Эстәлеккә күсергә

Эрбий

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эрбий
Рәсем
Масса 167,259 ± 0,003 массаның атом берәмеге[1]
Кем хөрмәтенә аталған Иттербю[d]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән monazite mineral group[d], monazite sands[d], xenotime mineral group[d] һәм euxenite mineral group[d]
Асыусы йәки уйлап табыусы Карл Густав Мосандер[d]
Асыу датаһы 1843
Элемент символы Er[2][3]
Химик формула Er[4]
Каноническая формула SMILES [Er][4]
Атом һаны 68[5]
Электр кирелеге 1
Ионный радиус 0,89 ангстрем[6] һәм 1 ангстрем[6]
 Эрбий Викимилектә
68
Эрбий
167,26
4f126s2

Эрбий (лат. Erbium, Er) — Менделеевтың периодик таблицаһының 6-сы осор химик элементы. Тәртип номеры — 68.

Лантаноидтарға һәм һирәк ер элементтарына (иттрий төркөмсәһе) ҡарай.

Эрбий элементының символы — Er (Эрбий тип уҡыла).

Эрбий 1842 йылда Мосандер Карл Густав тарафынан асыла.

Эрбийҙы 1843 йылда швед химигы Карл Густав Мосандер Иттербю ауылы эргәһендә табылған гадолинит минералынан айырып ала.

Ул Y2O3 концентратында ҡушылмалар таба һәм уларҙы өс фракцияға бүлә: иттрий, алһыу terbia (ул хәҙерге заманда эрбий элементы тип атала) һәм төҫһөҙ erbia (быныһы тербий элементы булған).

Эрбий менән тербийҙы күпмелер ваҡыт бутап та йөрөтәләр. Тербийҙы эрбий тип 1860 йылдан һуң үҙгәртәләр, эрбийҙы иһә тербий тип 1877 йылдан һуң атай башлайҙар.

Исеменең килеп сығышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эрбий элементы атамаһын рәттән өс (эрбий, иттербий, иттрий) менән бергә — Стокгольм архипелагына ингән Ресарё утрауында урынлашҡан Иттербю ауылы хөрмәтенә исем алған.

Монацит ҡом

Эрбийҙың кларкы ер ҡабығында (Тэйлор буйынса) — 3,3 г/т, океан һыуҙарындә йөкмәткеһе — 2,4·10−6[7]. Был концентрациялар эрбийҙы Ер ҡабығында химик элементтар араһында таралыу буйынса 45-се урында билдәләү өсөн етерлек (йәғни, ул ҡурғашҡа ҡарағанда күберәк таралған).

Эрбий лантаноидтар составына инә, улар иһә бик һирәк осрай. Лантаноидтар АҠШ, Ҡаҙағстан, РәсәйУкраина, Австралия, Бразилия, Һиндостан, Скандинавияла осрай.

Эрбий (III) хлориды алһыу ҡояш нурҙары аҫтында алһыу булып күренә

Металлик эрбийҙы эрбий хлориды иретмәһе ErCl3 (ErF3) электролизы ярҙамында, шулай уҡ был тоҙҙарҙы кальцийтермик тергеҙеү юлы менән алалар.

  1. Meija J., Coplen T. B., Berglund M., Bièvre P. D., Gröning M., Holden N. E., Irrgeher J., Loss R. D., Walczyk T., Prohaska T. Atomic weights of the elements 2005 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied ChemistryIUPAC, 2016. — Vol. 88, Iss. 3. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925doi:10.1515/PAC-2015-0305
  2. Wieser M. E., Coplen T. B., Wieser M. Atomic weights of the elements 2009 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied ChemistryIUPAC, 2010. — Vol. 83, Iss. 2. — P. 359–396. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925doi:10.1351/PAC-REP-10-09-14
  3. Эрбий (урыҫ) // Малый энциклопедический словарь — 2 — СПб.: 1909. — Т. 2.
  4. 4,0 4,1 ERBIUM (ингл.)
  5. Эрбий (урыҫ) // Большая советская энциклопедия / под ред. О. Ю. Шмидт — 1 — М.: Акционерное общество «Советская энциклопедия», 1920.
  6. 6,0 6,1 (unspecified title)ISBN 0-8493-0485-7
  7. J.P. Riley and Skirrow G. Chemical Oceanography V. I, 1965