Эстәлеккә күсергә

Әбделхәмит II

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әбделхәмит II
ғосман. عبد الحميد ثانی
Герб
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Ғосман империяһы[3]
Титул Солтан
Тыуған көнө 21 сентябрь 1842({{padleft:1842|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[4][5][6][…]
Тыуған урыны Истанбул, Ғосман империяһы[2]
Вафат булған көнө 10 февраль 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[7][4][8][…] (75 йәш)
Вафат булған урыны Дворец Бейлербейи[d], Үскүдар, Стамбул[d], Ғосман империяһы[2]
Ерләнгән урыны Мәхмүт II кәшәнәһе[3]
Атаһы Әбделмәжит I[d]
Әсәһе Тиримюжган Кадын Эфенди[d]
Бер туғандары Мурад V[d], Мәхмәт V[d], Мехмед Бурханеддин-эфенди[d], Ахмед Нуреддин-эфенди[d], Şehzade Selim Süleyman[d], Мехмед VI[d] һәм Ахмед Кемаледдин-эфенди[d]
Хәләл ефете Назикеда Кадын Эфенди[d], Сафиназ Нурефзун Кадын Эфенди[d], Бедрифелек Кадын Эфенди[d], Бидар Кадын Эфенди[d], Дильпесенд Кадын Эфенди[d], Мезиде Местан Кадын-эфенди[d], Эмсалинур Кадын Эфенди[d], Кайысой, Мюшфика[d], Сазкар Ханым Эфенди[d], Пейвесте Ханым Эфенди[d], Фатьма Песенд Ханым Эфенди[d], Бехидже Ханым Эфенди[d] һәм Салиха Наджие Ханым Эфенди[d]
Балалары Улвие-султан[d], Мехмет Селим-эфенди[d], Зекие Султан[d], Османоглу, Фатьма Наиме[d], Наиле Османоглу[d], Мехмед Бурханеддин-эфенди[d], Шадие Османоглу[d], Айше Османоглу[d], Рефия Эюб[d], Абдуррахим Хайри-эфенди[d], Мехмед Абид-эфенди[d][1], Hatice Sultan[d], Меһмет Абдулҡадир әфәнде, Mehmed Burhameddin, Prince of Turkey[d] һәм Ахмед Нури-эфенди[d]
Нәҫеле Ғосмандар[d]
Һөнәр төрө суверен
Биләгән вазифаһы Ғосман империяһы солтаны[d] һәм Солтан
Әүҙемлек урыны Истанбул[2]
Монограмма
Милке Bab al-Faraj Clock Tower[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
рыцарь ордена Золотого руна орден Чёрного орла орден Серафимов кавалер Большого креста ордена Святого Олафа Высший орден Святого Благовещения Большой Крест португальского королевского ордена Башни и Меча Grand Commander of the Royal House Order of Hohenzollern орден Камехамехи I орден Святого Губерта Высший орден Хризантемы орден Королевского дома Чакри
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Abdül Hamid II
 Әбделхәмит II Викимилектә

Әбделхәмит II[9][10][11]; йәки Абдул-Һамид[12] (ғосм. عبد الحميد ثانی‎ — Abd ül-Hamîd-i sânî, төр. İkinci Abdülhamit; 22 сентябрь 1842 йыл — 10 февраль 1918 йыл, Константинополь) — Ғосман империяһы солтаны һәм 99-сы хәлифә, 18761909 йылдарҙа хакимлыҡ итә. Ғосман империяһының һуңғы абсолют идарасыһы[13]. Панисламизм идеологияһына таянып, империяны һаҡлап ҡалырға тырыша. Солтан идаралығының һуңғы көндәрендә Йәш төрөктәр революцияһы тоҡана, ошо ихтилал һөҙөмтәһендә ҡолатыла.

Әбделмәжит I солтандың икенсе улы була. Әсәһе Тиримүжгән Кадын әфәнденең сығышы аныҡ ҡына билдәле түгел. Әбделхәмиттең ҡыҙы Айше солтандың хәтирәләренән билдәле булыуынса, һарайҙағы черкес милләтле ҡарт бер ҡалфа Тиримүжгәндең яҡташы була һәм үҙен Черкесиялағы шапсугтар субэтносынан тип иҫәпләй; Айше әйтеүенсә, атаһы шабсуг ҡыҙҙарын «әсәһенең халҡы» тип йөрөткән. Йәнә Айше шуны билдәләй: олатаһы Әбделмәжит I-нең йәриәләре тик черкес ҡыҙҙары булған, араларында бер әрмән йә грек ҡыҙы ла булмаған[14]. Тиримүжгәндең Трабзонданмы[15] , Ереванданмы[16] Чандыр тигән әрмән сауҙагәренең ҡыҙы булыуы тураһындағы имеш-мимештәрҙе Айше нигеҙһеҙ тип һанай һәм был хәбәрҙәрҙе йә солтан һарайындағы тормош тураһында бер ни белмәгән кешеләр, йә атаһының дошмандары тарата ти[14].

Әбделхәмит һәйбәт белем ала, айырыуса хәрби белемдәре төплө була. Европала күп сәйәхәт итә. Йылдыз һарайын торлағы итеп һайлай.

Әбделхәмит йәш сағында

Тәхеткә 1876 йылдың 31 авгусында, уға тиклем өс ай солтанлыҡ иткән ағаһы Морат V «Яңы ғосмандар» һәм Мидхәт паша тарафынан алйот тип иғлан ителеп, ҡолатылып, зинданға ябылғандан һуң ултыра. Тәхеткә ултырғас, Әбдехәмит II конституция ҡабул итергә һәм парламентҡа һайлау үткәрергә вәғәҙә бирә[13]. Батшалыҡ итеүенең тәүге көндәрендә үк Әбделхәмит халыҡ һөйөүен яулай: казармаларҙа йыш була, офицерҙарҙың иптәштәрсә табындарында ҡатнаша, аралашыуға еңел бара һәм ябайлығы менән алдыра. Ләкин был осорҙа шарттар ҡатмарлы була. Бөтә илдә тулҡынланыуҙар һәм болалар күтәрелеп тора, йыш ҡына улар мосолмандар менән христиандар араһында һуйышҡа күсә; Сербия һәм Черногория менән һуғыш бара; финанс хәле мөшкөлләнә; сит илдәр Төркиәнән реформалар үткәреү һәм солох төҙөү талап итә. Бөйөк державаларҙың ныҡышлығына ҡаршы тороп булмаҫын аңлаған солтан уларға ҡаршы «вәғәҙә итеүҙәр сәйәсәте» менән көрәшергә була, ул бөтәһен вәғәҙә итә, шунан тағы үҙгәртә, тағы вәғәҙә итә һәм бер ҡасан да үтәмәй. Был сәйәсәт мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе кисектерә килә.

Солтан эске эштәрҙә лә ошо сәйәсәтте ҡуллана: вәғәҙә ителгән конституция индерелмәй, уның проекты солтан тарафынан тулы түгел тип табылып, башлыса реакционерҙарҙан торған «реформалар советына» тапшырыла. 1876 йылдың декабрендә илселәр конференцияһы Константинополдә үҙ ултырышын асҡас, Әбделхәмит артабан һуҙыуҙың яңы һарай түңкәрелешенә килтерәсәген күрә, һәм 1876 йылдың 23 декабрендә конституция ҡабул ителә. Солтан тантаналы рәүештә конституцияға тоғролоҡҡа ант бирә. Ошолай итеп ул конференцияның эшен өҙә, әммә Төркиәгә эстән һәм тыштан янаған хәүеф үтеү менән аҫтыртын ғына абсолют монарх власы урынлаштырыу өсөн көрәш башлай. Был көрәштә Рәсәй менән һуғыш ҙур роль уйнай.

Рус-төрөк һуғышы һәм Берлин конгресы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Солтан державаларҙың славяндарҙы йәберләүҙе туҡтатыу талабын (Лондон протоколы) үтәүҙән ҡырҡа баш тарта. Шул сәбәпле Рәсәй Ғосман империяһына һуғыш иғлан итә (24 апрель 1877 йыл). Әбделхәмиткә Англияның аҡса һәм припастар менән ярҙам итеүенә, төрөк армияһының магазинлы мылтыҡтар менән ҡоралланғанлығына һәм төрөктәр алдан әҙерләнгән нығытмаларға һәм ҡәлғәләр ҡулланыуына ҡарамаҫтан, һуғыш Төркиәнең еңелеүе менән тамамлана. 1877 йыл аҙағында рус армияһы Балҡан ярымутрауы аша сығып, Әдирнәгә килеп етә, хатта бер ҡыйынлыҡһыҙ Константинополде ала алыр ине. Плевна менән Шипканың ҡолауы, Ғосман паша ғәскәренең бирелеүе, Сөләймән менән Мөхтәр ғәскәрҙәренең ҡыйратылыуы һәм рустарҙың баш ҡалаға яҡынлашыуы Константинополдә ығы-зығы тыуҙыра. Парламент хөкүмәттең алмаштырылыуын һәм Рәсәй менән һуғыштың кисекмәҫтән туҡтатылыуын талап итә; солтан Азияға ҡасырға йыйына, армия ҡалдыҡтары һуғышсан рухын юғалта, бөтә ерҙә талауҙар башлана. 6 ғинуарҙа Әбделхәмит рус армияһы етәкселәренә солох һорарға вәкилдәр ебәрә. Рус армияһының Баш командующийы дөйөм солох шарттары билдәләнгән осраҡта ғына тыныслыҡ урынлаштырыласағын вәғәҙә итә. 1878 йылдың 3 мартында Сан-Стефанола беренсел договор төҙөлә, уға ярашлы, Румыния һәм Сербия бойондороҡһоҙ тип иғлан ителә, болгар провинцияларына үҙидара бирелә; Рәсәйгә, Сербияға һәм Черногорияға ҙур ғына территориялар тапшырыла; һуғыш сығымдарын ҡаплау өсөн контрибуция билдәләнә.

Ғосман империяһы 1878 йылда
Әбделхәмит II-нең мисәте

Сит державалар 1878 йылдың 13 июлендәге Берлин конгресында договорҙы үҙгәртергә тип ҡыҫылыуы һөҙөмтәһендә Босния — австрийҙарға, Кипр — инглиздәргә, Фессалияның һәм Эпирҙың өлөштәре гректарға китә. Финанс ауырлыҡтары башлана. Албандар буйһонорға теләмәй. Черногория ҡарамағына күскән ерҙәрҙәге халыҡ державаларҙың талабын үтәүҙән баш тарта, әммә солтан уларҙы йүгәнләргә тейеш була. Дульциньо ҡәлғәһендә 1880 йылдың ноябрендә ул ошо юҫыҡта теләр-теләмәҫ кенә саралар күрә.

1878 йылдың июлендә Сөләймән паша эше башлана. Плевна ҡоларҙан бер ай элек Болгария йүнәлешендәге бөтә ҡоро ер ғәскәрҙәренә командир итеп ҡуйылған Сөләймән паша бөтә хәрби уңышһыҙлыҡтарҙың ғәйеплеһе итеп билдәләнә. Судта үҙен яҡлап, ул Әбделхәмитте лә ғәйепләй. Һөҙөмтәлә, 1878 йылдың 15 ноябрендә Сөләймән паша, бөтә хоҡуҡтарынан, чиндарынан, ордендарынан мәхрүм ителеп, мәңгелек һөргөнгә хөкөм ителә. Әммә Әбделхәмит, хөкөм ҡарарын йомшартып, уны 6 йылға Бағдадҡа һөрөү менән алмаштыра.

Артабанғы идаралығы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Берлин конгресы ултырыштары барғанда, Әбделхәмит, халыҡтың иғтибары эске сәйәсәттән ситкә алыныуынан файҙаланып, парламент сессияһын тарата, шул ваҡыттан алып 1908 йылғы инҡилапҡа тиклем парламент башҡаса саҡырылмай. Формаль юҡҡа сығарылмаһа ла, Төркиәлә конституция ла эш итеүҙән туҡтатыла. Яйлап солтан бөтә идараны үҙ ҡулына ала, һәм ил әүәлге деспотик ҡоролошҡа ҡайта. Түңкәрелештән хәүефләнгән Әбделхәмит үҙен иҫәпһеҙ-һанһыҙ һаҡсылар менән урата һәм илде шпиондар, йәшерен полиция менән тултыра. Әбделхәмитте тәхеткә килтерешкән «төрөк конституцияһының атаһы» Мидхәт паша заговорҙа ҡатнашыуҙа ғәйепләнә һәм үлемгә хөкөм ителә. Державалар талабы буйынса аҡланып, ул Ғәрәбстан ярымутрауына һөрөлә һәм тиҙҙән вафат була.

Француз асылмаһында Салоникиҙағы Алатини виллаһы (солтан торлағы)

Сауҙа һәм сәнәғәттең мөшкөл хәле, һалым йыйыуҙы откуп системаһына алмаштырыу 1882 йылда Төркиәнең үҙен банкрот тип иғлан итеүенә һәм заемдар буйынса процент түләүҙе туҡтатыуына килтерә. «Ғосман дәүләт бурысы директорҙар советы» франц. Conseil d’administration de la dette publique Ottoman тигән сит илдәр комиссияһы ойошторола (5 йылға тәғәйенләнә торған 5 ағзанан тора, уларҙы Лондон сит ил облигацияларын тотоусылар синдикаты (ингл. Foreign bondholders), Рим сауҙа палатаһы һәм Веналағы, Париждағы һәм Берлиндағы Ғосман империяһы кредиторҙары синдикаттары тәғәйенләй), ул дәүләт килемдәренең ҡайһы берҙәре өҫтөнән контроллек итеүҙе үҙ ҡулына ала.

Әбделхәмит һарай түңкәрелешенән тағы ла нығыраҡ ҡурҡа башлай. Уға бөтә ерҙә заговорҙар, хыянат күренә, бер кемгә ышанмай. Бер ҡайҙа сыҡмайынса һарайында ғына йәшәй башлай. Йылына бер тапҡыр сәләмлектә генә халыҡҡа күренә. Солтан вәғәҙә иткән реформаларҙың береһе лә тормошҡа ашмай. Реформа яҡлыларҙың күбеһе сит илдәргә китергә мәжбүр була. Цензураның бик ныҡ көсәйеүе матбуғатты быуа, ул юҡҡа сығып бара. Илгә идара итеү наҙан чиновниктар ҡулында була. Сауҙа, сәнәғәт, ер эшкәртеү, тимер юлдар — һәммәһе бөлә. Һалымдар откупҡа тапшырылғанлыҡтан, халыҡ түләгәндең яртыһы ғына ҡаҙнаға килеп етә. Уныһы ла контролһеҙ туҙҙырыла, башлыса һарайҙы һәм полицияны аҫрауға тотонола. Хатта офицерҙар һәм чиновниктар яртышар йыл буйы эш хаҡы ала алмай. Эш хаҡы ярты күләмдә генә бирелә, сөнки хисаплашыу алтын урынына ассигнациялата түләнә. Ришүәтселек сәскә ата. Ришүәт түләп, теләһә ҡайһы законды аша атларға мөмкин була.

Төрөк солтаны Әбделхәмит II портреты

Илдә төрөктәрҙең хәле насар булһа, христиандарҙың хәле тағы ла ауырыраҡ була. Шуға Әбделхәмит ваҡытында ихтилалдар, фетнәләр, болалар бер-бер артлы күтәрелеп тора. Христиандар араһындағы тулҡынланыуҙарҙы Әбделхәмит айырыуса аяуһыҙ баҫтыра. 1894 йылда әрмәндәр ҡыйратыла, 50 меңләп йорт яндырыла, талана. 100 меңдән ашыу әрмән ғазапҡа дусар ителә, зәғифләндерелә.

Әбделхәмит оҙатып йөрөүселәре менән йома намаҙына бара

Ошо арҡала солтан Бөйөк үлтереүсе тигән ҡушамат ала.

Дөйөм бөлгөнлөк ерлегендә төрөк армияһының хәле бик яҡшы була. Әбделхәмит уны Көнбайыш Европа армиялары менән бер кимәлдә тотоу өсөн бөтә сараларҙы күрә. Армияла ғәскәрҙәрҙе ойоштороу, комплектлау, идара итеү, һалдаттарҙы һәм офицерҙарҙы әҙерләү буйынса ҙур-ҙур реформалар үткәрелә. Мосолмандар өсөн дөйөм ғәскәри бурыс индерелә. Германиянан саҡырылған генерал Кольмар фон дер Гольц командирҙар составына дөйөм һәм махсус белем биреүҙе яҡшыртыу өсөн күпте эшләй. Офицерҙар әҙерләү өсөн 4 класлы хәрби мәктәптәр ойошторола, уларҙа белем биреү программаһы заманса хәрби эш талаптарына яуап бирә. Был мәктәптәрҙә сит ил, башлыса немец уҡытыусылары уҡыта. Дөйөм белем биреү предметтарынан тыш, сит телдәр (инглиз, француз, немец, итальян йә рус теле) уҡытыла.

Һөҙөмтәлә, хәрби мәктәптә уҡып сыҡҡан офицерҙар Төркиәлә иң белемле һәм Европаса ҡарашлы кешеләр булып сыға. Тирә-йүндә ҡылынған ғәҙелһеҙлеккә, вәхшилеккә, урлашыуҙарға, халыҡты талауға улар тыныс ҡына ҡарай алмай, әлбиттә. Уларҙың күҙ алдында Европа дәүләттәре Төркиәнең эске эштәренә ҡыҫыла, уларҙың күҙ алдында Төркиә иң яҡшы провинцияларынан ҡолаҡ ҡаға. Берлин договоры буйынса юғалтылған ерҙәрҙән тыш, Төркиә тағы 18851886 йылдарҙа Көнсығыш Румелияны юғалта, Критта ғәмәлдәге хакимлыҡтан ҡолаҡ ҡаға. Хатта уңышлы үткән төрөк-грек һуғышы ла (1897) Төркиәгә еңеллек килтермәй. Бер нисә революцион партия барлыҡҡа килә, улар араһында йәш төрөктәрҙең «Берләшеү һәм прогресс» партияһы иң көслөһө, иң ҙуры була. 1907 йылда Парижда Төркиәнең бөтә революцион йәмғиәттәре вәкилдәренең йыйыны була, унда бөтә партияларға берләшергә һәм, Әбделхәмитте ҡолатып, Төркиәлә идаралыҡтың конституцион формаһын урынлаштырырға ҡарар ителә. 1908 йыл уртаһына, Македонияла ҙур ихтилал башланып, йәнә сит илдәрҙең ҡыҫылыу мәсьәләһе килеп баҫҡас, төрөк армияһы йәш төрөктәр комитеты тарафынан ентекләп эшләнгән дәүләт түңкәрелеше планын тормошҡа ашырырға әҙер була. Был ваҡытта составына армияның бер нисә юғары чины ла ингән үҙәк комитет төп фатирын Македонияға күсерә.

Ғәскәрҙә бола башланыу тураһында беренсе тапҡыр 1908 йылдың июнендә, Македония ғәскәрҙәре йәш төрөктәр яҡлы булыуҙары тураһында асыҡтан-асыҡ белдергән саҡта билдәле була. Солтан Салоникиға хәрби фетнәне тынысландырырға тип ғәҙәттән тыш вәкәләттәр йөкмәтеп ебәргән Ғосман паша йәш төрөктәр тарафынан ҡулға алына. Берҙән-бер таянысы булған армия үҙенә ҡаршы сыҡҡанын, Константинополдәге гвардияһы ла революцион комитет бойороғо менән ҡыуылғанын белгән Әбделхәмит ҡаршы тороуҙың мөмкин түгеллеген аңлай. 1908 йылдың 10 июлендә Ғосман империяһы хөкүмәте: «Ғали йәнәптәре солтан 1876 йылғы конституцияның үҙе донъяға килтергән иң бөйөк нәмә булыуын иҫенә төшөрҙө һәм уны ҡабат ғәмәлгә индерергә бойорҙо», — тип белдерә. 4 декабрҙә яңы парламент асыу билдәләнә. Ошо көндө Әбделхәмит 1878 йылдан бирле тәүге тапҡыр һарайынан сыға һәм асыҡ экипажда бөтә ҡала буйлап парламент бинаһына йүнәлә, унда тағы бер тапҡыр империяның төп закондарын һаҡларға вәғәҙә бирә. Баштараҡ Әбделхәмит йәш төрөктәрҙең бөтә талаптарын үтәһә лә, үҙәк комитет эшмәкәрлеген туҡтатмай, һәм Төркиәлә ике хөкүмәт барлыҡҡа килә: баш ҡалала — министрлыҡ, Салоникиҙа — комитет.

Әнүәр бей, Әбделхәмит II һәм Әхмәт Ниязи бей төшөрөлгән асылма, уға «Viva la Constitution!» тип яҙылған. Асылма 1909 йылғы Контртүңкәрелешкә тиклем сығарылған була

Ваҡытлы комитеттың һаҡлыҡ күрһәтеүе артыҡ булмай. Парламентта илдәге реформалар тураһында ҡыҙыу бәхәстәр барғанда, һарайҙа Әбделхәмит конституцияға ҡаршы заговор әҙерләй. 1909 йылда апрель төндәренең береһендә бөтә йәш төрөк офицерҙары көтмәгәндә ҡулға алына, ҡайһылары үлтерелә. Ябай фельдфебель етәкселегендә заговорсылар парламент бинаһына йүнәлә һәм унан йәш төрөктәрҙән төҙөлгән министрлыҡты ҡолаттыра. Көтөлмәгәнлектән аптырап ҡалған парламент яңы хөкүмәтте фетнәселәр тәҡдим иткән кешеләрҙән төҙөй. Был ябай һалдат фетнәһе булып, унда офицерҙар үлтерелһә лә, Әбделхәмит бөтә заговорсыларға амнистия бирә. Солтан үҙенең был фетнәгә ҡатнашлығы юҡлығын тылҡыһа ла, икенсе көндө, заговорсылар тарафынан үлтерелгән 83 һалдат менән офицерҙы ерләгәндә, Константинополь урамдарында Әбделхәмиткә ҡаршы демонстрация үтә, демонстранттарға ҡарата ҡан ҡойғос саралар ҡулланыла.

Тәхеттән ваз кискәндән һуң, Әбделхәмит һөргөнгә юллана, 1909 йыл

Был ваҡиғаларҙың йоғонтоһо бик ҙур була. «Берләшеү һәм прогресс» комитеты контрреволюцияға йәһәт яуап бирә: «Европа Төркиәһендә торған бөтә ғәскәри частарға кисекмәҫтән Константинополгә юлланырға бойорола». Ил яҙмышы ғәскәрҙәрҙең ошо бойороҡто үтәү-үтәмәүенән тора. Генералиссимус Мәхмүт Шәүкәт паша етәкселегендә ғәскәрҙәр баш ҡалаға йүнәлә һәм бер нисә көндән ҡаланы ала. Халыҡ тулыһынса йәш төрөктәр яғында була һәм был ваҡиғанан рухлана. Пашалар бөтә мөлкәтен ғәскәр ихтыяждарына тапшыра, армияны тәьмин итеү менән шөғөлләнеүселәр кәрәк-яраҡты кредитҡа биреп ебәрә, Санданскийҙың македон-адрианополь революционерҙары төрөк хөкүмәтенә ҡаршы сыға һәм йәш төрөктәр ҡарамағына килә. Константинополде алғас, Мәхмүт Шәүкәт паша Әбделхәмит йәшәгән Йылдыз һарайын ғәскәре менән уратып ала. Аҙыҡ-түлектән, һыуҙан, яҡтытылыҡтан мәхрүм ителгән солтан ике көндән һөйләшеүҙәр башларға күнә.

1908 йылда Төркиәнең вассалы булған Болгария үҙен бойондороҡһоҙ дәүләт тип иғлан итә. Төрөк провинциялары Босния һәм Герцеговина, быға тиклем Берлин трактаты шарттары буйынса Австро-Венгрия протекторатында булһа, бынан һуң ошо Австро-Венгрияға ҡушыла.

Константинополдә милли йыйылыш Әбделхәмиттең яҙмышын хәл итә. Оҙайлы бәхәстән һуң ошо ҡарарға киленә: «Солтан Әбделхәмит II-не ҡолатырға һәм солтан һәм хәлифә тәхетенә һуңғы вариҫ принц Мәхмәт Решат Эффендиҙе (Әбдехәмиттең ҡустыһы) Мәхмәт V тигән исем аҫтында тәхеткә саҡырырға». Икенсе көнөнә Әбделхәмит 7 ҡатыны һәм балаһы менән конвой аҫтында машинаға ултыртылып, Салоники эргәһендәге ҡәлғәгә Аллатини виллаһына илтеп ҡуйыла. «Ҡанлы солтандың» 33 йыллыҡ батшалығы шулай тамамлана.

Әбделхәмит II нәҫеленең яҙмышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Новое Время» тигән әрмән баҫмаһы солтан бүләһенең Hurriyet Daily гәзитендә сыҡҡан интервьюһын тәржемә(недоступная ссылка) [<span style="" title="Википедия:Авторитетные источники">уточнить</span>] итеп биргән: «Беҙҙең ғаилә ҡотолоуы һәм тормошо менән француз әрмәндәренә бурыслы, беҙ Төркиәнән һөрөлгәс, беҙҙе улар ҡотҡарҙы, — ти Төркиәнең Hurriyet Daily News гәзитенә Әбделхәмит II-нең 80 йәшлек бүләһе Бейзада Бүлент Ғосман. — Кеҫәбеҙҙә бер тин юҡ ине, әммә әрмән дуҫтарыбыҙ беҙгә ярҙам итте. Бер әрмән ҡатыны үҙенең йортонда ҡунаҡсыл ҡаршы алды, унда беҙ байтаҡ ҡына ваҡыт йәшәнек. Мин беҙҙең өсөн әрмәндәр ҡылған фиҙакәрлектәрҙе инҡар итә алмайым»[17].

Әбделхәмит II-нең һәрәме алдында торған алашар

Власа Дорошевич фотоһы
Солтан ҡатындарының береһе — Бидәр Ҡатын әфәнде

Төрлө сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, Әбдехәмиттең 13[18][19]-16[20] ҡатыны була:

Исеме

(йәшәгән йылдары)
Никахлашыу ваҡыты[k 1] Титул[k 2] Балалары[21]
Назикеда Ҡатын әфәнде

(1848 — 11 апрель 1895)
1863 Баш ҡатын[22][23].
  • Үлвие солтан (1864—1870)
Бедрифелек Ҡатын әфәнде

(4 ғинуар 1851[21] — 6 февраль 1930)
15 ноябрь 1868[21] Баш ҡатын[22][23].
  • Мәхмәт Сәлим әфәнде (1870—1937)
  • Зәкиә солтан (1872—1950)[24]
  • Әхмәт Нури әфәнде (1878—1903)
Сафиназ Нурәфзүн Ҡатын әфәнде

(яҡ. 1851 — яҡ. 1915)
? Икенсе ҡатын[23].
Бидәр Ҡатын әфәнде

(5 май 1858 — 13 ғинуар 1918[21])
2 сентябрь 1875[21] Икенсе ҡатын[22].
  • Фатма Наимә солтан (1876—1945)
  • Мәхмәт Әбделҡадир әфәнде (1878—1944)
Дилпәсәнд Ҡатын әфәнде

(16 ғинуар 1865 — 5 октябрь 1903[21])
10 апрель 1883[21] Өсөнсө ҡатын [22][23].
  • Наилә солтан (1884—1957)
  • Хәтижә солтан (1897—1898)
Мәзидә Мәстан Ҡатын әфәнде[k 3]

(3 март 1869 — 12 декабрь 1908[21])
2 ғинуар 1885[21] Өсөнсө[23] йә дүртенсе ҡатын [22].
  • Мәхмәт Борханеттин әфәнде (1885—1949)
Эмсәлинур Ҡатын әфәнде

(2 ғинуар 1866[21] — 1950)
20 ноябрь 1885[21] Өсөнсө ҡатын[22].
  • Шадиә солтан (1886—1977)
Айшә Дәстизәр Мөшфикә Ҡатын әфәнде

(10 декабрь 1867[21] — 18 июль 1961)
12 ғинуар 1886[21] Дүртенсе ҡатын[22].
  • Айшә солтан (1887—1960)
Сазкар Ханым әфәнде

(8 мая 1873[21] — 1945)
31 август 1890[21] Главная икбал[24]
  • Рефия-султан (1891—1938)
Пәйвәстә Ханым әфәнде

(10 май 1873[21] — 1943/1944)
24 ғинуар 1893[21] Икенсе икбал[24].
Фатма Пәсәнд Ханым әфәнде

(1876 — 5 ноябрь 1924)
20 июль 1896[21] Өсөнсө икбал[24]
Бәхиджә Ханым әфәнде

(10 октябрь 1882[21] — 22 октябрь 1969)
10 май 1900[21] Дүртенсе икбал[24]
  • Мәхмәт Бәдреддин әфәнде (1901—1903)
  • Әхмәт Нуреддин әфәнде (1901—1944)
Сәлиха Нажиә Ханым әфәнде

(10 октябрь 1882? — 4 декабрь 1923[21])
4 ноябрь 1904[21] Дүртенсе икбал[24]
  • Мәхмәт Абид әфәнде (1905—1973)
  • Самиә солтан (1908—1909)
Дүрданә ханым
Жалибос ханым
Назлыяр ханым

Хәҙерге Төркиәлә баһаланыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XXI быуат башында, президент Эрдоғандың идаралығы осоронда, Төркиәлә идара итеүсе мосолман элитаһы яғынан Әбделхәмит II-не һуңғы бөйөк ғосман солтаны булараҡ культҡа күтәреү ынтылышы күҙәтелә. [<span style="" title="Википедия:Значимость факта">значимость факта?</span>]

  1. 1,0 1,1 Lundy D. R. Abdul Hamid II, Sultan of Turkey // The Peerage (ингл.)
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Deutsche Nationalbibliothek Record #118646435 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 Türkiye Diyanet Vakfı Türkiye Diyanet Vakfı İslâm Ansiklopedisi (төр.)Ankara: Türkiye Diyanet Vakfı.
  4. 4,0 4,1 Abdulhamid II // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  5. Abd ül-Hamid (Abd ül-Hamid II.) // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
  6. Abdul Hamid II. // Proleksis enciklopedija, Opća i nacionalna enciklopedija (хорв.) — 2009.
  7. Абдул-Хамид II // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  8. Abdülhamit II // Gran Enciclopèdia Catalana (кат.)Grup Enciclopèdia, 1968.
  9. Әбделхәмит II — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  10. Әбделхәмит II — Ҙур энциклопедик һүҙлектән
  11. Агеенко Ф. Л. Абдул-Хамид II // Словарь собственных имён русского языка. Ударение. Произношение. Словоизменение. — М.: Мир и Образование; Оникс, 2010. — С. 55. — 880 с. — ISBN 5-94666-588-X, 978-5-94666-588-9.
  12. Абдул-Гамид II // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  13. 13,0 13,1 Мейер М. С. Абдул-Хамид II // Большая российская энциклопедия / С. Л. Кравец. — М: Большая Российская энциклопедия, 2005. — Т. 1. — С. 18. — 768 с. — 65 000 экз. — ISBN 5-85270-329-X.
  14. 14,0 14,1 Brookes, 2010, p. 128
  15. Dişbudak, 1993, p. 160
  16. Adra, 2005, p. 7
  17. VERCİHAN ZİFLİOĞLU Grandchild of 'Crimson Sultan' goes to court for Mosul oil (инг.) // Hürriyet Daily News. — 1.10.2010. Архивировано из первоисточника 13 ноябрь 2014.
  18. Osmanoğlu, Ayşe. Babam Sultan Abdülhamid. — Selis Yayınları. — С. 278.
  19. Harun Açba. Kadın efendiler: 1839-1924. — Profil, 2007. — ISBN 978-9-759-96109-1.
  20. Jamil ADRA. Genealogy of the Imperial Ottoman Family. — 2005. — С. 23. — ISBN 975-7874-09-4.
  21. 21,00 21,01 21,02 21,03 21,04 21,05 21,06 21,07 21,08 21,09 21,10 21,11 21,12 21,13 21,14 21,15 21,16 21,17 21,18 21,19 21,20 21,21 Alderson, 1956, table L
  22. 22,0 22,1 22,2 22,3 22,4 22,5 22,6 Uluçay, 1985
  23. 23,0 23,1 23,2 23,3 23,4 Mandel, 1992
  24. 24,0 24,1 24,2 24,3 24,4 24,5 Sakaoğlu, 2008

Абдул-Гамид II // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)