Әйкәттәр
Әйкәттәр |
Әйкәттәр (ғәр. أصحاب الأيكة, рус. Айкиты) — Шөғәйеп пәйғәмбәрҙе ҡабул итмәй, ялған пәйғәмбәр тип иғлан иткән халыҡ. Ҡөрьәндең 26-сы сүрәһенең 176-184-се аяттарында телгә алына.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡөрьәнгә ярашлы , Шөғәйеп диндарҙар төркөмө менән бер төркөм мидйәндәргә килгән язанан ҡотолоп ҡала һәм яҡында йәшәгән әйкәт халҡына дәғүәт алып бара башлай. Әйкәттәр поттарға табынғандар, кеше талау һәм сауҙала алдау менән шөғөлләнгәндәр[1][2]. Пәйғәмбәр Шөғәйеп уларҙы Аллаһ диненә ышанырға саҡыра, әммә әйкәттәр уны кире ҡаға һәм унан пәйғәмбәрлеген мөғжизәләр рәүешендә иҫбатлауҙы талап итә[3]. Пәйғәмбәр уларға мөғжизәләрҙе күрһәткәндән һуң, әйкәттәрҙең бер өлөшө иман килтергән, ә күпселек өлөшө элеккесә көфөрлөктә ҡалған. Шул саҡта Аллаһ уларға ҡоролоҡ ебәрә һәм уңышһыҙ ҡалдыра. Ҡоролоҡ та быларҙы иманға килтермәй, Аллаһ уларға ут сәсеүсе болоттар ебәрә һәм әйкәттәрҙе тулыһынса юҡ итә[4].
Әйкәттәр юҡ ителгәндән һуң Шөғәйеп пәйғәмбәр) диндар мидйәндәр һәм әйкәттәр менән бергә Мидйәнгә ҡайта. Унда ул өйләнә һәм ике ҡыҙы тыуа. Ҡыҙҙарының береһе Муса пәйғәмбәрҙең ҡатыны була[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Али-заде, А. А. [63 Айка] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Nawas John. People of the Thicket // Encyclopaedia of the Qurʾān / General Editor: Jane Dammen McAuliffe. — Georgetown University, Washington DC. Brill Online.