. Дацит составлы лавалар урғылдырған ике конуслы стратовулкан Эльбрус хәҙерге көндә планда нигеҙенең уртаса диаметры яҡынса 18 км тәшкил иткән түңәрәк түбәнән ғибәрәт. Вулкан төҙөлөшөнөң фундаменты 3000-3900 м абсолют билдәһенә тиклем асылған һәм палеозой метаморфик тоҡомдар һәм гранитоидтарҙан тора. Шулай итеп, Эльбрус вулканының сағыштырмаса бейеклеге 2000—2500 м тәшкил итә.

Эльбрустың вулкан урғылдырыу әүҙемлеге, тиҫтә мең йылдар дауамындағы ялы менән, өс дискрет фаза (225—170, 110-70 һәм 30 мең йылдан аҙыраҡ элек), барышында күренгән[20]. Урғылыуҙың беренсе, икенсе һәм өсөнсө фазаһы башында көнбайыш конустан урғылған; дацит ағымы унан көньяҡҡа, көнбайышҡа һәм төньяҡҡа ағып төшкән. Иң дауамлыһы, оҙонлоғо 15 км һуҙылған, бер үк исемле йылға үҙәненә ағып төшкән Малкин ағымы. Мезмай мәмерйәһендә Эльбрустың урғылыуы 45 мең йылға яҡын элек булған һыуытыуға тап килгән вулкан көлө табылған[26][27]. III фаза аҙағында Эльбрустың көнсығыш конусы барлыҡҡа килгән, уның түбәһендәге кратерҙан һәм битләүендәге ярыҡтарҙан (мәҫәлән, Акчерьяколь ағымы) урғылған. Тупраҡ күмгән органик материал буйынса баҫылып сыҡҡан радиоуглерод мәғлүмәткә ярашлы[28], Эльбрус һуңғы тапҡыр голоценда, бер нисә мең йыл элек, урғылған булып сыға.

Шулай итеп, Эльбрус алды биләмәһендә йәш вулканизм һуңғы 3 млн йыл дауамында үҫешкән, һәм бында вулкандың һуңғы урғылыуы, моғайын, тарихи осорҙа булғандыр. Яңы геофизик мәғлүмәткә ярашлы[29], Эльбрус вулканы төбөндә, 7-13 км тәрәнлектә һыуынмаған иретмәһе һаҡланған магматик камера ята. Көнсығыш түбәһенең көньяҡ битләүендә фумароль поля бар[23], Малка йылғаһы үҙәнендә термаль сығанаҡтар (Жилы-Су) билдәле. На основании совокупности Изотоплы-геохронологик һәм геофизик мәғлүмәттәр буйынса хәҙерге ваҡытта Эльбрус вулканы потенциаль-әүҙем тип ҡарала[19].

Эльбрус неовулкан үҙәгенең схематик геологик картаһына һылтанма[30], Эльбрустың көньяҡ битләүенең ентекле геологик картаһы — һылтанма буйынса[31].

һулда

Райондың климаты тау рельефына хас һауа массаларының миҙгел циркуляцияһы йоғонтоһонда формалаша. эльбрус алды биләмәләренә насар һәм яҡшы һауа торошоноң цикллығы хас. Йәй 5—7 көн, йәйҙең беренсе яртыһында икенсе яртыһына ҡарағанда һауа торошо насарыраҡ була. йәй дымлы һәм һалҡынса, 2000 метр бейеклектә максималь температура +35°С, ә 3000 м бейеклектә — +25°С була. Көҙ август аҙағында — начале сентябрь башында башлана. 3000 метр һәм артығыраҡ бейеклектәрҙә ҡыш октябрҙә башлана. Ҡар ҡатламының уртаса ҡалынлығы, бейегерәк булған һайын арта барып, 50—80 см тәшкил итә. Көньяҡ битләүҙәрендә төньяҡтағына ҡарағанда ҡар аҙыраҡ. 3000 метр кимәлендә ғинуарҙың уртса температураһы −12°С, ә билдәләнгән абсолют минимум −27°С. Эльбруста яҙ майҙың беренсе ун көнөндә башлана. 3000 метр кимәлендә ҡар (йыш ҡына еүеш күскен йәки лайғы лавина булып) май һуңына тиклем ирей. Юғары бейеклектәрҙә даими ҡарлыҡтар һәм фирналы яландар ятып ҡала, һәм улар иҫәбенә боҙлоҡтар үҙ ауырлығын үҫтерә. Шулай уҡ 5000 метрҙан да юғарыраҡ бейеклектәрҙә, һауа температураһына һәм башҡа һауа шарттарына ҡарамай, ҡар иремәй.[32]

Күтәрелештәр тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Тәүге артылыусыларҙың юлы. Малка йылғаһы (Ҡызылҡол), Эммануэль аҡланы һәм Ленц ҡаялары.
"Эмануэль ҡаяһы"ндағы яҙыу: «1829 йылдың 8 июленән 11 июленә тиклем. Кавалерия Генералы Емануель командалығындағы Лагерь»
Пятигорск ҡәлғәһенән Эльбрус күренеше. Ш. Ребуль һүрәте

Кавказ нығытылған линияһы начальнигы генерал генерал Георгий Арсеньевич Эммануэль тәҡдиме менән һәм уның дөйөм етәкселеге аҫтында Рәсәй Фәндәр Академияһы ойошторған ғилми экспедиция сиктәрендә Эльбрустың бер түбәһенә беренсе уңышлы күтәрелеш

Эльбрусты буйһодороу иҫтәлекле плитаһы. Суйын. Нальчик ҡалаһы. Ҡабарҙы-Балҡария. 1828 йыл. Луганск ҡойоу литейный заводы. Ғәрәп телендә яҙылған икенсе плита Пятигорскиҙа ҡуйылған. Был тантанала XIX быуаттың күренекле ғалимдары профессор Адольф КупферСанкт-Петербургта А. И. Воейков исемендәге Баш геофизика обсерваторияһына нигеҙ һалыусы, физик Эмилий Ленц, зоолог Эдуард Минетрие — основатель Рус энтомологик йәмғиәтенә нигеҙ һалыусы, ботаник Карл Антонович Мейер (һуңғараҡ — Санкт-Петербургта Рәсәй Фәндәр академияһының Император Ботаник баҡсаһы академигы һәм директоры), рәссам-архитектор Иосиф Карлович (Джузеппе-Марко) Бернардацци (Эльбрустың тәүге рәсемен эшләүсе), Венгрия сәйәхәтсеһе Янош Бессе ҡатнашҡан[33][34]. Күтәрелеш Эльбрустың төньяғынан Малка йылғаһының үрге ағымынан «текә ҡаялы ҡара тауҙар араһынан» башҡарылған[35]. 1829 йлдың 22 июленең төш ваҡытында Көнсығыш түбәһенә экспедицияны оҙатып йөрөтөселәрҙең береһе Килар Хаширов (Хачиров) күтәрелгән[36][37][38], һәм үҙе менән йәшкелт юлаҡлы ҡара базальт киҫәге алып килә (уның бер өлөшөн Петербургҡа оҙаталар, ә икенсеһен Эммануэль Бессеға Будапешт милли музейында һаҡларға бирә). Ҡалған артылыусылар яҡынса 5300 метр бейеклеккә етә алған. Эльбрусҡа тәүге күтәрелеште өс тапҡыр мылтыҡтан атып сәләмләгәндәр. Экспедиция иҫтәлегенә база лагеры янындағы етәксе ҡаяла түбәндәгене уйып яҙырға ҡушҡан:
«Бөтә Рәсәй императоры Николай I батшалыҡ иткәндә, бында 1829 й. 20 июленән 23 июленә тиклем лагерь ҡороп Кавказ линияһы ғәскәрҙәре командующийы кавалерия генералы Георгий Емануель торҙо. Уның менән бергә: 14 әйәшлек улы Георгий, рәсәй хөкүмәте ебәргән академиктар: Купфер, Ленц, Менетрие һәм Мейер; тау корпусы чиновнигы Вансович, минераль һыуҙар архитекторы Иосиф Бернадацци һәм венгр сәйәхәтсеһе Иван де-Бесс килгәйне. Академиктар һәм Бернадацци, диңгеҙ кимәленән 8 мең фут (1143 сажин) юғары торған лагерҙы ҡалдырып, 22 июлдә Эльборусҡа 15 700 фут (2223 сажин). 16 330 фут (2333 сажин) бейеклеккә <> Киляр ғына етте. Әйҙә ошо ябай таш тоҡомдарыбыҙға әлегә тиклем менеп булмаҫлыҡ тип һаналған Эльборусҡа юл һалған кешеләрҙең ҡаҙанышын һәм исемдәрен хәтерҙәренә төшөрөп торһон[34]»
"Эммануэль ҡаяһы"н совет альпинистары 1932 йылда ғына таба[39]. Эльбрус түбәһенә тәүге күтәрелеү күп кенә нашло отражение в трудах многих рәсәй географ ғалимдарының, Пётр Петрович Семёнов-Тян-Шанский һәм Густав Иванович Радде, хеҙмәттәрендә сағылған[40]. Эльбрустың Көнсығыш түбәһенә Дуглас Фрешфилд етәкселегендә инглиз альпинистары төркөмө 1868 йылда икенсе күтәрелеү ойошторған, һәм улар шул уҡ йылда Казбек түбәһенә тәүге тапҡыр уңышлы күтәрелгән[41]. Альпинистарҙы оҙатып йөрөтөүсе — беренсе артылыш ҡатнашыусыһы Ахия Соттаев булған[42]. 1874 йылда, инглиз альпинистары төркөмө, Флоренс Кроуфорд Гроув етәкселегендә һәм А. Соттаев оҙатыуында, Эльбрустың бейегерәк Көнбайыш (иң бейек) түбәһенә күтәрелгән[42]. 1890 һәм 1896 йылдарҙа рус хәрби топографы һәм альпинисы Андрей Васильевич Пастухов, Кавказдың картаһын төҙөү маҡсатында фәнни экспедициялар барышында, Эльбрустың Көнбайыш һәм Көнсығыш түбәһенә күтәрелә. А. В. Пастуховтың Эльбрусты һәм Кавказды тотош тикшереү эшенә күп өлөш индереүе хөрмәтенә, Эльбрустың 4800 метр бейеклектәге көньяҡ битләүендәге ҡаялар төркөмө уның исеме менән аталған[43]. 1891 йылда Готфрид Мерцбахер һәм Людвиг Пурчеллер, урындағы ике оҙатыусы менән, көньяҡ итәгенән Эльбрустың Көнбайыш түбәһенә 8 сәғәттә күтәрелгән — артылыштар тарихы башланғандан алып иң ҡыҫҡа күтәрелеш[42]. 1910 йылда швейцар альпинистары Гуги һәм Де-Рами тәүгеләрҙән булып "Эльбрус сатрашы"н эшләйҙәр — Эльбрустың ике түбәһенә бер күтәрелеш сиктәрендә артылдылар. 1925 йылда Эльбрусҡа беренсе ҡатын-ҡыҙ — А. Джапаридзе күтәрелә[42].
Открытка. XIX век.
:Файл:Albours.jpg

1934 йылда совет альпинистары В. Корзун һәм А. Гусев Эльбрус беренсе тапҡыр ҡыш күтәрелә[42].

1939 йылда мәскәү тау саңғысыһы Вадим Евгеньевич Гиппенрейтер тәүге тапҡыр саңғы менән Эльбрус түбәһенән "Ун беренселәр приюты"на шыуып төшә[44].

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 1942 йылдың 21 авгусында «Эдельвейс» немец һөжүм итеү операцияһы барышында капитан Грот командалығындағы «Эдельвейс» тау-уҡсылар дивизияһы төркөмө Эльбрусҡа күтәрелә һәм уның көнбайыш һәм Көнсығыш түбәләренә үҙҙәренең подразделениеһы флагын ҡаҙай. Бер фараз буйынса, немец альпинистары рәхмәт урынына — Адольф Гитлер, «Гитлер пигы», тип аталырға тейешле Европаның иң юғары түбәһендә свастикалы байраҡ тороуын теләгәнлектән, шелтә ала, шуның өсөн альпинистар унда тағы ла менергә һәм кәрәкле флагты элергә тейеш була[45], икенсе фараз буйынса «… был еңел аҡыл ҡаяға үрмәләүселәрҙе Гитлер ҡаты һүккән, „хәрби трибунал судына тарттырыр кәрәк“ тигән. Һуғыштың иң ҡыҙыу мәлендә уйынсыҡ уйнайҙар, Сухумиға йырып керер урынға, шул идиот пикка күтәреләләр». Совет яугирҙәре немец штандарттарын 1943 йылдың 13 һәм 17 февралдәрендә алып ташлайҙар[46].

XX быуаттың беренсе сирегенән алып, инфраструктура үҫеше һәм уңайлы транспорт мөмкинлектәре һәм альпинист ҡарашынан сағыштырмаса еңеллек менән бәйле, Эльбрус түбәләренә халыҡ күп күтәрелә башланы. 1928 йылда Эльбрусҡа поднялись 32 группы совет альпинистарының 32 төркөмө күтәрелде, 1935 йылда түбәлә 2016 кеше, ә 1960 йылда Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһының 40 йылын билдәләгәндә, күмәк кешене йәлеп иткән альпиниадала 1395 спортсмен ҡатнашты[47].

1998 йылдың 12 авгусында Эльбрустың көнсығыш түбәһенә Ҡылысгәрәй Урусов менән Әхмәт Тебуев етәкләгән ҡарасай тоҡомло Даур һәм Хурзук ҡушаматлы аттар күтәрелде. Акция был тоҡомдо һаҡлау һәм артабан үҫтереүгә бағышланды[48][49][50].


1989 йылдан башлап, Эльбруста уның түбәһенә ҙур тиҙлек менән күтәрелеү чемпионаттары йыл һайын үткәрелә. 1990 йылда Анатолий Николаевич Букреев Приют 11-ҙән Эльбрустың Көнсығыш битләүенә 1 сәғәт 47 минутта күтәрелә[51]. 2006 йылда Азау аҡланынан алып (2400 м.) Көнбайыш түбәһенә тиклемге дистанцияны Денис Викторович Урубко 3 сәғәт 55 минут 58 секундта күтәрелде[52]. 2017 йылға саҡлы Азау аҡланынан алып Көнбайыш түбәһенә тиклем тиҙлнекм менән күтәрелеү буйынса донъя рекордын рәсәй альпинисы Виталий Шкель ҡуйғайны — 3 сәғәт 28 минут 41 секунд[53]. 7 мая 2017 года эквадорский альпинист Карл Эглофф установил новый рекорд по скорости подъёма на вершину — 3 часа 24 минуты 14 секунд. Женский рекорд в тот же день установила Диана Зеленова (Россия, Свердловская обл.) — 4:30:12[54].

Инфраструктураһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эльбрустың көньяҡ һәм көнсығыш тирә-яғы райондарында сервис структураһы (ҡунаҡханалар, турбазалар, йәмәғәт туҡланыу урындары һ. б.) көньяҡтан (Азау аҡланынан) автомобиль юлы А158[55] үткән Баҡсан тарлауығында урынлашҡан. Эльбрустың битләүҙәрендә бер нисә бейек тау приюты, ҡунаҡханаһы һәм канат юлы инфраструктура объекттары бар.

Эльбрустың төньяғында тау инфраструктура насар үҫешкән — Эммануэль аҡланында төрлө туроператорҙар палатка лагерҙары ойоштора, һәм 3800 метр бейеклектәге бер моренала туристар һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы МЧС хеҙмәткәрҙәре файҙаланған кескәй өйҙәр бар.

Бейек тау приюттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
«Мария» приюты, 4070 м.

Тауға үрмәләүселәр өсөн иң тәүге ышыҡ урыны Эльбрустың көньяҡ битләүендә 1909 йылда 3200 метр бейеклектә барлыҡҡа килә. Был Кавказ тау йәмғиәте 5 кеше һыйырлыҡ итеп өлөшләтә таштан төҙөгән ярым ер өй була[56]. 1932 йылда 4200 метр бейеклектә туристар һәм альпинистар өсөн 40 урынлыҡ ағас бина — «11 Приюты» төҙөлә, һәм 1939 йылда уның нигеҙендә ҡунаҡхана эшләй башлай[57]. 1933 йылда Эльбрус билендә «Бөгөл», ә Ун бер Приютынан йыраҡ түгел — «Туғыҙ Приюты» метеостанцияһы төҙөлә[47]. 1980-се йылдарҙа «Ғара-Баши» канат юлының һуңғы станцияһынан 100 метрҙа тиҫтәнән артыҡ алты урынлы йылытылған торлаҡ вагонсыҡтан һәм кухнянан торған «Мискәләр» тигән приют төҙөлә. Хәҙерге ваҡытта был Эльбрусҡа күтәрелеүсе турист һәм альпинистарҙың төп старт урыны[58].

2001 йылда 1998 йылдың 16 авгусында янған Ун бер Приютын тергеҙеү башлана[59]. Унан йыраҡ түгел 12 урынлы торлаҡ вагонсыҡтар, кухня ҡуйылған. Кистәрен вагонсыҡтарға электр энергияһы биреү өсөн дизель электростанция (генератор) эшләй.

2012 йылдың сентябренә Эльбрус бөгөлөндә Европаның иң бейек тау приютына әйләнгән «EG 5300 станцияһы» тип аталыусы ҡотҡарыу приюты ҡорола. Әммә, декабрҙә был кескәй өй ел тарафынан емерелә. 2013 йылда EG5300 станцияһы нигеҙенән 300 м арауыҡта бөгөнгә тиклем тоған 4-6 кешелек авария кескәй өйө төҙөлә[60]. 2014 йылда Эльбрустың көньяҡ битләүендә 3900 метр бейеклектә 40 кешегә иҫәп тотолоп төҙөлгән Европаның иң бейек тау ҡунаҡханаһы «LeapRus» сафҡа баҫты[61].

«Эльбрус» канат юлы. Сығыу-инеү пункты.
һулда

«Эльбрус-1» от станции «Азау» станцияһынан (2350 м) «Кругозор» (3000 м) станцияһына тиклемге канат-маятник юлының беренсе сираты 1969 йылда эшләй башлай. Уның оҙонлоғо, (бейеклек 650 метрға тиклем кәмеүе мөмкин№ 1740 метр тәшкил итә. 1976 йылда «Кругозор» станцияһынан «Мир» (диңгеҙ кимәленән 3500 метр) станцияһына тиклемге икенсе сираты эксплуатацияға индерелә. Уның оҙонлоғо 1800 метр, бейеклек 500 метрға тиклем кәмеүе мөмкин[47]. В конце 1970-х была построена и канатно-кресельная дорога от станции «Мир» до станции «Гара-Баши» (3780) протяжённостью 1000 метров и перепадом высот 250 метров[62].

2006 һәм 2009 йылдарҙа гондоль тибындағы заманса «Эльбрус» канат юлының ике сираты сафҡа баҫты, һәм улар «Азау» аҡланындағы түбәнге кире әйләнеп ҡайтыу юлын «Мир» станцияһы менән тоташтырҙы. Яңы канат юлы электән эшләп килгән маятник канат юлы менән параллель рәүештә эшләй[63].

2015 йылдың 27 декабрендә канат юлының «Мир» станцияһынан «Ғара-Баши» станцияһына тиклемге 1675 метр оҙонлоҡтағы өсөнсө сираты эшләй башланы, һәм ул, Церматтан (Швейцария) ҡала, Европалағы иң бейек канат юлы (күтәрелештең иң бейек нөктәһе 3847 метр) булып һанала[64]. «Ғара-Баши» станцияһының үткәреү һәләте сәғәтенә 750 кеше[65][66].

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, бер ни тиклем ваҡыт үтеүгә канат юлын Эльбрустың Көнсығыш түбәһенә тиклем оҙонайтыу планлаштырыла[67][68].

Күтәрелеү маршруттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй һәм сит ил классификаторҙары мәғлүмәте буйынса, Эльбрусҡа барлығы унға яҡын маршруттар категорияланған (Көнсығыш һәм Көнбайыш түбәләренә менеүҙе айыралар)[69][70].

көньяҡ битләү буйлап
Көньяҡтан классик маршрут

Иң билдәлеһе. Рәсәй классификацияһы буйынса маршрут ҡатмарлылығы 1Б. Ҡағиҙә булараҡ, маршрут «Бочки» приютынан (канат юлының аҙағы, 3720 м) һәм Ун бер приюты (4050м), күп һанлы яңы приюттар һәм Пастхов ҡаяһы (4550-4700) эргәһенән үтеп, үргә, яҡынса 5100 метр бейеклеккә, Көнсығыш түбәгә күтәрелә, һәм шунан, «ҡыя кәштә» аша бөгөлгә (5416) барып сығыу мөкин. Артабан бөгөлдән түбәләрҙең ҡайһына булһа ла күтәреле мөмкин. Ҡағиҙә булараҡ, транспорт сығымдарын, акклиматизация сығыуҙарын, һауа торошон һәм артылыусыларҙың әҙерлек кимәлен иҫәпкә алып, күтәрелеүгә 7—10 көн (әҙерлекле спортсылар өсөн Ун бер Приютынан түбәһенә тиклем, төшөү ваҡытын иҫәпләмәй, 5—6 сәғәт) үтә[71].

төньяҡ битләү буйлап

Рәсәй классификацияһы буйынса маршрут ҡатмарлылығы 2A. Маршрут 2500 метр бейеклектәге база лагерынан башлана һәм Төньяҡ приюттан (3700) һәм Ленц ҡаяһынан (улар яҡшы тәбиғи ориентир булып тора) Көнсығыш түбәһенә килтерә. Маршруттың үрге өлөшөндә тау теҙмәләре аша сығып бөгөл йүнәлешендә һәм артабан Көнбайыш түбәһенә үтергә мөмкин. (Көньяҡ менән сағыштырғанда), инфраструктураның аҙыраҡ концентрацияһы (2012 йылдан Эммануэль аҡланында (2600м) һәм боҙлоҡ алдындағы ҡаяларҙа (3750м) байтаҡ яңы кескәй өйҙәр һәм палата лагерҙары пәйҙә булыуғы ҡарамаҫтан), маршруттың үҙенсәлеге булып тоа, һәм был күтәрелеүҙә ҡатнашыусыларҙан күберәк автономлыҡ һәм күберәк туристик квалификация талап итә. Иң төп проблема булып, һуңғы стационар лагерҙан 2000 м вертикаль бейеклекте артылыу бурысы тора, ә көньяҡтан коммерция сылбырлы йәки гусеницалы транспорт сараларытар күп булыу сәбәпле, был проблеманың айырмаһы күренмәй.

Көнсығыш ҡабырғаһы маршруты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Маршрут ҡатмарлылығы 2Б. Күтәрелеү Эльбрус ҡасабаһынан башлана һәм Ирикчат тарлауығы, шундай уҡ атамалы артылыш һәм көнсығыш ҡабырғаһы башланмаҫ борон, боҙлоҡ аша — Ачкерьяколь лава ағымы янынан Көнсығыш түбәһенә (ҡырас башына сығыу варианттары бар) яһала[72].

Бер күтәрелеү сиктәрендә Көнсығыш һәм Көнбайыш түбәләренә артылыу («Сатраш» маршруты) маршруты ҡатмарлылығы 2Б. Иң ҡатмарлы, әҙерлекле спортсы-альпинистар - тау туристары ғына үтә алырлыҡ маршруттар - төньяҡ-көнбайыш ҡабырғаһы буйлап, Эльбрус (Көнбайыш) (3А) һәм, көньяҡ стена буйлап, Көмбәҙ (Эльбрустың көнбайыш иңенә (5А) ҡатнаш маршруттары [69].

Эльбрусҡа тәүге булып күтәрелгән башҡорт ҡатыны

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2017 йылдың август аҙағында Учалы районында тыуып үҫкән, хәрби хеҙмәт юлы үтеп, хәҙер Мәскәүҙә табиб булып эшләгән 50 йәшлек Ғәлиә Ғүмәрова Рәсәй менән Европаның иң бейек тауы — Эльбрус түбәһенә милли кейем кейеп менеп, 5642 метр бейеклектә атаҡлы «Заһиҙә» бейеүен башҡара[73][74][75].

Күтәрелеүҙәр ваҡытында бәхетһеҙлеккә тарыу осраҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эльбрустың түбәһенә менеү сағыштырмаса ябай һымаҡ тойолһа ла, унда йыл һайын15-20 кеше һәләк була, һәм был Эльбрус алды биләмәләрендәге бөтә хәүеф-бәләләрҙең 80 %-н тәшкил итә [76]. Һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр араһында һәүәҫкәр туристар («ҡырағай туристар») ғына түгел, хатта тауҙарҙа артылыу тәжрибәһе булған, әҙерлекле спортсылар ҙа йыш осрай [77].

  1. 1,0 1,1 https://www.peakbagger.com/peak.aspx?pid=10381
  2. Elbrus (инг.) на сайте Global Volcanism Program Смитсоновского института
  3. Макс Фасмер. Этимологический словарь русского языка: в 4 т. / авт.-сост. М. Фасмер; пер. с нем. и доп. чл.‑кор. АН СССР О. Н. Трубачёва, под ред. и с предисл. проф. Б. А. Ларина [т. I]. — Изд. 2-е, стер. — М. : Прогресс, 1986—1987.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Рототаев П. Двенадцать имен Эльбруса // Земля и люди : ежегодник. — 1972.
  5. ШЕРЕФ-АД-ДИН ЙЕЗДИ. Книга Побед. http://www.vostlit.info/Texts/rus3/Serefeddin/frametext2.htm.
  6. Géographie d’Aboulféde. Trad. de l’arabe en français… par M. Reinaud, t. 1—2, P., 1837—83;
  7. Бенги // Этимологический словарь тюркских языков. — М., 1978. — Т. II. — С. 113—114.
  8. Менги // Этимологический словарь тюркских языков. — М., 2003. — Т. VII. — С. 58.
  9. Апажев М. Л., Багов Н. А., Балкаров Б. Х. и др. Кабардино-русский словарь / Б. М. Карданов. — Москва: Государственное издательство иностранных и национальных словарей, 1957. — С. 257, 472. — 576 с.
  10. Твёрдый А. В. Эльбрус // Топонимический словарь Кавказа. — Краснодар: Краснодарское книжное издательство, 2006.
  11. Ионова С. Х., Татаршао А. Х. Этнонимы и антропонимы в абазинской топонимии. Союз абазинской молодежи «Шарпны». Дата обращения: 11 июль 2015.
  12. Восточные топонимы // Газета «Татарский мир». — Издательский дом «Шанс», 2003.
  13. Газеев В. М., Носова А. А., Сазонова Л. В., Гурбанов А. Г., Докучаев А. Я. Петрогенетическая интерпретация ассоциаций минералов-вкрапленников плейстоценовых-голоценовых вулканитов Эльбруса (Северный Кавказ) // Геологический факультет МГУ.
  14. Игорь Паша. Восхождение на Эльбрус в 1829 году. Архивные материалы. // Mountain.RU. Дата обращения: 10 июль 2015.
  15. Илья Мельников. Ледники Эльбруса. // Русское географическое общество. Дата обращения: 6 июль 2015.
  16. Абих Г.В. Объяснение геологического разреза северной покатости Кавказского кряжа от Эльбруса до Бештау. (русский) // Кавказский календарь на 1853г.. — 1852. — С. 440—471.
  17. Короновский Н.В. Геологическое строение и история развития вулкана Эльбрус. — Оледенение Эльбруса. — Издательство МГУ, 1968. — 346 с.
  18. Милановский Е.Е., Короновский Н.В. Орогенный вулканизм и тектоника Альпийского пояса Евразии. — Москва: Недра, 1973. — 280 с.
  19. 19,0 19,1 Лаверов Н. П., Коваленко В. И., Ярмолюк В. В. и др. Новейший вулканизм Северной Евразии: закономерности развития, вулканическая опасность, связь с глубинными процессами и изменениями природной среды и климата / Лаверов Н.П.. — Изменение окружающей среды и климата: природные и связанные с ними техногенные катастрофы. — Москва: Издательство ИФЗ РАН, 2008. — 280 с. — ISBN 978-5-91682-001-0.
  20. 20,0 20,1 20,2 Лебедев В. А., Чернышев И. В., Чугаев А. В., Гольцман Ю. В., Баирова Э. Д. Геохронология извержений и источники вещества материнских магм вулкана Эльбрус (Большой Кавказ): результаты K-Ar и Sr-Nd-Pb изотопных исследований (русский) // Геохимия : журнал. — 2010. — № 1. — С. 45—73. — ISSN 0016-7525.
  21. 21,0 21,1 Чернышев И. В., Лебедев В. А., Бубнов С. Н., Гольцман Ю. В., Баирова Э. Д. Плиоценовые игнимбриты Приэльбрусья и их место в истории неоген-четвертичного вулканизма Большого Кавказа (изотопно-геохронологические данные) (русский) // Доклады Академии наук : журнал. — 2011. — Т. 436. — № 2. — С. 247—252. — ISSN 0869-5652.
  22. Чернышев И. В., Бубнов С. Н., Лебедев В. А., Гольцман Ю. В., Баирова Э. Д., Якушев А. И. Два этапа эксплозивного вулканизма Приэльбрусья: геохронология, петрохимические и изотопно-геохимические характеристики и их роль в неоген-четвертичной истории Большого Кавказа (русский) // Стратиграфия. Геологическая корреляция : журнал. — 2014. — Т. 22. — № 1. — С. 100—130. — ISSN 0869-592X.
  23. 23,0 23,1 23,2 Газеев В. М. Петрология и потенциальная рудоносность Эльбрусского вулканического центра (Северный Кавказ). — Автореферат диссертации на соискание ученой степени кандидата геолого-минерал. наук. — Москва: Издательство ИГЕМ РАН, 2003. — 26 с.
  24. Лебедев В. А., Сахно В. Г., Якушев А. И. Общая продолжительность и пространственная миграция четвертичного вулканизма в Приэльбрусье (русский) // Доклады Академии наук : журнал. — 2010. — Т. 430. — № 2. — С. 232—238. — ISSN 0869-5652.
  25. Лебедев В. А., Бубнов С. Н., Якушев А. И. Магматическая активность на Северном Кавказе в раннем неоплейстоцене: активные вулканы Эльбрусского центра, хронология и характер извержений/ (русский) // Доклады Академии наук : журнал. — 2011. — Т. 436. — № 1. — С. 79—85. — ISSN 0869-5652.
  26. Golovanova Liubov V. et al. Significance of Ecological Factors in the Middle to Upper Paleolithic Transition // Current Anthropology. 51 (2010): 655—691.
  27. Причина вымирания неандертальцев — вулканическая зима?
  28. Богатиков О. А., Мелекесцев И. В., Гурбанов А. Г. и др. Радиоуглеродное датирование голоценовых извержений вулкана Эльбрус (Северный Кавказ, Россия) (русский) // Доклады Академии наук : журнал. — 1998. — Т. 363. — № 2. — С. 219—221. — ISSN 0869-5652.
  29. Рогожин Е. А., Степанова М. Ю., Харазова Ю. В., Горбатиков А. В. Глубинное строение и режим вулканической и сейсмической активности Приэльбрусья (русский) // Геотектоника : журнал. — 2018. — № 6. — С. 69—81. — ISSN 0016-853X.
  30. V. A. Lebedev, I. V. Chernyshev, A. V. Chugaev, Yu. V. Gol’tsman, E. D. Bairova Geological map of the Elbrus neovolcanic center (Greater Caucasus), scale 1/100000. Edition of 2011. (инг.). — 2015. — DOI:10.13140/2.1.2249.8084
  31. V. A. Lebedev, I. V. Chernyshev, A. V. Chugaev, Yu. V. Gol’tsman, E. D. Bairova Geological map of Elbrus Volcano (Southern slope), Greater Caucasus, 1/25000. Edition of 2010. (инг.). — 2010. — DOI:10.13140/2.1.2690.3368
  32. Алексеев А.А. Географическая характеристика района // Эльбрус и его отроги. — Москва: Балабанов И.В., 2002. — 176 с.
  33. Игорь Паша. Восхождение на Эльбрус в 1829 году. http://www.mountain.ru/. Дата обращения: 1 сентябрь 2019.
  34. 34,0 34,1 В.А. ПОТТО. Кавказская война в отдельных очерках, эпизодах, легендах и биографиях.. — Тифлис, 1891.
  35. Леонид Смидович. Восхождение на Эльбрус с севера. Часть 2. Вершина. alp.org.ua. Дата обращения: 13 июль 2015. Архивировано 14 июль 2015 года.
  36. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; radde төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  37. Мизиев И.М. Следы на Эльбрусе. Из истории горного туризма и отечественного альпинизма. Mountain.Ru. Дата обращения: 13 июль 2015.
  38. А.В. Твёрдый. Кто первый покорил вершину Эльбруса? // Кавказ в именах. — Краснодар: Платонов, 2008. — 432 с. — 4000 экз. — ISBN 978-5-89564-044-9.
  39. Следы на Эльбрусе. http://www.mountain.ru/. Дата обращения: 1 сентябрь 2019.
  40. Живописная Россия. Отечество наше в его земельном, историческом племенном, экономическом и бытовом значении / П.П. Семенов-Тянь-Шаньский. Кавказ. — С.Петербург, Москва: Товарищества «М.О. Вольф», 1883. — Т. IX. — С. 5, 35. — 232 с.
  41. Кавказ - первые восхождения... Risk.ru. Дата обращения: 8 июль 2015.
  42. 42,0 42,1 42,2 42,3 42,4 Летопись покорения Эльбруса. ELBRUS-info (16 июнь 2008). Дата обращения: 13 июль 2015. Архивировано из оригинала 14 июль 2015 года. 2015 йыл 14 июль архивланған.
  43. Сергеев С.В. Военные топографы русской армии. — Москва: ЗАО "СиДиПресс", 2001. — С. 425—426. — 591 с.
  44. Эльбрус Россия. https://get-out.com/. Дата обращения: 1 сентябрь 2019. Архивировано из оригинала 1 сентябрь 2019 года. 2019 йыл 1 сентябрь архивланған.
  45. Битва за Кавказ. Календарь Победы 1943-1945. Дата обращения: 13 июль 2015. Архивировано из оригинала 14 июль 2015 года. 2015 йыл 14 июль архивланған.
  46. Юрий Макунин. Война на Эльбрусе // Независимая газета, 14 февраля 2002
  47. 47,0 47,1 47,2 Исторические факты восхождений на Эльбрус. Сайт Федерации экстремальных и технических видов спорта. Дата обращения: 13 июль 2015. Архивировано из оригинала 17 октябрь 2015 года. 2015 йыл 17 октябрь архивланған.
  48. ВАЛЕРИЙ МИЛЮТИН. КОННЫЙ ШТУРМ ЭЛЬБРУСА (недоступная ссылка — история). Федеральный журнал «СЕНАТОР». Дата обращения: 6 октябрь 2015. 2015 йыл 7 октябрь архивланған.
  49. Н. Будаев. Лошадь на вершине Эльбруса. КМВ Лайн. Дата обращения: 6 октябрь 2015.
  50. Алла Динаева, Черкесск. Покорение Эльбруса на лошадях. Фонд содействия развитию карачаево-балкарской молодежи «Эльбрусоид» (1 сентябрь 2003). Дата обращения: 6 октябрь 2015.
  51. Скоростные восхождения на Эльбрус. Elbrus Race. Дата обращения: 13 июль 2015.
  52. Елена Лалетина. 17 сентября начнутся соревнования по забегу на вершину Эльбруса 5642м. Клуб VVV.RU (24 август 2008). Дата обращения: 8 сентябрь 2015.
  53. Виталий Шкель установил мировой рекорд по скорости восхождения на Эльбрус. Eurosport.ru (24 август 2014). Дата обращения: 13 июль 2015.
  54. Морозова И. Скоростное восхождение на Западную вершину Эльбруса. Karl Egloff установил рекорд в рамках фестиваля Red Fox Elbrus Race 2017. Mountain.RU (8 май 2017). Дата обращения: 18 октябрь 2019.
  55. Автомобильная карта России - карта автомобильных дорог РФ. Онлайн-карта России. Дата обращения: 20 июль 2015.
  56. П.П.Захаров. К 120-летию Кавказского Горного Общества (КГО). Mountain.RU. Дата обращения: 20 июль 2015.
  57. Бесприютный Приют-11 – высокогорное убежище альпинистов на склоне Эльбруса. Северо-Кавказские новости (25 февраль 2017). Дата обращения: 1 сентябрь 2019.
  58. Приют Бочки. Приэльбрусье. Дата обращения: 1 сентябрь 2019.
  59. Герман Андреев. Мрачный юбилей: 10 лет назад (в 1998 году) – сгорел «Приют 11». Альпинисты Северной столицы, Русское горное общество, Клуб альпинистов "Санкт-Петербург".
  60. Обзор. http://strana.ru/. Дата обращения: 1 сентябрь 2019. 2019 йыл 1 сентябрь архивланған.
  61. Яна Хлебникова. Самый высокий горный отель Европы: LeapRus. Birdy Magazine (14 май 2014). 2015 йыл 23 июль архивланған.
  62. Комплекс канатных дорог на «Эльбрус». http://kmvline.ru/ (2011). Дата обращения: 1 сентябрь 2019.
  63. В Приэльбрусье в Кабардино-Балкарии открыта вторая очередь канатной дороги. Кавказский узел. Дата обращения: 1 сентябрь 2019.
  64. Alois Feusi. Mit Pininfarina aufs Klein Matterhorn. NZZ (23 апрель 2015). Дата обращения: 10 июль 2016.
  65. На Эльбрусе открылась самая высокогорная в Европе канатная дорога. «Аргументы и Факты» (27 декабрь 2015). Дата обращения: 2 ғинуар 2016.
  66. НА ЭЛЬБРУСЕ ТОРЖЕСТВЕННО ОТКРЫТА ТРЕТЬЯ ОЧЕРЕДЬ КАНАТНОЙ ДОРОГИ. Чеченская Государственная Телерадиокомпания "Грозный" (28 декабрь 2015). Дата обращения: 2 ғинуар 2016.
  67. Евгения Артемова. Новая дорога на Эльбрус. Интерфакс Россия (14.07.15). Дата обращения: 20 июль 2015.
  68. Яна Хлебникова. Строительство новой канатной дороги на Эльбрусе. Birdy Magazine (14 июль 2015). 2015 йыл 23 июль архивланған.
  69. 69,0 69,1 Маршруты альпинистских восхождений. “Федерация альпинизма, скалолазания и ледолазания Санкт-Петербурга”. Дата обращения: 16 июль 2015.
  70. Классификатор вершин Приэльбрусья. Альпбаза Уллутау. Дата обращения: 16 июль 2015. Архивировано из оригинала 17 июль 2015 года.
  71. Эльбрус, Западная. Федерация альпинизма России. Дата обращения: 6 октябрь 2017.
  72. А.А. Алексеев. Долины рек Ирик и Ирикчат // Эльбрус и его отроги. — Москва, 2006. — 176 с.
  73. Аҙна яңылыҡтары 2020 йыл 8 июнь архивланған.
  74. Уроженка Башкирии станцевала на Эльбрусе в национальном костюме
  75. Уроженка Башкирии исполнила башкирский танец «Загида» на вершине Эльбруса
  76. Алексей Трубачев. Интервью с начальником Эльбрусской ПСС Борисом Османовичем Тиловым. Mountain.RU. Дата обращения: 21 июль 2015.
  77. Шатаев Владимир, Стариков Геннадий. Полный список альпинистов (СССР, СНГ), погибших в горах. Russianclimb. Дата обращения: 21 июль 2015.
  • Кудинов В. Эльбрусская летопись. — Ставропольское книжное издательство, 1969, 236 с., 30 000 экз.
  • Алексеев А. А. Эльбрус и его отроги / Рец. В. В. Арсенин. — М.: Издатель И. В. Балабанов, 2007. — ISBN 5-901049-46-2.
  • Бероев Б. М. Приэльбрусье: Очерк природы. Летопись покорения Эльбруса. Туристские маршруты. — М.: Профиздат, 1984. — 208 с. — (Сто путей — сто дорог). — 97 500 экз.
  • Динник Н. Я.,. Эльбрус // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Новейший и современный вулканизм на территории России = Modern and Holocene volcanism in Russia : [кол. моногр. : науч. издание] / [отв. ред. и автор вступ. ст. Н. П. Лавёров ; Ин-т физики Земли им. О. Ю. Шмидта; худож. Ю. И. Духовская]. — М. : Наука, 2005. — 604 с. — ISBN 5-02-032898-7
  • Газеев В. М. Петрология и потенциальная рудоносность Эльбрусского вулканического центра (Северный Кавказ): Автореф. дис. на соиск. уч. степ. канд. геол.-минерал. наук. Ин-т геол. руд. месторожд., петрогр., минерал. и геохимии РАН, Москва, 2003, 26 с.
  • Собисевич А. Л., Нечаев Ю. В., Арбузкин В. Н., Трофименко Е. А., Пруцкий Н. И., Греков И. И. Новые геофизические данные о структуре магматических образований в районе Эльбрусского вулканического центра // Исследования в области геофизики. — М.: ОИФЗ РАН, 2004. — С. 272—285.
  • Лебедев В. А., Чернышев И. В., Чугаев А. В., Гольцман Ю. В., Баирова Э. Д. Геохронология извержений и источники вещества материнских магм вулкана Эльбрус (Большой Кавказ): результаты K-Ar и Sr-Nd-Pb изотопных исследований (рус.) // Геохимия : журнал. — 2010. — № 1. — С. 45-73. — ISSN 0016-7525.
  • П.П. Захаров. Кто автор и строитель «Приюта 11-ти»? Russianclimb.
  • Список литературы. Кафедра динамической геологии МГУ. 2016 йыл 4 март архивланған.
  • А.В. Твёрдый. Кавказ в именах. — Краснодар: Платонов, 2008. — 432 с. — 4000 экз. — ISBN 978-5-89564-044-9.
  • Кудинов В. Эльбрусская летопись. — Ставропольское книжное издательство, 1969, 236 с., 30 000 экз.
  • Алексеев А. А. Эльбрус и его отроги / Рец. В. В. Арсенин. — М.: Издатель И. В. Балабанов, 2007. — ISBN 5-901049-46-2.
  • Бероев Б. М. Приэльбрусье: Очерк природы. Летопись покорения Эльбруса. Туристские маршруты. — М.: Профиздат, 1984. — 208 с. — (Сто путей — сто дорог). — 97 500 экз.
  • Динник Н. Я.,. Эльбрус // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Новейший и современный вулканизм на территории России = Modern and Holocene volcanism in Russia : [кол. моногр. : науч. издание] / [отв. ред. и автор вступ. ст. Н. П. Лавёров ; Ин-т физики Земли им. О. Ю. Шмидта; худож. Ю. И. Духовская]. — М. : Наука, 2005. — 604 с. — ISBN 5-02-032898-7
  • Газеев В. М. Петрология и потенциальная рудоносность Эльбрусского вулканического центра (Северный Кавказ): Автореф. дис. на соиск. уч. степ. канд. геол.-минерал. наук. Ин-т геол. руд. месторожд., петрогр., минерал. и геохимии РАН, Москва, 2003, 26 с.
  • Собисевич А. Л., Нечаев Ю. В., Арбузкин В. Н., Трофименко Е. А., Пруцкий Н. И., Греков И. И. Новые геофизические данные о структуре магматических образований в районе Эльбрусского вулканического центра // Исследования в области геофизики. — М.: ОИФЗ РАН, 2004. — С. 272—285.
  • Лебедев В. А., Чернышев И. В., Чугаев А. В., Гольцман Ю. В., Баирова Э. Д. Геохронология извержений и источники вещества материнских магм вулкана Эльбрус (Большой Кавказ): результаты K-Ar и Sr-Nd-Pb изотопных исследований (рус.) // Геохимия : журнал. — 2010. — № 1. — С. 45-73. — ISSN 0016-7525.
  • П.П. Захаров. Кто автор и строитель «Приюта 11-ти»? Russianclimb.
  • Список литературы. Кафедра динамической геологии МГУ. 2016 йыл 4 март архивланған.
  • А.В. Твёрдый. Кавказ в именах. — Краснодар: Платонов, 2008. — 432 с. — 4000 экз. — ISBN 978-5-89564-044-9.

Ҡалып:Семь вершин