Әйүп (нәби)
Әйүп | |
ғәр. أيوب | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Ерләнгән урыны | Список гробниц Иова (Айюба)[d] |
Һөнәр төрө | дин өндәүсе, Пәйғәмбәрҙәр |
Әйүп Викимилектә |
Әйүп (ғәр. أيوب) — ислам пәйғәмбәре (нәби). Бәни Исраил халҡына ебәрелгән. Библиялағы Иов менән тиңләштерелә. Ҡөрьәндә Аллаһ дингә ышанмаусыларға нәсихәт итеп үҙенә тоғро һәм уға таянған кешеләргә ахыр сиктә ярҙам итә икәнен күрһәткән миҫалдар менән иҫкә алына[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әсәһе пәйғәмбәр Лут ҡыҙы була. Әйүп Дамаск тирәһендә йәшәгән халыҡтарға нәби итеп ебәрелә. Бик бай һәм хөрмәтле кеше була, бөтә мохтаждарға ярҙам итә. Ул игелеклеге, ғәҙеллеге һәм ихлас тәҡүәлеге менән айырылып тора. Әммә билдәлелекте ул үҙенең сикһеҙ түҙемлеге һәм сабырлығы арҡаһында ала[2][3].
Аллаһы тәғәлә уны һынарға теләп, байлығынан, балаларынан яҙҙыра, 18 йыл буйы ауыр сиргә дусар була. Иблис уның сире йоғошло тип хәбәр таратҡас, уны хатта ҡаланан ҡыуалар. Тик ҡатыны ғына уны ташламай, һаман тәрбиәләй, дауалай.
Пәйғәмбәр ауырыуы тағы ла киҫкенләшкән көндәрҙең береһендә Аллаһыға һауыҡтырыуҙы һорап мөрәжәғәт итә:[4]. Аллаһ уның үтенесен ҡабул итә һәм уға сабырлығы һәм бөтә бәхетһеҙлектәре алдында түҙемлеге өсөн йомарт бүләкләйәсәге тураһында хәбәр менән Ябраил фәрештәне ебәрә. Ябраилдың бойороғо буйынса, Әйүп аяҡ типкән урында шишмә ағып сыҡға. Шуны эсеп, Әйүп һауығып китә[5]. Аллаһ Әйүпкә һаулығын, байлығын, балаларын ҡайтарған[6][7][3][5].
Ҡөрьәндә бик аныҡ булмаған бойороҡ бар: «Ҡулыңа шәлкемде ал да, шуның менән һуҡ, һәм гонаһ ҡылма!»[2]. Был бер мәл Аллаһтың Әйүпкә ярҙам итәсәгенә шик белдергән үҙ ҡатынын язаға тарттырыу вәғәҙәһен үтәү бойороғо тип аңлатыла[1]. Ибн Ҡасирға ярашлы, Әйүп ҡатынына асыуланған һәм Аллаһ уны һауыҡтырһа, уға йөҙ тапҡыр ҡамсы менән һуғам, тип ант иткән. Һәм сирҙән ҡотолғас, антын башҡара алмай, сөнки ҡатыны ошо йылдар буйына уны тәрбиәләгән һәм мәрхәмәтле булған. Аллаһ уға йөҙ сыбыҡ шәлкеме алырға һәм шуның менән бер тапҡыр еңелсә һуғырға ҡуша. Шулай итеп, ант боҙолмай.
Аллаһ уға мөғжизәләр ҡылыу һәләте лә бирә[3].
Әйүп 254 йыл йәшәгән[8].
Әйүп исеме менән Сүриәлә, Фәләстиндә, Мысырҙа һәм Урта Азияла бер нисә топоним бәйле. Әйүп доғаларын мосолмандар ауырыуҙарҙан һаҡлаусы итеп ҡуллана[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Пиотровский, 1991
- ↑ 2,0 2,1 Саад 38:44
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Али-заде, 2007
- ↑ Әл-Әнбиә 21:83
- ↑ 5,0 5,1 Пиотровский, 1991, с. 16
- ↑ Әл-Әнбиә 21:84
- ↑ Саад 38:43
- ↑ Пророк Аюб - образец терпения. Пророк Шуайб - похоронен в Мекке около Каабы . islamdag.ru (12 декабрь 2009). Дата обращения: 20 ғинуар 2015. Архивировано 20 ғинуар 2015 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Пиотровский М. Б. Аййуб // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 16-17.
- Али-заде, А. А. [65 Аййуб] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Мифы народов мира : Энцикл. в 2 т. / С. А. Токарев. — 2-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1987—1988.
- Ибн Касир. Кисас аль-Анбия (Сказания о пророках) // Рассказ о Иове (Аййубе), мир ему.
- Ayyūb / Jeffery A. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)