Эстәлеккә күсергә

Бәнү Исраил

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бәнү Исраил
Дәүләт  Израиль

Бәнү Исраил (ғәр. بنو إسرائيل‎ — «Исраил улдары») — йәһүд халҡының атамаларының береһе. Ҡөрьәндә яҡынса 40 тапҡыр (Муса пәйғәмбәр тормошо һәм Мысырҙан йәһүд халҡының китеүе тураһындағы хикәйәләр менән бәйле телгә алына[1].

Израиль исеме Яҡуп пәйғәмбәр исемдәренең береһе була, унан израилдәрҙең 12 быуыны тарала. Ул Ҡөрьән аятында (3:93) телгә алына, ә боронғо семит телендә "Аллаһ ҡоло"тигәнде аңлата. Ҡайһы бер аяттарҙа бәнү Исраил араһында Ғайса пәйғәмбәр ҙә атала[2][3][4][5].

Исламда бәнү Исраил тоҡомдары йәһүд термины менән билдәләнә (ғәр. يهود‎). Был термин Мәҙинә осоронда барлыҡҡа килә, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең замандаштары булған йәһүдтәрҙе аңлата. Мәҙинәгә күскәнгә тиклем башлыса «исраил улдары» термины ҡулланыла (бәнү Исраил). Ғәҙәттә йәһүдтәр христиандар менән йәнәш тора (нәсара)[6][7][8][9][10].

Йәһүдтәр "Китап әһелдәре " категорияһына ҡарай (әһле әл-китаб). Мәккә һәм Мәҙинәлә пәйғәмбәрлек осоро башында Мөхәммәт Мәҙинә (Йәсриб) халҡы һәм йәһүдтәр араһында фекерҙәштәр табыуҙы күҙаллай[10]. Әммә Мәҙинә йәһүдтәре Мөхәммәттең пәйғәмбәрлек миссияһын танымай, уны мыҫҡыллай һәм көлә. Был улар араһында хәрби алыштарға килтерә.

Мәҙинә осоронда Мөхәммәт пәйғәмбәр исламды йәһүдилектән һәм христианлыҡтан айырылып торған айырым дин икәнен тоя һәм аңлай. Шул саҡта йәһүдтәр Ездраны (Ғөзәйерҙе) илаһилаштырыуҙа ғәйепләнә башлай[9]. Пәйғәмбәр Ибраһим йәһүдтәрҙең һәм ғәрәптәрҙең уртаҡ ата-бабаһы һанала, мосолмандарҙың йәһүдтәрҙеке менән бер үк бик хөрмәт ителгән персонаждары һәм изге урындары бар[10]. Шәриғәткә ярашлы, йәһүдтәр ислам дәүләте ҡурсыуы аҫтында булған кешеләр категорияһына инә (әһле әз-зимми). Йәһүд йәмәғәттәре үҙҙәренең етәкселәренә буйһонған, улар ислам хакимдары менән бөтә бәйләнештәрҙе тормошҡа ашырған, был хакимдар йәмәғәттәрҙең эске эштәренә ҡыҫылмаған[10].

  • [[]]. Бәнү Исраил // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991.
  • Али-заде, А. А. Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Banū Isrāʾīl / Goitein, S.D. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
  • Ҡалып:ЭКорана
  • Khani, Hamed and Khaleeli, Alexander, «Banū Isrāʾīl», in: Encyclopaedia Islamica, Editors-in-Chief: Wilferd Madelung and, Farhad Daftary.