Эстәлеккә күсергә

Талут

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Талут
йәһ. שָׁאוּל
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ Израильское царство[d]
Тыуған көнө б. э. т. 1080[1]
Тыуған урыны Гива[d], Иерусалим
Вафат булған көнө б. э. т. 1010[2]
Вафат булған урыны Гильбоа[d], Северный округ[d], Израиль
Үлем төрө Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу
Үлем сәбәбе кровопотеря[d]
Атаһы Киш[d]
Хәләл ефете Ахиноама[d] һәм Rizpah[d]
Балалары Ионафан[d][3], Мерова[d][3], Мелхола[d][3], Иевосфей[d], Абинадаб бен Саул[d], Armoni[d] һәм Mephibosheth[d]
Әһәмиәтле кеше Самуил[d] һәм Аэндорская волшебница[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән, монарх
Биләгән вазифаһы царь Израиля[d] һәм пәйғәмбәр[d]
Телгә алынған хеҙмәттәр Saul[d], Деяния святых апостолов[d] һәм Первая книга Царств[d]
 Талут Викимилектә

Талут (йәһ. שָׁאוּל‎, Шаул, Шауль ; грек. Σαούλ; рус. Саул; ислам динендә Талут ғәр. طالوت‎; ихтимал, «оҙон буйлы»; б.э.т. XI быуаттың 2-се яртыһы) — Библия һәм Ҡөрьән персонажы; Иҫке Ғәһедтә тасуирлана (Танахта). Библия тексына ярашлы, Саул — Израиль халҡының беренсе батшаһы һәм берҙәм бәнү Исраилгә һәм регуляр йәһүд армияһына нигеҙ һалыусы. Ихтимал, ысын тарихи шәхестер.

Исламда Талут исеме менән күрһәтелгән Саул «Әл-Бәҡара» сүрәһендә (Һыйыр; 2:247-251), Аллаһтың хакимдарға власты нисек бүлеп биреүе тураһында һөйләгән фрагментта телгә алына[4]:

« Талут ғәскәр менән сыҡҡас: «Аллаһ һеҙҙе йылға менән һынай, кем шул йылғанан һыу эсһә, ул минеке түгел, ә кем уны татып ҡарамаһа, ул — минеке; әлбиттә, усы менән алып һемергән кешеләрҙән башҡаһы,— тине. Ул йылғанан эстеләр — бик аҙҙарынан башҡаһы. Ул һәм уның менән иман килтергән кешеләр йылғаны кисеп сыҡҡас: «Бөгөн Ялут һәм уның ғәскәре менән һуғышырға беҙҙең көсөбөҙ юҡ!» — тинеләр. Ә Аллаһты осратабыҙ тип уйлаған кешеләр: «Алланың рөхсәте менән ҙур булмаған бер нисә төркөм күп кешеле төркөмдө еңде бит»,— тинеләр. Ысынлап та, Аллаһ сабыр иткәндәр менән!
»

Талут яугирҙәре менән Ялутҡа (Голиаф) ҡаршы сыға. Бынан алда уларҙы йылғалағы һыу менән һынап ҡарай: уны эсеүҙән баш тартҡан яугирҙәр батша менән тороп ҡала (Библияла был мотив Гедеонға ҡарай; Суд. 7:5-7). Дауыт (Давид) ярҙамында Ялут еңелә. Риүәйәт Талуттың оҙон буйлы булыуына бәйле, Изге Кәмә (Һандыҡ) һәм уның Дауытты үлтерергә маташыуы тураһындағы сюжеттарҙы һәм мотивтарҙы бәйән итә.

  1. https://www.galaxie.com/article/jets53-3-02
  2. http://www.bible.ca/archeology/bible-archeology-maps-timeline-chronology-1samuel-16-20-saul-jonathan-david-1019-1012bc.htm
  3. 3,0 3,1 3,2 49 // ΒΑΣΙΛΕΙΩΝ Α (билдәһеҙ)
  4. Ҡөрьән Кәрим — Д. Кинельский тәржемәһенән башҡортсаға Ф. Н. Байышев, Д. Д.Мәһәҙиев тарафынан әйләндерелгән