Япондар
Үҙ атамаһы |
(япон. 日本人 нихондзин/ниппондзин, 日本民族 нихон-миндзоку) |
---|---|
Һаны һәм йәшәгән урыны | |
Барлығы: 130 миллион | |
Тел | |
Дин |
синтоизм, буддизм (япондар йыш ҡына бер үк ваҡытта (синто-буддийский синкретизм) ике дин тота, шулай уҡ мәсихсе һәм мосолман аҙсылығы ла бар |
Раса тибы | |
Туғандаш халыҡтар |
рюкюсылар |
Япондар (япон. 日本人 нихондзин/ниппондзин, 日本民族 нихон-миндзоку) — Японияның төп халҡы (98%-тан ашыу). Япон телендә һөйләшәләр.
Халыҡ һаны һәм таралыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Барлығы —127 миллион япон, Японияның үҙендә 123 миллион. Япондар шулай уҡ АҠШ-та (1,2 млн кеше), башлыса Калифорния штатында һәм на Гавай утрауҙарында, Бразилияла (1,5 млн кеше), Канадала (99 мең кеше) һәм Америка, Европа, Азия һәм Австралия материктарының башҡа илдәрендә йәшәй.
Теле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Япон теле сығышы тулыһынса билдәләнмәгән япон-рюкю ғаиләһе телдәренә ҡарай.
Япон теле биш һуҙынҡынан торған сағыштырмаса ябай фонетикаға эйә, морфологияла агглютинация һәм синтез өҫтөнлөк итә; һүҙҙәрҙең типлаштырылған тәртибе — һүҙҙәр тәртибе типологияһы (SOV). Япон яҙыуы ҡатмарлы, өлөшләтә үҙләштерелгән (кандзи), өлөшләтә япондар тарафынан булдырылған (хирагана, катакана һәм кокудзи йәки кандиҙың ҙур булмаған өлөшө). Шулай уҡ сикләнгән ромадзи (латиница) ҡулланыла. Заманса кандзи орфографияһында — һүҙҙең мәғәнәгә эйә өлөшө, хираган — үҙгәреүсе өлөшө, ә катакан — адаптацияланмаған үҙләштермәләр яҙыла.
Дәүләте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Япондарҙың күбеһе Япон утрауҙарында урынлашҡан үҙ милли дәүләте Японияла (Ниппо́н, Нихо́н) йәшәй.
Япон империяһының «Дай Ниппон» (大日本) тигән элекке исеме «Бөйөк Япония» йәки «Ҡояш Сығышы Бөйөк Иле» тигәнде аңлата.
Беренсе боронғо япон дәүләтенең үҙенсәлекле исеме — Ямато.
Сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Япон халҡының боронғо ҡытай яҙма ҡомартҡыларында яҙылған иң боронғо атамаһы — Ва (Япония халҡы).
Оҙаҡ ваҡыт, б. э. т. 1 мең йыллыҡта (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса унан да элегерәк) япондарҙың ата-бабалары тип иҫәпләнгән протояпон («пуё телдәре») ҡәбиләләренең айырым төркөмдәре Япон архипелагына Корея ярымутрауынан күсеп ултырған тип иҫәпләнгән[2]. Шул уҡ ваҡытта Японияның боронғо төп халҡы айна-эмисиҙар (тышҡы ҡиәфәте европеоид һәм сығышы билдәһеҙ ҡәбиләләр) һәм көньяҡта австронезий ҡәбиләләре (куумсо һәм хаято) протояпон ҡәбиләләре тарафынан әкренләп ҡыҫырыҡлап сығарыла һәм ассимиляцияға дусар ителә, алтай телдәре ғаиләһенеке булған телдәре, австронезий субстраты элементын бер ни тиклем һаҡлаһа ла, япондарҙың теле өҫтөнлөк алған. Фаразланыуынса, IV быуатта (аныҡ билдәле түгел) тәүге дөйөм япон дәүләте — Ямато барлыҡҡа килә.
Әммә әлеге мәғлүмәттәр ҡитғанан үрҙә күрһәтелгән осорҙағы күпләп күсеп килеүҙәрҙе раҫламай. Ҡайһы бер пуё һәм туғандаш ҡәбиләләрҙең утрауҙарға күсеү факты, уларҙың мәҙәни роле кеүек үк, бәхәсһеҙ булһа ла, утрауҙар буйлап таралған һәм беренсе этапта аҙ һанлы кскенселәрҙең һаны автохтон (австронезий һәм боронғо айн) ҡәбиләләр араһында юғалып ҡалған. Шулай булғас, был ҡәбиләләрҙең боронғо Ямато (Ва) дәүләтен аяҡҡа баҫтырыуҙа мөһим роль уйнауына ҡарамаҫтан, ул осорҙа бер ниндәй ҙә массауи ассимиляция булған тип раҫлау мөмкин түгел.
Икенсе бөтә донъя һуғышы тамамланғандан һуң күп тә үтмәҫтән, Котондо Хасебе һәм Хисаси Судзуки, япондарҙың ата-бабалары Яёй (б. э. т. 300 йыл — б. э. 300 йыл) осоронда ҡитғанан килмешәктәр түгел, ә Дзёмон дәүере кешеләре, тип раҫлаған[3] Әммә Кадзуро Ханихара 1984 йылда Япония утрауҙарында төрлө халыҡтарҙың ҡатышыуы (метисация) тураһында яңы теория тәҡдим иткән.[3] Ханихара шулай уҡ 1991 йылда инглиз телендә «ике яҡлы модель структураһы» теорияһын тәҡдим итә. нәй осоронда төньяҡ-көнсығыш Азиянан Японияға иммигранттарҙың икенсе тулҡыны булғанын да иҫәпләгән.[4] Ханихареға ярашлы, япон халҡының барлыҡҡа килеүе көньяҡ-көнсығыш Азиянан палеолит дәүерендә Япон архипелагына күскән Дзёмон дәүере кешеләренән башлана. Ханихара Яёй осоронда төньяҡ-көнсығыш Азиянан Японияға иммигранттарҙың икенсе тулҡыны булған тип һанаған. Неолит осоронда халыҡтың артыуы арҡаһында күскенселәрҙең был тулҡынынаг Япон архипелагына миграция юлын Яёй осоронда уҡ һайларға тура килә. Һөҙөмтәлә төрлө дәүер мигранттарының ҡушылыуы Кюсю, Сикоку һәм Хонсю утрауҙары өлкәһенә тарала, ләкин бындай күләмдәге метисация Япон архипелагының Рюкю, Хоккайдо кеүек башҡа өлкәләрендә таралмай, шуға ярашлы, рюкюлылар менән айналар унда өҫтөнлөк иткән. Марк Джеймс Хадсон раҫлауынса, б. э. т. 400 йылынан б. э. 1,200 йылына тиклем төп япон халҡы биологик һәм лингвистик яҡтан формалашҡан.[3] Әлеге ваҡытта, хәҙерге япондарҙың Дзёмон осорондағы абориген халыҡ, шулай уҡ Яёй осоронда яңы килгән мигранттар тоҡомо булыуы ҡабул ителгән теория булып һанала.
2009 йылдың октябрендә Милли тәбиғәт һәм фән музейы һәм башҡалар тарафынан үткәрелгән тикшеренеүҙәр Окинава утрауында табылған һәм яҡынса б. э. т. 20000-22000 йылдарға ҡараған Минатогава кешеләренең дүрт һөлдәһе Дзёмон дәүере кешеләренең биологик яҡтан бер төрлө булмауын һәм утрауҙар халҡының көньяҡ өлөшө көньяҡтан килгәнлеген иҫбатлай. Уларҙың йөҙҙәре монголоид һыҙатлы һәм Дзёмон осоро төньяҡ төркөмө кешеләренең йөҙөнә ҡарағанда бәләкәйерәк формала булған.[5] Саппоро университетынан Хирото Такамия, Кюсю утрауы районында йәшәгән халыҡ б. э. X—XII быуаттарында Окинаваға күсенгән, тигән фаразға килгән.[6]
Дзёмон дәүере кешеләренең аутосомаларын генетик тикшереү күрһәтеүенсә, улар монголоидтарҙың көнсығыш Азия тармағының айырым төркөмө булып тора һәм улар хәҙерге Себер һәм Америка халыҡтарының материал өлгөләре менән генетик ҡәрҙәшлеге бар.[7]
2011 йылда тикшеренеүселәр Шон Ли һәм Тосикадзу Хасекава[8]япон-рюкю телдәренең дөйөм ата-бабалары яҡынса 2182 йыл элек барлыҡҡа килгән тип хәбәр итте.[9]
2017 йылда Көньяҡ Кореяла Ульсан Университеты тарафынан үткәрелгән тикшереү генетик яҡтан Корея халҡы сығышы буйынса көньяҡ-көнсығыш Азия халыҡтары менән оҡшашлығы күберәк булыуын дәлилләй.[10] Был тикшеренеү 1999 йылда үткәрелгән япондарҙың тикшереүе менән тап килә — был Яёй дәүере кешеләренең көньяҡ Ҡытайҙа Янцзы йылғаһы буйында барлыҡҡа килеүе хаҡындағы теорияны раҫлай.[11] Был тикшеренеү шулай уҡ Дзёмон һәм Яёй дәүере кешеләренең ҡатнашыуы тураһындағы дөйөм ҡабул ителгән теорияһын раҫлай.
Дзёмон һәм Яёй дәүере кешеләренең сығышы йыш ҡына төрлө-төрлө фекерҙәр тыуҙыра ине, һәм япондарҙың яңы асылған сығанаҡы[12] Япон архипелогындағы потенциаль халыҡ төркөмдәренең исемлеген төҙөнө:
- Хәҙерге Япония территорияһында 10000 йыл элек урынлашҡан ерле халыҡ. (Ҡайҙа икәнен аныҡлап тормайса, Хоккайдонан алып Окинаваға тиклемге территорияла йәшәүсе бөтә был төркөмдәр абориген тип иҫәпләнә.)
- Корея ярымутрауын, Континенталь Ҡытайҙы һәм Сахалин утрауҙарын индереп, көньяҡтан килгән иммигранттар (япон. 北方ルート ).
- Тымыҡ океан, көньяҡ-көнсығыш Азия, ихтимал, Һиндостанды индереп, көньяҡтан килгән иммигранттар (япон. 南方ルート ).
Дәүләткә килгәндә, уның барлыҡҡа килеүе хатта иртәрәк осорға ҡарай тигән таныҡлыҡтар бар. Япония хроникаларына ярашлы — б. э. т. VII быуатҡа ҡарай. Исеме лә урындағы сығышлы (Ямато/Яматаи боронғо айндар теленән) тип фаразлана. Етмәһә, беренсе этапта ул башҡа дәүләт берәмектәре һәм ырыу-ҡәбилә союздары менән күршеләш була. Ысынында иһә б. э. VI быуатына ғына архипелогтың ныҡ үҫешкән һәм күп халыҡлы өлөштәренә эйә була. Кюсю көньяғындағы, Хонсю һәм Хоккайдоның төньяғындағы «вәхши» биләмәләре һуңыраҡ һәм бик яй үҙләштерелә.
Шулай уҡ (күсеп килгән монголоид элементының тәьҫире көслөрәк) Японияның хәҙерге халҡы менән замандаш айндарҙы Япония утрауҙарының боронғо төп халҡы менән бутарға ярамай. Һис шикһеҙ, мәҙәни (айырыуса тел йәһәтенән), күп осраҡта генетик яҡтан да улар Дзёмон дәүеренең айноид протоҡәбиләләренә яҡыныраҡ тора. Әммә, япондар кеүек үк, бер нисә мәҙәниәт, дәүер, этник һәм генетик үҙгәрештәр һәм үҙләштереүҙәр аша оҙайлы эволюция юлын үтеп, иң һуңғы сығарылма булып тора.
Дзёмон дәүерендә япон утрауҙары халҡы һәм башлыса айноидтарҙан (тышҡы ҡиәфәте австралоид-европеоид һәм билдәһеҙ сығышлы) торған боронғо ҡәбиләләр һәм бер аҙ австронезийҙар генотибы һәм мәҙәниәте ҡатышмаһы булып тора. Шул уҡ ваҡытта утрауҙар буйлап таралған континенттан яңы килгән ҡәбиләләр (башлыса «пуё» (прото-япон-корей) һәм уларға ҡараған ырыуҙар, монголоид расаһының көнсығыш-азия тармағына ҡараған ҡәрҙәш ҡәбиләләр), бик оҙаҡ ваҡыт, төп ҡәбиләләр араһында юғалып, үтә аҙсылыҡты тәшкил иткән. Килеүселәр һис шикһеҙ һуғарыулы игенселектең таралыуына һәм яңы типтағы (Яёй осоронда таралыш алған) мәҙәниәттең барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итеп, ҙур мәҙәни йоғонто яһаған. Ләкин хатта Япония утрауҙарында беренсе дәүләт берәмектәре барлыҡҡа килгән осорҙа ла был йотоуҙан бигерәк мәҙәни әһәмиәткә эйә ине. Аҙ һанлы булыуҙары арҡаһында төп халыҡты ҡыҫырыҡлап сығара (һуңыраҡ осорҙарҙа ла, урта быуаттарға тиклем дә, Япония утрауҙарының (бөтә төньяҡ биләмәләре) күп өлөшө күбеһенсә айн ҡәбиләләренән торған). Үҙ-ара ассимиляция процесы бик яй һәм оҙайлы булған һәм бөтә Япон утрауҙары территорияһында XIX—XX быуаттың беренсе яртыһында ғына тулыһынса тамамланған[13]. Боронғо япон дәүләте үҫеш алғас ҡына, утрауҙарҙа пуё һәм улпарға ҡәрҙәш ҡәбиләләрҙең һаны һәм таралыуы артыуға, ҡитғанан ҡытай миграцияһының көсәйеүенә ҡарап, Монголоид, айноид һәм австронезия раса типтарының ҡатнашыуы әүҙемләшкән һайын, был яңы элемент Япония утрауҙарының төп халҡына ҙур мәҙәни һәм раса яҡтан тәьҫир иткән, һәм аҡрынлап япондарҙың хәҙерге ҡатнаш генотибын һәм этносын формалаштырған да инде[14][15].
Япония мәҙәниәте үҫешенә Ҡытай, шулай уҡ башлыса Корея аша ҡытай мәҙәниәте һәм Һиндостан йоғонто яһаған.
Япония хакимдары һәм милләттең дин әһелдәре булып элек-электән үҙ шәжәрәһен б. э. VII быуатынан (япон хроникаларына ярашлы, беренсе легендар император һәм япон дәүләтен нигеҙләү дәүере) 124 быуын дауамында өҙлөкһөҙ алып барған императорҙар (микадо) торған. Улар, ҡояш алиһәһе Аматэрасу тоҡомдары тип иҫәпләнеп, илаһилаштырылған. 1192 йылда власты феодалдар баҫып алған. Һәм императорҙар сакраль, номиналь фигура ғына булып киткән, һәм улар батша һанала, әммә идара итмәй. Ысын власҡа иһә сёгун — илдең хәрби хакимы эйә булған. Был осор 1868 йылға тиклем дауам итә, Токугава сёгунаты ҡолауы һөҙөмтәһендә император власы тергеҙелә, был иһә Мэйдзи революцияһы булараҡ билдәле булған етди сәйәси-иҡтисади үҙгәрештәргә килтерә. 1945 йылда Япон империяһының капитуляцияһынан һәм яңы конституцияны ҡабул иткәндән һуң ғына император власы парламентҡа һәм хөкүмәткә тапшырыла һәм хәҙерге конституцион монархия итеп үҙгәртелә.
Япония императорҙары династияһы бөгөнгө көндә Ерҙә һаҡланып ҡалған король династияларының иң боронғоһы һанала. 1989 йылдан 2019 йылға тиклем император Акихито — «дәүләт символы һәм халыҡтың берҙәмлеге» булған. Ул 2019 йылдың 30 апрелендә үҙ теләге менән тәхетте ҡалдыра һәм өлкән улына — нәҫел принцы Нарухитоға — тапшыра.
Хәҙерге япон этносының сағыштырмаса юғары мәҙәни бөтөнлөгөнә ҡарамаҫтан, уның сиктәрендә һәр урын өсөн үҙенең ғөрөф-ғәҙәттәре һәм диалекттары мотлаҡ булған айырым этник төркөмдәр бар. Япондарға ҡәрҙәш халыҡ — рюкюссылар ҙа бар[16]. Урта быуаттарҙа рюкюссыларҙың дәүләтселеге лә булған, ул тик 1879 йылда ғына формаль бөтөрөлә. Хәҙер улар Окинава префектураһы халҡының 99 процентын тәшкил итә, улар шулай уҡ Амами утрауҙарында ла өҫтөнлөк итә.
Рәсми рәүештә «токусю буракумин» («айырым ҡасабалар халҡы») тип аталған махсус күренеш — «эта» халыҡ төркөмө. Улар үлем менән бәйле «бысраҡ» — йыш осраҡта мал һуйыу, тире эшкәртеү, сүп-сар тейәү менән бәйле һөнәр кешеләренең тоҡомдары. Антропологик яҡтан улар башҡа япондарҙан айырылмай, рәсми рәүештә граждандарҙың бөтә хоҡуҡтары ла бар, әммә көнкүрештә уларҙы дискриминациялау һаҡлана.
Үҙенең раса һәм мәҙәни үҙенсәлектәре, үҙ теле булған, ләкин Хонсю менән ҡыҫырыҡланған айн халҡы, ләкин XIX быуатта уҡ Хоккайдо һәм төньяҡ утрауҙары халҡы XX быуаттың беренсе яртыһында япондар тарафынан тулыһынса йотолған (ассимилирован). Антропологик айндар Дзёмон осорондағы айноид протоҡәбиләләргә, һуңыраҡ урта быуаттарҙа Хонсюҙа япондар тарафынан йотолған, ләкин уларҙың генотибында, телендә һәм мәҙәниәтендә ҙур эҙ ҡалдырған Эмиси ҡәбиләләренә барып тоташа.
Көнкүрше, йолалары, мәҙәниәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылдарҙың сикке планировкаһы бар. Ғәҙәти йорт — каркас-бағаналы, ғәҙәттә 1-2 ҡатлы. Ҡағыҙ йәки ҡатырға йәбештерелгән рамдан торған киңәйтелмәле стеналар хас. Иҙән ҙур булмаған свайҙарҙа күтәртелә. Ул тулыһынса тиерлек септә менән ҡапланған. Өҫтәлдәр, ултырғыстар, креслолар ҡунаҡ бүлмәһендә генә ҡуйыла. Өҫтәлдәре тәпәш, япондар, ғәҙәттә, тубыҡланып, мендәрсек өҫтөнә ултыра. Карауаттары юҡ, септәлә йоҡлайҙар, баш аҫтына мендәр түгел, ә таҡта һалалар. Йорт һындар, һүрәт йәки яҙыу (афоризм, цитата) төшөрөлгән үҙенсәлекле картиналар менән биҙәлгән. Улар какэмоно тип атала.
Һөнәрҙәрҙән ағастан йәки ҡағыҙҙан ҡурсаҡтар яһау, кәрзиндәр, вазалар, елпеүестәр үреү киң таралған. Сәнғәттең үҙенсәлекле төрҙәре: ҡағыҙҙан фигуралар (оригами) яһау, сәскә гөлләмәләре аранжировкаһы (икэбана) хас.
Һынлы сәнғәттә япондар гравюрала (классик япон гравюраһы) ҙур оҫталыҡҡа өлгәшкән.
Япондарҙың милли кейеме кимоно (着物) тип атала — был өҫкө кейемдең, ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙ кейеменең, дөйөм төрө. Аҫҡы күлдәк өҫтөнә — дзюбан (襦袢) нагагаганың төп кимоно нагаги (長着) кейелә, буйға яраштырып ипләп, тар билбау менән нығытыла, уның өҫтөнән киң декоратив билбау — оби бәйләп ҡуйыла. Аяҡтарына аҡ ойоҡ — баш бармағы айырым бәйләнгән таби кейелә. Йәй көнө әрһеҙгә кейелгән эслекһеҙ кимоно юката тип атала. Аяҡ кейемдәре ике төрҙә: дзори (草履) (һаламдан, күндән, резинанан һ. б. етештерелгән сандалийҙар) һәм гэта — ике аҫтан торған ағастан яһалған аяҡ кейеме. Әлеге ваҡытта япондар көнкүрештә европаса кейемдә йөрөй. Кимононы яңы йылда, бәлиғ булған көндә һәм япон туйҙарында күрергә мөмкин.
Ҡатын-ҡыҙ кимоноһы ир-ат кимоноһынан ең бесеме менән айырыла. Ҡатын-ҡыҙ кимоноһының еңе үҙенә күрә кеҫә булып та хеҙмәт итә.
Элек-электән япондарҙың ике стадияла ерләү йолалары ҡулланылған һәм тәүге стадияһы «Һауала ерләү йолаһы» булыуы билдәле. Был йоланы буддизм традициялары ҡыҫырыҡлап сығарған[17][18].
Хужалығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡоро сағылда һәм һыу һибеп дөгө үҫтереү япон ауыл хужалығының традицион тармаҡтары булып тора. Шулай уҡ сәй, йәшелсә, цитрус емештәре үҫтерелә, ебәкселек һәм балыҡсылыҡ үҫешкән. Әлеге ваҡытта Япония — юғары үҫешкән индустриаль ил. Үҙ ресурстары булмаған көйө лә, ситтән килтерелгән сеймалда ғына, япондар сәнәғәттең ҡатмарлы һәм нескә тармаҡтарын: машиналар эшләү, электроника һ. б. үҫтерә алды, — һәм, донъяның алдынғы етештереүселәренең береһенә әйләнеп, технологик иҡтисад булдырып, донъя кимәленә бик тиҙ сыҡты.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Национальный состав населения Российской Федерации согласно переписи населения 2021 года .
- ↑ Пронников В. А., Ладанов И. Д. Японцы. Этнографические очерки. — М: Главная редакция восточной литературы издательства «Наука», 1983. — 270 с. — 20 000 экз.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Nanta, Arnaud Physical Anthropology and the Reconstruction of Japanese Identity in Postcolonial Japan (инг.) // Social Science Japan Journal (инг.)баш. : journal. — 2008. — Т. 11. — № 1. — С. 29—47. — DOI:10.1093/ssjj/jyn019
- ↑ Hanihara, K. Dual structure model for the population history of the Japanese (инг.) // Japan Review : journal. — 1991. — Т. 2. — С. 1—33.
- ↑ Watanabe, Nobuyuki 旧石器時代の「港川1号」、顔ほっそり 縄文人と差 (яп.). Asahi.com. Asahi Shimbun (1 октябрь 2009). Дата обращения: 9 март 2011.
- ↑ Nakamura, Shunsuke 沖縄人のルーツを探る (яп.). Asahi.com. Asahi Shimbun (16 апрель 2010). Дата обращения: 9 март 2011.
- ↑ Hideaki Kanzawa-Kiriyama, Kirill Kryukov, Timothy A Jinam, Kazuyoshi Hosomichi, Aiko Saso: . In: . Band 62, Nr. 2, 1. September 2016
- ↑ メンバー (13 май 2011). Дата обращения: 12 декабрь 2017. Архивировано из оригинала 13 май 2011 года.
- ↑ Lee, Sean; Hasegawa, Toshikazu Bayesian phylogenetic analysis supports an agricultural origin of Japonic languages (инг.) // Proceedings of the Royal Society B: Biological Sciences : journal. — 2011. — Т. 278. — № 1725. — С. 3662—3669. — DOI:10.1098/rspb.2011.0518 — PMID 21543358.
- ↑ (KOCIS), Korean Culture and Information Service Researchers discover Korean genetic roots in 7,700-year-old skull :: Korea.net : The official website of the Republic of Korea . Дата обращения: 18 март 2017.
- ↑ Yayoi linked to Yangtze area . Trussel.com. Дата обращения: 18 март 2017.
- ↑ from the book, 2009, Japanese published by Heidansha. «日本人». マイペディア. 平凡社. Original sentence:旧石器時代または縄文時代以来、現在の北海道から琉球諸島までの地域に住んだ集団を祖先に持つ。シベリア、樺太、朝鮮半島などを経由する北方ルート、南西諸島などを経由する南方ルートなど複数の渡来経路が考えられる
- ↑ Айнский язык на сайте Игоря Гаршина. Айну, дзёмон, этногенез айнов
- ↑ Таксами Ч. М., Косарев В. Д. Кто вы, айны? Очерк истории и культуры.. — М: «Мысль», 1990. — 318 с.
- ↑ Косарев В. Д. Из единого истока: Происхождение айнов и японцев 2012 йыл 4 июнь архивланған.
- ↑ Анучин А. Д. Япония и японцы. — М., 1907.
Сапронов В. А. Остров, куда не вернулся мир. Очерки об Окинаве. — М.: Главная редакция восточной литературы издательства «Наука», 1981. - ↑ Погребальная обрядность Японии 2021 йыл 5 декабрь архивланған.
- ↑ Двустадийная погребальная обрядность Японии и Окинавы как культурная модель . Дата обращения: 16 июнь 2012. Архивировано из оригинала 5 ноябрь 2014 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Энциклопедия «Народы и религии мира», под ред. В. А. Тишкова. — М., 1989.
- Энциклопедия «Мифы народов мира» в 2 т. — М., 1980.
- Токарев С. А. Религии в истории народов мира. — М., 1976.
- Японские блюда. — М., Минск: АСТ Харвест, 2006.
- Сахоко Кадзи, Норико Хама, Джонатан Райс. [www.fictionbook.ru/author/kadzi_sahoko/vnimanie_i_yeti_stranniye_yaponciy/kadzi_vnimanie_i_yeti_stranniye_yaponciy.html Эти странные японцы].
- Японцы: Этнографические очерки / Отв. ред. С. А. Арутюнов. — М.: Наука (Главная редакция восточной литературы), 1983. — 272 с. — 20 000 экз.
- Пронников В. А., Ладанов И. Д. Японцы (этнопсихологические очерки). — Изд. 2-е, испр. и доп. — М.: Наука (Главная редакция восточной литературы), 1985. — 348 с. — 20 000 экз.
- Пронников В. А., Ладанов И. Д. Японцы (этнопсихологические очерки). — Изд. 3-е, испр. и доп. — М.: ВиМ, 1996. — 400 с. — 10 000 экз. — ISBN 5-87839-003-5.
- Боченкова А., Горбатько В. Кодекс БУСИДО. Хагакуре (Сокрытое в листве). — М.: ЭКСМО, 2008.
- Чижова М. Ю. Вокруг Света (Япония) // Вокруг света, 2009.
- Дэлби Л. Гейша. — М.: Амфора, 2010.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Портал «Япония» | |
Япондар Викимилектә |