12 ноябрь
Уҡыу көйләүҙәре
12 ноябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
12 ноябрь Викимилектә |
12 ноябрь — григориан стиле буйынса йылдың 316-сы көнө (кәбисә йылында 317-се). Йыл аҙағына тиклем 49 көн ҡала.
← ноябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Индонезия: Атайҙар көнө.
- Сәләмәтлек көнө.
- Әзербайжан: Конституция көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Һаҡлыҡ банкы хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Ойошма һәм учреждениеларҙың именлек хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Үзбәкстан: Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө.
Төбәк байрамдары
- Башҡортостан: Республиканың профсоюз хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Красноярск крайы: Бухгалтерҙар көнө.
- 1931: Шишмә район гәзитенең беренсе һаны баҫылып сыға.
- 1947: Ике винтлы «Ка-8» вертолёты беренсе тапҡыр һауаға күтәрелә.
- 1952: «Ту-95» самолёты беренсе осош яһай.
- 1982: КПСС Үҙәк Комитетының Генеральный секретары итеп Юрий Владимирович Андропов һайлана.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хәмзин Хәбибрахман Лотфрахман улы (1885—1976), педагог, йәмәғәтсе. 1928—1952 йылдарҙа хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Сәлих мәктәбе уҡытыусыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1948) кавалеры.
- Үтәшев Фуат Шәрип улы (1920—6.05.1998), хужалыҡ эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1940 йылдан СССР Граждандар һауа флоты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1963—1982 йылдарҙа Өфө берләштерелгән авиаотряды командиры. СССР-ҙың атҡаҙанған пилоты (1965), Аэрофлот отличнигы (1952). Ленин (1966), Октябрь Революцияһы (1971), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1954, 1976), Халыҡтар Дуҫлығы (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1953) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Әбдрәшит ауылынан.
тулы исемлек
- Салтыкова Елена Станиславовна (1960), ғалим-биохимик. Биология фәндәре докторы (2009). 1984 һәм 1993 йылдан (өҙөклөк менән) хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Биохимия һәм генетика институты ғилми хеҙмәткәре, 2003 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр; 1991—1993 йылдарҙа ошо үҙәктең Органик химия институты хеҙмәткәре. Сығышы менән Красноярск ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Булатов Зәкир Мәсәлим улы (1911—5.05.1990), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тоҫҡаусыһы, гвардия өлкән сержанты. I дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары кавалеры.
- Ҡудашев Барый Батыргәрәй улы (1916—27.12.1992), ғалим-рентгенолог, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби табип. 1946 йылдан Республика клиник дауаханаһы табибы; 1956 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1987 йылға тиклем рентгенология һәм радиология кафедраһы мөдире. 1955—1988 йылдарҙа Башҡортостан рентгенологтары һәм радиологтарының фәнни- ғәмәли йәмғиәте рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1974), профессор (1976). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1983), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1966). Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943, 1945) кавалеры. Ҡудашевтар нәҫеленән, сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Ташлыкүл ауылынан.
тулы исемлек
- Барсуков Анатолий Иванович (1931—27.02.2016), хужалыҡ эшмәкәре, йәмәғәтсе. 1973 йылдан «Башавтотранс» предприятиеһының баш инженеры, 1978 йылдан — начальнигы, 1988—1999 йылдарҙа — генераль директоры. РСФСР-ҙың 12-се, Башҡорт АССР-ының 9—12-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. РСФСР-ҙың атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре (1991). Ленин (1971), Октябрь Революцияһы (1986), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966), Халыҡтар Дуҫлығы (1981) ордендары кавалеры.
- Ҡаһарманова Рәзинә Дәүләт ҡыҙы (1931—8.10.2018), актёр һәм театр эшмәкәре. 1951—2004 йылдарҙа хәҙерге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры актёры, бер үк ваҡытта 1975—1987 йылдарҙа — директоры. 1954 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1971). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986) һәм «Почёт Билдәһе» (1976) ордендары кавалеры.
- Горбунов Владимир Степанович (1946), юғары мәктәп ветераны, ғалим-археолог. 1974 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1984—2006 йылдарҙа фәнни эштәр буйынса проректор, бер үк ваҡытта 1993 йылдан — дөйөм тарих һәм мәҙәни мираҫ кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре докторы (1992), профессор (1993). Рәсәй тәбиғәт фәндәре академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы (1998), Халыҡ-ара педагогик белем биреү фәндәре академияһы ағзаһы (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2005). Сығышы менән хәҙерге Краснодон ҡалаһынан.
- Шәймөхәмәтова Людмила Николаевна (1951), юғары мәктәп ветераны, ғалим-музыка белгесе. 1978—2015 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2001 йылдан — үҙе ойошторған музыкаль семантика лабораторияһы мөдире, 2007 йылдан «Проблемы музыкальной науки» журналының баш мөхәррире. Сәнғәт ғилеме докторы (2001), профессор (2001). Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының (2001) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
- Йосопов Ринат Мөхәмәт улы (1951—15.01.2011), ғалим-антрополог, этнограф. 1975—1977 йылдарҙа һәм 1980 йылдан Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре, 1984 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1993 йылдан — бүлек мөдире. Тарих фәндәре кандидаты (1982). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2001).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Китапова Суфия Мирғәлим ҡыҙы (1922—24.12.1997), ғалим-иҡтисадсы, партия органдары хеҙмәткәре, педагог. 1940 йылдан партия эшендә, 1959 йылдан — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты ҡарамағындағы Өфө юғары партия мәктәбе, 1960—1991 йылдарҙа Өфө нефть институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1962—1980 йылдарҙа сәйәси иҡтисад кафедраһы мөдире. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1959). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977).
- Бакуров Михаил Максимович (1927—19.01.2010), механизатор. Хәйбулла районы «Красный доброволец» колхозының элекке тракторсыһы, трактор бригадаһы етәксеһе. Ленин ордены кавалеры (1957). Сығышы менән ошо райондың Фёдоровка ауылынан.
тулы исемлек
- 1935: «Монополия» исемле өҫтәл уйыны уйлап сығарыла.
- Мусин Рәшит Муса улы (1927—2.10.1982), СССР-ҙың хужалыҡ һәм партия органдары хеҙмәткәре. 1961—1979 йылдарҙа КПСС-тың Ҡазан ҡала комитетының, 1979—1982 йылдарҙа Татарстан өлкә комитетының беренсе секретары. Ленин, Октябрь Революцияһы һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Сатра ауылынан.
- Ғарипов Фәнғәр Абдулла улы (1937—5.03.2011), нефтехимик. 1964—1998 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе электромонтёры. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1975) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы Айыухан ауылынан.
- Куковинец Ольга Сергеевна (1947), ғалим-химик. 1972 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Органик химия институты ғилми хеҙмәткәре, 1996 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2000–2013 йылдарҙа инженерлыҡ факультеты деканының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары. Химия фәндәре докторы (1994), профессор (2002). Сығышы менән хәҙерге Байкал аръяғы крайының Балей ҡалаһынан.
- Чуркин Сергей Дмитриевич (1952), ғалим-педагог, иҡтисадсы. 1977 йылдан хәҙерге Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1986—1997 йылдарҙа технология-иҡтисад факультеты деканы, 1999 йылдан иҡтисад һәм эшҡыуарлыҡ, 2005—2012 йылдарҙа иҡтисад һәм менеджмент кафедраһы мөдире; 2015 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университетының Салауат филиалы уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре докторы (1998), иҡтисад фәндәре кандидаты (1981), профессор (2002). Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы (1993) һәм почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2002). Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
- Ғайсин Хәйҙәр Миңшәриф улы (1962), төҙөүсе, архитектор, йәмәғәтсе. 1992 йылдан Күмертау ҡалаһындағы «Акрополь» төҙөлөш йәмғиәтенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының дүртенсе (2008—2013), бишенсе (2013—2018) һәм алтынсы (2018—2023) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған, Рәсәйҙең почётлы төҙөүсеһе. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Салауат Юлаев ордены кавалеры. Ейәнсура районының почётлы гражданы.
- Әлибаев Ришат Марат улы (1962), төҙөүсе. 1994 йылдан «Салауат—2 Востокнефтезаводмонтаж» предприятиеһы монтажсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2014). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Үрге Этҡол ауылынан.
- Максим Чудов (1982), спортсы, биатлонсы. 2004—2013 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы, Олимпия уйындарында ҡатнашыусы. Биатлон буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы (2003) һәм атҡаҙанған спорт мастеры (2008). 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы (2010), Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы ордены (2010) кавалеры.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дәүләтов Рәмис Мәхийән улы (1948), инженер-механик, ауыл хужалығы һәм муниципаль орган хеҙмәткәре, иҡтисадсы-ғалим. 1998—2005 йылдарҙа Баҡалы районы хакимиәте башлығы, Башҡортостан Республикаһының ике саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Иҡтисад фәндәре кандидаты (2006). Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2003). Райондың почётлы гражданы (2015).
- Хәбибрахманов Хәниф Мирзаһит улы (1948), скульптор. 1982 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2006) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1992).
тулы исемлек
- Баһауетдинов Илдар Әсхәт улы (1963), хәрби хеҙмәткәр, полковник. 2011—2015 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссары. «Хәрби ҡаҙаныштар өсөн» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ишембай районының Ҡыяуыҡ ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡәйүмов Фәрит Әмирйән улы (1934), ғалим-гистолог, 1963 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, 1989—1999 йылдарҙа гистология кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1991), профессор (1991). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1994), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы үҙәге Ҡырмыҫҡалы ауылынан.
- Басов Сергей Николаевич (1959), Башҡортостан Республикаһы рус дәүләт академия драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы.
тулы исемлек
- Ҡорбанғәлиева Юлиә Рөстәм ҡыҙы (1984), спортсы. Пуля менән атыу буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2001). Үҫмер спортсылар араһында шәхси зачётта Рәсәй чемпионы (1999, 2000, 2002). Команда зачётында дүрт тапҡыр Европа чемпионы (2000—2001), үҫмер спортсылар араһында команда зачётында өс тапҡыр донъя рекордсыһы (2000—2001). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1833: Александр Бородин, Рәсәй империяһы композиторы, ғалим-химик.
- 1840: Огюст Роден, Франция скульпторы.
- 1866: Сунь Ятсен, Ҡытай революционеры, вафатынан һуң «милләт атаһы» исемен ала.
- 1935: Людмила Гурченко, СССР һәм Рәсәй актрисаһы, СССР-ҙың халыҡ артисы (1983).
- 1793: Жан Сильвен Байи, Франция астрономы, Париж ҡалаһының беренсе башлығы.
- 1988: Ришат Абдуллин, опера йырсыһы, СССР-ҙың халыҡ артисы (1967).
- 1989: Долорес Ибаррури, Испания һәм халыҡ-ара коммунистик хәрәкәт эшмәкәре, 1960-сы йылдар башынан СССР гражданы.